Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бензин тағы ҡиммәтләнәсәк, тиҙәр...
Көнбайыш илдәре Ирандың нефтенән баш тартты, һәм был ике яҡтың мөнәсәбәтенең ҡырҡа насарайыуына килтерҙе. Был яңылыҡ үҙ сиратында донъя иҡтисадына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Әгәр Иран яуап итеп Ормуз боғаҙындағы һыу юлын ҡаплаһа, нефткә хаҡтар тағы ла артасаҡ. Әммә был саҡта АҠШ көс ҡулланасағы тураһында хәбәр итте.

Иран менән Венесуэла АҠШ-ҡа ҡаршы

Венесуэлала Иран президенты Әхмәдинежад белдереүенсә, был ике ил "ҡомһоҙ һәм тәкәббер" Америка Ҡушма Штаттарына әле төп ҡаршылыҡ күрһәтә. Был фекер менән Уго Чавес та килешкән.
"Улар беҙҙе бомбалар әҙерләүҙә ғәйепләй, әммә күптәрҙә был тик йылмайыу ғына уята. Үҫешеүебеҙҙе һәм алға китеүебеҙҙе теләмәүен АҠШ ошондай һүҙҙәр артына йәшерә. Иҡтисадыбыҙҙың үҫешеүе, фәҡирлектең бөтөүе, сәнәғәттең алға китеүе уларға кәрәкмәй", – тип белдерҙе Иран дәүләтенең башлығы. Уның фекеренсә, Америка Ҡушма Штаттары үҙ ихтыярын көсләп тағыу һәм бөтәһе менән идара итеү ниәтенән донъя халыҡтарына махсус рәүештә "меңәрләгән проблема" булдырырға ынтыла. Шуға ҡарамаҫтан, Иран менән Венесуэла араһындағы хеҙмәттәшлек киңәйәсәк, һәм Хоҙай ярҙамы менән улар үҙҙәренең маҡсаттарына өлгәшәсәк, тигән фекерҙә Әхмәдинежад.
Ә бына АҠШ-тың үҙенең, ысынлап та, финанс ҡатмарлыҡтары хәҙер көс еткеһеҙгә әйләнеп бара. Илдең бурысы ғына әлеге көндә 15 триллион долларҙан ашҡан, ул хатта эске тулайым продукт күләменән дә ҙурыраҡ. Оҙайлы иҡтисади күҙаллауҙар бурыстың киләһе ун йыллыҡта 26 триллион долларға етәсәген билдәләй. Әммә уны ҡапларлыҡ хәлдә булыу өсөн АҠШ-тың иҡтисады йылына кәмендә 6 процентҡа үҫергә тейеш.
Белгестәр белдереүенсә, үҫешкән илдәр араһында әле Греция, Исландия, Ирландия, Италия, Португалия һәм Японияның ғына бурысы эске тулайым продукт күләменән ҙурыраҡ. Был исемлектә булған Европа илдәре әле финанс көрсөгө кисерә. Улар бөтәһе лә тиерлек Евросоюздан финанс ярҙамы һораны, ә Италия Халыҡ-ара валюта фондының күҙәтеүенә эләкте. Әйткәндәй, II Бөтә донъя һуғышы осоронан алып АҠШ-тың шундай ҙур бурысы булмаған.

Ҡайҙа бензин арзан?

Бензинға хаҡ артыуы хәҙер Рәсәйҙә ғәҙәти күренешкә әйләнде. Быны Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең тикшеренеүҙәре лә асыҡ күрһәтә. Белгестәр әйтеүенсә, уның Европалағы кимәлгә етеүе лә мөмкин. Күптәрҙе һайлауҙарҙан һуң хаҡтың ҡапыл артыу мөмкинлеге бигерәк тә хәүефләндерә икән.
Росстат асыҡлауынса, бензинға хаҡ үткән йыл башынан 15,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Дизель яғыулығына ла хаҡ шаҡтай үҫкән.
Былтыр АИ-76 (АИ-80) маркалы бензиндың хаҡы 22 процентҡа артҡан. АИ-92 – 13,4, АИ-95 – 12,6, дизель яғыулығыныҡы иһә 18 процентҡа күтәрелгән. Шулай итеп, хаҡ элгәре йыл менән сағыштырғанда күпкә шәберәк артҡан тиергә була. Мәҫәлән, 2010 йылда ул ни бары 5,6 процентҡа ғына үҫкән булған.
Белгестәр фаразлауынса, 2012 йылдың һөҙөмтәләре тағы ла күңелһеҙерәк булыуы мөмкин: яғыулыҡҡа хаҡтың Европаныҡы менән тиңләшеүе хәҙер буй еткеһеҙ булып тойолмай. Быға булышлыҡ итеүсе сәбәптәр ҙә арта. Мәҫәлән, быйыл 1 ғинуарҙан бөтөн яғыулыҡ станциялары һәм нефть эшкәртеү заводтары хужаларына мотлаҡ рәүештә яуаплылыҡтарын страховкаларға тура киләсәк. Хужаларҙың был сығымдарының яғыулыҡтың хаҡына һалынасағына бер кем дә шикләнмәй. Шулай уҡ бензинға акциздарҙың да артыуы көтөлә. Уларға хаҡ июлгә тиклем бер литрына 1,2 һумға артһа, һуңынан тағы ла күтәреләсәк. Мәҫәлән, "Евро-2" менән "Евро-3" тағы ла 35 тингә үҫәсәк. Былар ҙа автоһәүәҫкәрҙәрҙең кеҫәһенә һуҡмай ҡалмаясаҡ. Ә бит халыҡтың йәшәү кимәлен Европа халҡыныҡы менән тиң тип әйтеп булмай.
Шулай ҙа Европала яғыулыҡҡа иң арзан хаҡ буйынса Рәсәй арттан икенсе урында. Иң ҡиммәт бензин – Норвегияла. Беҙҙең аҡсаға күсергәндә АИ-95 унда – 76 һум тирәһе. Икенсе урында – Греция, унда был төр бензин 73,5 һум тора. Бензинға һалым иҫәбенә был ил үҙ бюджетын тулыландырырға тырыша, яғыулыҡтың ҡиммәт булыуының да сере ошонда. Өсөнсө урында Нидерландтар, унан ҡала Дания менән Италия килә.
Ә иң арзан бензин Ҡаҙағстанда икән. Белоруссияла беҙҙән саҡ ҡына ҡиммәтерәк. Украинала АИ-95 бензины 41 һумға һатылһа, Польшала ул 51 һум тора.
Ә донъя буйынса иң арзан АИ-95 Кувейтта икән, унда литры ни бары 7,5 һумға тиң.
ММВБ менән РТС берләшә
Рәсәйҙең иң эре фонд биржалары ММВБ (Мәскәү банк-ара валюта биржаһы) менән РТС (Рәсәй сауҙа системаһы), ниһайәт, былтырғы йыл аҙағында берләште. Был яңылыҡты инвесторҙар күптән көтә ине. Әлегә ваҡытлыса ул ММВБ-РТС исемен йөрөтәсәк һәм бер сауҙа майҙанында эшләйәсәк.
Быға тиклем ММВБ Рәсәйҙә генә түгел, Көнсығыш Европала ла иң ҡеүәтле фонд биржаларының береһе һаналды. Ул 1992 йылда асылғайны, акциялары фонд баҙарында ирекле һатыуға сығарылған. 1995 йылда эш башлаған РТС – акциялар һәм финанс инструменттар менән сауҙа итеү буйынса илдәге иң эре биржаларҙың береһе.
Был ике биржаның берләшеүенең төп маҡсаты бер кемгә лә сер түгел. Улар элеккенән дә көслөрәк сауҙа майҙанына әүерелеүҙе һәм Мәскәүҙе халыҡ-ара финанс үҙәктәренең береһенә әйләндереүҙе күҙ уңында тота. Былар иһә донъяның башҡа финанс үҙәктәре менән көнәркәшлек мөмкинлеге бирәсәк. Әйткәндәй, бындай берләшеүҙәр тарихта беренсе тапҡыр ғына түгел, улар быға тиклем ҡайһы бер сит илдәрҙә лә булды.
Әлбиттә, бынан шәхси инвесторҙар ҙа отасаҡ. Бөгөн ММВБ-РТС уларға фонд, аҡса һәм финанс инструменттар баҙарына сығыу һәм килем алыу өсөн ҙурыраҡ мөмкинлектәр булдырған. Быға тиклем был фонд биржаларында инвесторҙарға айырым сикләүҙәр бар ине.
Бер ни тиклем ваҡыт үтеү менән ММВБ-РТС-тың донъяның башҡа биржалары менән көс һынаша алырлыҡ кимәлгә етәсәгенә, ысынлап та, күптәр шикләнмәй. Әммә, белгестәр фекеренсә, был яңылыҡтың кире яғы ла юҡ түгел. Мәҫәлән, был өлкәлә Рәсәйҙең үҙендә конкуренцияның кәмеүе борсолорға мәжбүр итә. Ҡайһы бер инвесторҙар был хәл ММВБ-РТС-тың камиллашыуын һәм үҫешеүен тотҡарлаясаҡ тип хәүефләнә.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем тағы 33 ҡасабаға газ үткәрелә

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем тағы 33 ҡасабаға газ үткәрелә 30.06.2025 // Иҡтисад

Әле 39 ҡасаба-ара газ үткәргес файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 41

Башҡортостанда Белоруссияның Сауҙа йортон асыу мөмкинлеген ҡарайҙар

Башҡортостанда Белоруссияның Сауҙа йортон асыу мөмкинлеген ҡарайҙар 27.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Белоруссияның Сауҙа йортон асыу мөмкинлеген ҡарайҙар...

Тотош уҡырға 38

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте 23.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте...

Тотош уҡырға 50

Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды һаҡлап ҡалды 20.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 50

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр 20.06.2025 // Иҡтисад

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостан Петербург иҡтисад форумында БПЛА өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Петербург иҡтисад форумында БПЛА өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө 19.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург иҡтисад форумында БПЛА өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө...

Тотош уҡырға 41

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды 17.06.2025 // Иҡтисад

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды...

Тотош уҡырға 58

Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡы булған биш район билдәләнде

Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡы булған биш район билдәләнде 17.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡы булған биш район билдәләнде...

Тотош уҡырға 50

Өфөлә бизнес-форумда Беларусь менән хеҙмәттәшлек тураһында 10 документҡа ҡул ҡуйылды

Өфөлә бизнес-форумда Беларусь менән хеҙмәттәшлек тураһында 10 документҡа ҡул ҡуйылды 11.06.2025 // Иҡтисад

Өфөлә бизнес-форумда Беларусь менән хеҙмәттәшлек тураһында 10 документҡа ҡул ҡуйылды...

Тотош уҡырға 52

Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы йәнә ҡиммәтләнә

Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы йәнә ҡиммәтләнә 10.06.2025 // Иҡтисад

Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы йәнә ҡиммәтләнә...

Тотош уҡырға 56

Республикала ағымдағы йылға бюджетҡа төҙәтмәләр индерелде

Республикала ағымдағы йылға бюджетҡа төҙәтмәләр индерелде 03.06.2025 // Иҡтисад

Республикала ағымдағы йылға бюджетҡа төҙәтмәләр индерелде...

Тотош уҡырға 94

Өфөлә вертолеттар өсөн аэропорт төҙөлә

Өфөлә вертолеттар өсөн аэропорт төҙөлә 30.05.2025 // Иҡтисад

Өфөлә вертолеттар өсөн аэропорт төҙөлә...

Тотош уҡырға 116