Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илдар Мостафин, Илеш районы хакимиәте башлығы: "Дәүләт ярҙам итһә генә, ауыл йәшәйәсәк"
Илдар Мостафин, Илеш районы хакимиәте башлығы: "Дәүләт ярҙам итһә генә, ауыл йәшәйәсәк"
Илеш халҡы элек-электән үҙенең киң күңеллелеге һәм хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән дан тота. Билдәле шәхестәре менән дә хаҡлы ғорурланалар: Муса Гәрәев, Мәлик Харис, Роберт Миңнуллин, Ринат Хәйри, Суфиян Поварисов һәм башҡалар был төбәктең саф һауаһын һулап ҡанат нығытҡан бит. Бөгөн ниндәй уй-хыялдар, маҡсаттар менән көн итә илештәр? Ниндәй уңыштарға ҡыуанып, нимә өсөн борсолалар? Район хакимиәте башлығы Илдар МОСТАФИН менән әңгәмәбеҙ тап ошо хаҡта.


— Илдар Иршат улы, былтырғы һауа шарттары крәҫтиәнгә ауыр һынауҙар ҡуйҙы. Илештәр был ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сыҡты? Йыл йомғаҡтарынан ҡәнәғәтһегеҙме?
— Эйе, ысынлап та, ҡатмарлы һауа шарттары ауыл эшсәндәре өсөн ысын һынау булды. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, район игенселәре тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә бирешмәне. Предприятиелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 104,8 мең тонна иген йыйып алды. Һәр гектарҙан уртаса уңыш 19,8 центнер тәшкил итте. Бөтә хужалыҡтарҙа ла тиерлек орлоҡ һәм фураж тупланды, киләһе уңышҡа нигеҙ һалынды. 44 мең гектарҙан ашыу майҙан туңға һөрөлдө, 19 700 гектарҙа ужым сәселде.
"Урожай" ышанысҡа ҡоролған ширҡәтендә игендең тулайым йыйымы 7 725 тонна, "Үҙәк" МТС филиалында — 7 356, "Илеш" МТС-ында — 7 053, М. Горький исемендәге ауыл хужалығы кооперативында — 5 842, "Мир" кооперативында — 5 595, Куйбышев кооперативында 4 215 тонна тәшкил итте. "Илеш Агро" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү участкаларында был күрһәткес 18 900 тоннаға етте. "Урал" йәмғиәте игенселәре һәр гектарҙан — 27, "Илеш" кооперативы 26 центнерҙан ашыу уңыш йыйып алды. Рапс үҫтереү буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә "Илеш" МТС-ы эшсәндәре өлгәште. Мал ҡышлатыу өсөн 16 мең тонна бесән, 89 мең тонна сенаж, 92 мең тоннанан ашыу силос әҙерләнде.
Район малсылары ла ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Былтыр хужалыҡтар 56 074 тонна һөт, 7 420 тонна ит етештерҙе. Бер һыйырҙан уртаса һауым 4 339 килограм тәшкил итә. Районда биш тоҡомсолоҡ хужалығы бар. Сифатты яҡшыртыу маҡсатында йыл башынан алып тоҡомло 330 тана һатып алынды. Дөйөм алғанда, йыл йомғаҡтарынан ҡәнәғәтбеҙ.
— Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығындағы ҡаҙаныштарҙы нисек баһалайһығыҙ? Ни тиһәң дә, район был осорҙа юғары етештереүсәнле заманса техниканы күпләп һатып алған. Ҡайһы бер хужалыҡтар "500 ферма" программаһында ҡатнаша. Илебеҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инде. Һеҙҙеңсә, был хәл ауыл хужалығына ниндәй ҙә булһа йоғонто яһанымы?
— Ауыл хужалығы эшсәндәре ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште. Йыл һайын районда 2,5 миллиард һумлыҡ тулайым тауар етештерелә. Уның 51 проценты — предприятиеларға, 42-һе — шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға, 7 проценты крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тура килә. 2016 йылға етештереү күләменең 3 миллиард һумдан артыуына өмөт итәбеҙ.
Һуңғы биш йылда 1 миллиард һумлыҡ яңы техника һатып алынды. Сит илдәрҙең "Джон Дир", "Экселент", "Цитане", "Моррис Максим", "Хорш", "Пронто" сәсеү комплекстары бер үк ваҡытта бихисап ғәмәл башҡарыу мөмкинлеген бирә, өҫтәүенә, яғыулыҡ-майлау материалдары, финанс һәм кеше хеҙмәте экономиялана.
Йыл һайын район фондына 12 мең тоннанан ашыу орлоҡ һалына. Һөрөнтө ер тулыһынса эшкәртелә. Өс йыл эсендә уның майҙаны 5 мең гектарҙан ашыуға артҡан.
"500 ферма" программаһына ярашлы ныҡ ҡына эшләйбеҙ. Документ ғәмәлгә индерелгәндән алып унда районыбыҙҙың һигеҙ хужалығы ҡатнашты. Малсылыҡ фермаларын үҙгәртеп ҡороу, ҡорамалдар һәм тоҡомло мал һатып алыу йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡарылды. Рәсәй, республика Хөкүмәте ярҙамында ауыл хужалығында үҫеш күҙәтелә. Йыл һайын районға төрлө ауыл хужалығы йүнәлештәре буйынса 200 миллион һумдан ашыу дотация һәм субсидия бүленә.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы коллегияһы материалдарынан күренеүенсә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү илебеҙҙәге ауыл хужалығына ҙур йоғонто яһаған. Иткә хаҡ түбәнәйгән. Сит илдән күпләп индереү һөҙөмтәһендә, сусҡа итенә ихтыяж кәмегән. Бер үк ваҡытта аҙыҡ-түлектең сифатына талап көсәйгән. Ауыл хужалығын һаҡлап ҡалыу өсөн үҙебеҙҙең етештереүселәргә дәүләт ярҙамы талап ителә.
— Төҙөлөш — ауыл үҫешендәге төп күрһәткестәрҙең береһе. Ошо йәһәттән районығыҙҙа ҡаҙаныштар бармы? Йәштәрҙе, етем балаларҙы — торлаҡ, күп балалы ғаиләләрҙе ер менән тәьмин итеү мәсьәләһе нисек хәл ителә?
— Райондағы агросәнәғәт комплексы предприятиеларына һәм ойошмаларына йәш белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында "2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү" айырым маҡсатлы федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырылды. 2003—2013 йылдарҙа 178 йәш ғаиләгә һәм белгескә 130 миллион һумдан ашыу күләмдә субсидия бирелде.
Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән "Торлаҡ" айырым маҡсатлы программаһы, "Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" республика программаһы эшләй. Уларға ярашлы, 123 ғаиләгә 20,56 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде.
2012 йылда районда "Йорт комплекты" программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Уның ярҙамында халыҡҡа йорт һалыуға йылына 5 процентҡа арттырып түләү шарты менән ташламалы заем алыу мөмкинлеге бирелә. Былтыр 17 ғаилә 4,25 миллион һумлыҡ йорт комплекты алып торлаҡ төҙөнө.
Йорт һалыу өсөн ер участкалары ла, биләмәләрҙе үҫтереү һәм киңәйтеү мөмкинлеген иҫәпкә алып, планға ярашлы бүленә. Районда күп балалы 281 һәм инвалид бала тәрбиәләгән 16 ғаилә ер алырға теләк белдерҙе.
— Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хәлдәр нисек? Район хакимиәте йүнселлеккә тейешле иғтибар бирәме? Инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе ҡәнәғәтләнерлекме?
— Районда эшҡыуарлыҡ тотороҡло үҫешә, өр-яңы сауҙа-сервис үҙәктәре, етештереү майҙансыҡтары төҙөлә, хеҙмәттәр өлкәһе киңәйә, биләмәләр төҙөкләндерелә. Хакимиәт бындай эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бүлә. Һәр эшҡыуарға мөмкинлектән сығып ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Һалым, ҡуртым хаҡын түләү менән бәйле, төҙөлөш өсөн ер бүлеү кеүек мәсьәләләр хәл ителә. Эшҡыуарҙарға эште башлаған осорҙа субсидия бирелә, лизинг түләүҙәре ҡаплана, буш биналар, ер менән тәьмин итеү ҡарала.
Инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе ярайһы уҡ юғары. Бөгөн һөт ризыҡтары баҙары үҫешә. Етештереү майҙансығын киңәйтеүгә, ҡорамалдар һатып алыуға ихтыяж бар. Үҫемлекселек продукцияһы әлегә сеймал булараҡ эшкәртелә. Ҡатнаш аҙыҡ етештереүгә, рапс менән көнбағыш кеүек культураларҙы, ит эшкәртеүгә инвестиция кәрәк.
“Илеш Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йөҙөндәге инвесторҙар ете хужалыҡты берләштерә. Улар район иҡтисадына 300 миллион һумдан ашыу аҡса тотондо, ит комбинатына 100 миллион һумлыҡ реконструкция үткәрҙе. Әле йәмғиәт ҡатнаш аҙыҡ заводын яңыртыу менән мәшғүл.
Тағы ла бер инвестор – “Илешрапс” йәмғиәте май-экстракция заводын проектлай башланы. Төҙөлөштөң хаҡы – 800 миллион һумдан ашыу.
— Һәр хакимиәттең төп бурысы – район биләмәһендә йәшәгән кешеләргә хеҙмәт итеү, уңайлы көнкүреш шарттары булдырыу. Һеҙҙеңсә, илештәр тормош шарттарынан ҡәнәғәтме? Мәҫәлән, улар лайыҡлы эш хаҡы ала, тип әйтергә мөмкинме?
Илдар Мостафин, Илеш районы хакимиәте башлығы: "Дәүләт ярҙам итһә генә, ауыл йәшәйәсәк"— Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын ваҡытында иҫәпләү һәм түләү мәсьәләләре хакимиәттең даими иғтибар үҙәгендә. Ауыл хужалығы предприятиеларында эш хаҡы фонды, тимәк, хеҙмәт хаҡы ла йылдан-йыл арта. Уҙған йыл йомғаҡтарынан күренеүенсә, уртаса айлыҡ эш хаҡы 10 817 һум тәшкил иткән. Был күрһәткес башҡа тармаҡтарҙағыға ҡарағанда түбәнерәк, әлбиттә. Уның ҡарауы, ауыл халҡы шәхси хужалыҡтан өҫтәмә табыш ала. Йәшәү өсөн шарттар етерлек: бөтә ауылдарға ла газ, һыу үткәрелгән, юл һалынған. Һәр ғаиләлә тиерлек еңел автомобиль бар.
— Мәғариф өлкәһендә хәл нисек? Белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары нисек эшләй? Ҡулайлаштырыу мәсьәләләре һеҙҙең районды ла урап үтмәгәндер?
— Әле беҙҙә мәктәпкәсә мәғариф селтәрендә 34 балалар баҡсаһы иҫәпләнә. Биш учреждениела мәктәпкәсә төркөмдәр бар. Бындай ойошмаларға 1 498 бала йөрөй. Үрге Йәркәй, Андреевка, Ҡарабаш, Йөннө, Иҫке Күктау ауылдарында баҡсаларға сират күҙәтелә.
Дөйөм мәғариф системаһында 32 ойошма эшләй. Өҫтәмә белем биреү учреждениеһы йәмғеһе өсәү. Уларҙа 2 126 бала 151 йүнәлеш буйынса белем ала. Районда 597 педагогик хеҙмәткәр бар, шуларҙың 90,5 проценты юғары белемле. Бер уҡытыусыға уртаса алғанда һигеҙ уҡыусы тура килә. Районыбыҙҙа белем сифаты йылдан-йыл яҡшыра. 2010/11 уҡыу йылында мәктәпте тамамлаусыларҙың — 61,4, 2012 йылда иһә 73,5 проценты юғары уҡыу йортона ингән.
Райондағы дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһы нигеҙендә 18 миллион һумдан ашыу күләмдәге эш башҡарылды, ҡорамал һатып алынды. Федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса Иғмәт ауылы мәктәбендәге ҡаҙанлыҡты, Баҙытамаҡ, Иҫәнбай ауылдары мәктәбе, Үрмәт ауылы мәктәбенең Тыпый филиалы ҡыйығын йүнәтеүгә, спорт ҡорамалдары, медицина, ашхана йыһаздары һатып алыуға йүнәлтелде.
Ҡулайлаштырыу мәсьәләләре районыбыҙҙы ла урап үтмәне. Ләкин был — тәбиғи процесс. Мәҫәлән, Үрмәт, Иғмәт ауылдарындағы урта мәктәптәр, Теләкәй, Тыпый төп мәктәптәре үҙгәртеп ҡоролдо. Башланғыс мәктәп-филиалдарға әүерелгән учреждениеларҙың балалары яҡын мәктәптәргә йөрөтөлә. Түбәнге Йәркәй ауылында 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы, уның "Завод" биҫтәһендә 180 кешелек физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 192 уҡыусыға иҫәпләнгән лицей асылды.
— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уңыштар бармы? Районға йәш белгестәр киләме? Улар өсөн шарттар тыуҙырыламы? "Ауыл табибы" программаһына ярашлы нисә белгес аҡса алды?
— Һаулыҡ һаҡлауҙа кадрҙар мәсьәләһе өҫтөнлөклө булып ҡала. Күптән түгел генә был мәсьәлә киҫкен ине: табиптарҙың өстән бер өлөшө пенсия йәшенә еткән, ә уларға алмаш юҡ. Хәлде иҫәпкә алып, сара күрҙек. Бер нисә йыл рәттән өс яҡлы килешеү нигеҙендә Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатҡа ярашлы табиптар әҙерләйбеҙ, йыл һайын мәктәпте тамамлаусыларҙы йүнәлеш буйынса уҡырға ебәрәбеҙ. "Ауыл табибы" программаһы ла яҡшы һөҙөмтә бирҙе, әлбиттә. Һуңғы өс йылда районыбыҙға 23 табип эшкә килде. Шуларҙың 20-һе, ошо программала ҡатнашып, 1-әр миллион һум күләмендә аҡса алды.
Йәш белгестәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә яңы килгәндәргә эш урынынан торлаҡ, йорт һалыуға ер, ташламалы кредит бүләбеҙ. Өс йыл эсендә 13 табип көнкүреш шарттарын яҡшыртты. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш урыны ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Дауаханала капиталь ремонт үткәрелде, медицина ҡорамалдары, санитария автотранспорты даими яңыртыла. Өс ауылда өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, тағы ла ике пункт төҙөлөшө тамамланыуға табан бара, киләсәктә тағы ла икәүҙе асыу күҙаллана.
— Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бәйле районда ниндәй саралар уҙғарылды? Экология мәсьәләһе нисек хәл ителә?
— Был йәһәттән районда байтаҡ эш башҡарылды. Мәҫәлән, 50 меңдән ашыу ағас ултыртылды, 57 сүплек тәртипкә килтерелде, 1,6 гектар майҙанда сәскә сәселде, хужаһыҙ 119 йорт һүтелде. Районда 870-тән ашыу өмә ойошторолдо, уларҙа 32 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсатында мәғариф бүлеге тарафынан байтаҡ сара уҙғарылды. Мәктәп, лицей уҡыусылары ағас, сәскә ултыртыуҙа, биләмәләрҙе, йылға-күл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнашты.
2009 йылдан алып иҫке һыу торбаларын яңыға алмаштырыу буйынса эш башҡарыла. Халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу, мәҙәни ял ойоштороу маҡсатында хакимиәт ике йыл рәттән ауылдарҙы, шишмә, ҡоҙоҡтарҙы төҙөкләндереү буйынса конкурс иғлан итте. Бүленгән аҡсалата премия ауылды артабан тәртипкә килтереүҙә файҙаланылды. Әйтергә кәрәк, бындай бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта. Былтыр Шәммәт ауылының Ансаф шишмәһе, Рысай ауылының Алһыу ҡоҙоғо, Гремячий Ключтың Сөләймән инеше иң яҡшыһы тип танылды.
— Билдәле булыуынса, Илеш — күп танылған сәнғәт вәкилдәре: яҙыусылар һәм шағирҙар, йырсылар һәм композиторҙарҙың тыуған яғы. Шуға күрә төбәктә мәҙәниәттең үҫеше хаҡында ышаныслы һөйләргә мөмкин. Бының сере нимәлә?
— Беҙ республика, төбәк-ара, халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ, сөнки был райондың абруйын арттырып ҡына ҡалмай, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығын байыта, үҙешмәкәр артистарҙың ижадын таныта, уларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә. 2012—2013 йылдарҙа Башҡортостан Президенты призына "Байыҡ" республика телевизион бәйгеһендә, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге, "Яратам һине, тормош", "Туған тел", Радик Гәрәев исемендәге конкурстарҙа, "Шәжәрә", Гармун байрамында, "Оҙон көй" төбәк-ара, "Дуҫлыҡ моңо" халыҡ-ара конкурстарында ҡатнаштыҡ. Вәкилдәребеҙ дипломдар, рәхмәт хаттары, сертификаттар менән бүләкләнде. Күмәк мәҙәни сараларға ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Уларға халыҡтың бөтә социаль һәм йәш төркөмдәрен йәлеп итергә мөмкин. Был йәһәттән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған "Ҡаҙ өмәһе", "Ҡарға бутҡаһы", "Кәкүк сәйе", "Тыуған ерем, яҡташтарым", "Уңыш ҡаҙанған яҡташтар — йәштәр өсөн өлгө" кеүек саралар, яҙыусылар һәм шағирҙар менән ижади кисәләр бик мөһим. Урындарҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөҙөмтәле эшләй. Ауылдарҙа художество үҙешмәкәр коллективтарҙың төрлө жанрҙар буйынса смотры үткәрелде. "Йырлап йәшәйек, дуҫтар!", "Моңға бай гармун байрамы", "Шәреҡ-шоу", "Илеш һандуғасы" кеүек бәйгеләрҙә халыҡ ҙур теләк менән ҡатнашты.
— Баҫмаларыбыҙ кешеләрҙе рухи яҡтан байытыуға булышлыҡ итә. Илештәр киң мәғлүмәт саралары менән дуҫмы? "Башҡортостан" гәзитенең һәр һанын шәхсән үҙегеҙ уҡып бараһығыҙмы?
— Белеүемсә, һуңғы 30 йылда район — алдырған гәзит-журналдар һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә. Һәр клубта, китапхана, мәктәп, балалар баҡсаһы, медицина учреждениеһында, барлыҡ предприятиеларҙа, ойошмаларҙа матбуғат баҫмаларын яҙҙырыуға өлгәшергә тырышабыҙ. Халҡыбыҙ донъяла, илдә, республикала барған хәл-ваҡиғалар менән даими ҡыҙыҡһына. Һеҙҙең гәзит тураһында айырым әйтмәксемен. Баҫмағыҙ — иң уҡымлыларҙың береһе. Гәзитегеҙҙең һәр һаны менән танышып барам.
— Илдар Иршат улы, һеҙ, йәш булыуға ҡарамаҫтан, абруйлы һәм талапсан етәксе. Илеш кеүек ҙур районға идара итеү өсөн айырыуса ҙур яуаплылыҡ тойорға кәрәк. Эшегеҙҙә осраған ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн ҡайҙан көс алаһығыҙ?
— Бар булмышым эшкә арналған. Ғаиләмә килгәндә, ҡатыным менән өс ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Улар — шатлығыбыҙ ҙа, ғорурлығыбыҙ ҙа. Өлкән ҡыҙҙарыбыҙ мәктәптә уҡый, бер үк ваҡытта музыка менән дә шөғөлләнә, ә кесеһе балалар баҡсаһына йөрөй. Көс-ҡеүәтте ғаиләмдән алам. Эштә ҡыйынлыҡтар булмаһа, тормош та ҡыҙығын юғалтыр ине. Ауырлыҡтарҙы еңеп, кеше көс, тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ туплай.
Әле беҙ "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы Федераль закон менән билдәләнгән ҙур мәсьәләләрҙе хәл итергә ниәтләйбеҙ. Был эште тормошҡа ашырыуға етерлек аҡса юҡ. Ошо — ҙур ҡыйынлыҡ. Әлбиттә, республика Хөкүмәте яғынан даими ярҙам күрһәтелә.
— Тынғыһыҙ эшегеҙҙә артабан да уңыштар юлдаш булһын, Илдар Иршат улы!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 504

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704