Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сүкеш менән һандал араһында...
Яңы йыл, һәр ваҡыттағыса, байтаҡ яңылыҡ алып килде. Улар араһында арыуыраҡтары ла, күңелде ҡырғандары ла етәһе. Шатландырғандарының береһе – “Ауыл табибы” программаһы быйыл да эшләйәсәк. Был хәл, әлбиттә, йәш докторҙарҙы ауыл еренә ҡайтарыу өсөн өҫтәмә этәргес буласаҡ.

Сүкеш менән һандал араһында...



Юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙ


Рәсәйҙәр көндән-көн һаҡсылыраҡ була бара. Социологтар үткәргән тикшеренеү һөҙөмтәһендә халыҡтың көндәлек сығымы кәмеүе асыҡланған. Был бигерәк тә аҙыҡ-түлеккә ҡағыла.

Бик хәүефле күренеш: тап ошондай хәл бөтә донъяны көрсөккә терәгән 2008 йылда ғына күҙәтелгән. Мәҫәлән, рәсәйҙәрҙең сығымы кәмеүе былтырғы йыл аҙағында үтә лә асыҡ күренде. Байрамдар мәлендә генә халыҡ бер аҙ “билбауын бушатып” алған икән. Белгестәр фекеренсә, хатта аҙыҡ-түлекте лә аҙыраҡ һатып ала башлағандар. Был бигерәк тә уртаса хәллеләргә хас икән, улар сығымдарын йыл дауамында яҡынса 12 процентҡа (инфляцияны иҫәпләгәндә) кәметергә мәжбүр булған.
Хәлдең сәбәбен белгестәр халыҡтың килеме кәмеүе менән аңлата. Мәҫәлән, уртаса хәллеләр иҫәбенә ингәндәр, аҙ тәьмин ителгәндәрҙән (бюджет өлкәһендә эшләүселәр, пенсионерҙар) айырмалы, хеҙмәт хаҡының дәүләт тарафынан индексацияланыуына өмөтләнә алмай. Юғары килемлеләр менән дә (эшҡыуарҙар, топ-менеджерҙар һәм башҡалар) ярышыу мөмкин түгел: килемен улар кеүек үҙҙәре теләгәнсә арттыра алмайҙар. Шуға булғаны менән мөрхәтһенергә тура килә лә инде. Бындай мәлдә “юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙ” тигән халыҡ әйтеме бигерәк көнүҙәк яңғырай.

Кредит алғанда алданмаясаҡһың...


Быйыл 1 ғинуарҙан “Ҡулланыусылар кредиты тураһында” Закон ғәмәлгә инде. Уның бер етешһеҙлеге бар – хәҙер кредит юллауы элеккегә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ.

Әммә ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Бынан ары банк кредит тураһында бөтөн мәғлүмәтте асыҡтан-асыҡ күрһәтергә бурыслы: килешеүҙә ваҡ шрифт менән яҙырға ярамаясаҡ, кеше алған аҡсаһынан 14 көн эсендә баш тарта аласаҡ. Кредиттың проценттары ла Үҙәк банк күрһәткәндән юғарыраҡ булырға тейеш түгел.
Закон авторҙары коллекторҙар (бурысты көс менән ҡайтарыусылар) тураһында ла онотмаған. Мәҫәлән, хәҙер улар төн уртаһында бурыс ҡайтарыуыңды талап итеп шылтырата алмаясаҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта банктар ҡайтарылмаған кредиттарҙы улар иңенә ҡыйыу рәүештә һала аласаҡ. Тимәк, тиҙ генә кеҫә ҡалынайтып, финанс ойошмаларын һемәйтеүгә иҫәп тотоусыларға еңелдән булмаясаҡ.
Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, яңы Закон финанс баҙарын сәләмәтләндереүгә этәргес бирәсәк. Баҡһаң, бөгөн рәсәйҙәрҙең күп өлөшө кредит һаҙлығына сумған (дөйөм бурыс күләме 10 триллион һумға яҡынлаша!) – уларҙың килеменең кәмендә биштән бер өлөшө банктарға кредит ҡайтарыуға китә икән.
Әммә банк тармағы белгестәре бындай фекер менән килешмәй: әйтеүҙәренсә, кредиттарға ҡарағанда, халыҡтың һаҡламдары, йәғни депозит иҫәптәре, байтаҡҡа күберәк. Рәсәйҙәр аҡсаны тотоноуға ҡарағанда туплауҙы хуп күрә. Банктар ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың кредит һаҙлығына батыуы ла ысынбарлыҡҡа тап килмәй – йәнәһе лә, бөгөн ватандаштарыбыҙҙың эш хаҡының яҡынса 10 проценты ғына кредит түләүгә китә икән.
Белгестәр фекеренсә, күп банктар яҡын арала кредит биреүҙе сикләп кенә ҡалмаясаҡ, поручителдәр һәм аманат тураһында мотлаҡ талап индереүҙәре лә бар. Шулай уҡ кредит һораусының ғаризаһын тикшереүҙе 45 көнгәсә оҙайтыуҙары ихтимал.

Ауыл табибына – миллион һум


“Ауыл табибы” программаһын тормошҡа ашырыу 2014 йылда ла дауам итәсәк. Был турала Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева белдерҙе.

Медицина хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау өсөн булдырылған был программаға ярашлы, юғары белем алғандан һуң ауыл еренә эшкә ҡайтҡан табиптарға (35 йәшкә ҡәҙәр) 1 миллион һум күләмендә аҡса бүленә. Был маҡсатҡа Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фонды бюджетынан 2932,5 миллион һум тотоноу ҡаралған, шул иҫәпкә Рәсәй ауылдарына тағы ла 5865 табипты йүнәлтеп буласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте мөрәжәғәте буйынса программаны үтәү өсөн беҙҙең төбәккә федераль бюджеттан 25 миллион һум бүленәсәк. Республика ҡаҙнаһынан да бер аҙ аҡса өҫтәлеүен иҫәпкә алғанда, ауылдарыбыҙға тағы ла 50 табипты эшкә ебәреү мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, ауылдарҙа “аҡ халатлылар”ға һаман да ҡытлыҡ һаҡлана — 900-ҙән ашыу табип етешмәй.
Әйткәндәй, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҙгәртеп ҡороу программаһына ярашлы, йәш белгестәрҙе ауыл еренә эшкә ҡайтарыу 2012 йылда башланғайны. “Ауыл табибы” программаһы буйынса республикабыҙ райондарына 2012 йылда – 610, былтыр иһә 275 йәш табип эшкә барған.


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә