Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тармаҡ нығыныу юлында
Тармаҡ нығыныу юлындаСираттағы йыл тамамлана. 2013 йыл Башҡортостандың аграр хужалығы өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә ыңғай үҙгәрештәр осоро булды. Беренсенән, һауа шарттары игенселәр өсөн шаҡтай уңайлы (йәйҙең икенсе яртыһында һәм көҙ йышайып киткән ямғырҙарҙы иҫәпкә алмағанда) килде. Икенсенән, тармаҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса эшлекле саралар күрелә. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин менән әңгәмәлә аграр хужалыҡтағы ҡаҙаныштар һәм проблемалар хаҡында һүҙ барҙы.

— Азат Салауат улы, мал ҡышлатыу дауам итһә лә, игенселәр өсөн хужалыҡ йылы күптән тамамланды. Йылан йылы нимәһе менән һөйөндөрҙө һәм, киреһенсә, көйөндөрҙө? Телгә алып һөйләрлек мөһим ваҡиғалар булдымы, һәм һеҙ уларға ниндәй аңлатма бирер инегеҙ?
— Һөйөндөргәне шул: 2012 йылғы ауыр шарттарҙан һуң баҫыу эштәрен уңышлы үткәреп, 2,2 миллион тоннанан күберәк иген һуғып алынды. Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Саҡмағош райондарында хеҙмәт күрһәткестәре бигерәк тә юғары. Күгәрсен, Көйөргәҙе, Илеш, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы райондарында ла һөҙөмтәләр яҡшы. Баймаҡ, Хәйбулла райондарында былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк иген һуҡтылар. Дөйөм алғанда, республика үҙен киләһе йылға орлоҡ менән тәьмин итте. Башҡорт бройлеры программаһы, Мәләүез районында күркә үрсетеү, Благовар районында сусҡасылыҡты үҫтереү буйынса ҙур проект ғәмәлгә ашырыла һ.б.
Көйөндөргәне шул: минераль ашлама етерлек, орлоҡтар яҡшы сифатлы булып та, уңыштың аҙыраҡ алыныуы. Яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ күтәрелеүе лә күңелде ҡыра. Быларға йәштәрҙең ауылға ҡайтмауын да өҫтәргә кәрәк.

— Теләһә ҡайһы дәүләттең үҙенә генә хас аграр сәйәсәте була. Рәсәйҙең юғары даирәләре иҡтисади сәйәсәт юҡлыҡта йыш тәнҡитләнә. Капиталистик Рәсәйҙең ауыл хужалығы сәйәсәте тураһында ни әйтергә мөмкин? Сәйәсәт юҡлығы үҙе үк сәйәсәтте аңлата. Был хәл ғәмәлдә нисек сағылыш таба?
— Тармаҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһы бар. Уҙған йылға саҡлы беҙ 2008 – 2012 йылдарға үҫеш йүнәлештәре программаһы буйынса эшләнек. Быйылғы ошондай документ 2020 йылға тиклемге осорҙо эсенә ала. Дәүләт ҡаҙнаһынан игенселәргә гектарына 480 һумдан субсидия бирелә. Продукцияның үҙҡиммәте түбән икән, эшләргә мөмкин. Ауыл хужалығында иң мөһиме – технологияларҙы боҙмау.

— Көс министрлыҡтары кеүек, аграр тармаҡ флагманы Мәскәүгә туранан-тура буйһонмай. Әммә был аграр сәйәсәтте беҙҙә ирекле алып барырға мөмкин тигәнде аңлатамы? Әллә барыһын да “юғары”нан көтөү ғәҙәте был тармаҡта ла көслөмө?
— Үҙебеҙҙең республика программаһы ҡабул ителә. Элекке кеүек: “Шул саҡлы тапшыр!” — тигән күрһәтмә төшөрөлмәй. Рәсәй һәм Башҡортостан ҡаҙнаһынан ауыл хужалығы ихтыяждарына 7,5 миллиард һум бүленде. Беҙҙә техниканы 40 процентҡа арзаныраҡҡа һатып алыу мөмкинлеге бар. Үҙебеҙҙең “500 ферма” программаһы ғәмәлгә ашырыла. Ғаилә фермаларын арттырыу буйынса эш алып барабыҙ.

— Теге йәки был хәлгә объектив баһа биреү өсөн уны сағыштырып ҡарау мотлаҡ. Мәҫәлән, ауыл хужалығы күрһәткестәрен “былтырғыға ҡарағанда” тип баһалау традицияһы йәшәй. Баҙар Рәсәйендәге аграр хужалыҡты Советтар Союзы менән сағыштырғанда, өҫтөнлөктәре нимәлә күренә?
— Элек һәр һыйырҙан йылына 3 мең килограмм һөт һауып алыу ҡаҙаныш иҫәпләнде. Хәҙер Башҡортостан буйынса уртаса һауым — 3780 килограмм! Саҡмағош районында иһә — 5,6 мең, Стәрлетамаҡта — 5,3 мең, Дүртөйлөлә 5 мең килограмм һөт һауып алалар. Игенселектә юғары етештереүсәнле комбайндар файҙаланыла. Элекке урғыстар сменаһына 5-6 гектар игенде яҫмаға һалһа, хәҙергеләре уны 80 гектарға еткерә. Иң мөһиме — ауыл хужалығында ҡул көсөнә урын ҡалманы.

— Эшкәртелмәй ятҡан ерҙәр, урамдары бушап ҡалған, ҡулынан эш килгән ирҙәре теге йәки был тарафтарҙа аҡса эҙләргә мәжбүр булған ауылдарҙа тормоштоң яңынан ҡайнай башларына өмөт бармы?
— Былтыр аграр форумдың Өфөлә уҙғарылыуы тармаҡта хәлдең насар түгеллеген күрһәтә. Фермерҙарға 1,5 миллион һум грант бирелә. Ғаилә фермаһы асыла икән, ул грант алырға хоҡуҡлы. Ауыл хужалығын киңерәк һәм тәрәнерәк үҫтереү йәһәтенән инвесторҙарға иҫәп тотабыҙ. Дөрөҫ, улар ерҙең уңдырышлылығына, урындағы тәбиғәт шарттарына ҡарап эш итә.

— Капитализм үҙенең үҫешендә инициативаға таяна, ти белгестәр. Ауыл хужалығында ундай сифат күҙәтеләме? Уға ваҡыт йоғонтоһо нисегерәк?
— Фермер хужалығы инициативаһыҙ эшләй алмай. Мәҫәлән, Мәләүез районында Шәрипов шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә бик яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Баймаҡта — Шәрәфетдиновты, Хәйбуллала — Фунтиков менән Власенконы, Бүздәктә Хәбибрахмановты тап шундай сифаттарға эйә йүнселдәр тип атарға мөмкин. Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү, ғәмәлгә ашырыу буйынса хәҙер райондарҙа информацион-консультатив үҙәктәр эшләй. Ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, инициатива әлегә самалы.

— Баҙар иҡтисадының бишеге булған Көнбайышта крәҫтиән дәүләт тарафынан ныҡлы яҡлау таба: аҡса, донъя баҙарына сығыу, хоҡуҡи ярҙам һ.б. Ә беҙҙә крәҫтиән үҙ тауарын баҙарға сығарып һата алмай, сөнки алыпһатарҙар юлды япҡан...
— Европала аграр хужалыҡ менән дәүләт араһында мөнәсәбәттәр көйлө нигеҙгә һалынған. Унда гектарына 480 евро дәүләт субсидияһы бирелә, беҙҙә иһә ул 40 тапҡырға кәмерәк. Уларҙа һөттөң дә үҙҡиммәте күпкә түбән, хеҙмәт етештереүсәнлеге тураһында әйтергә лә түгел. Беҙҙә шарттар ҙа икенсе, мәҫәлән, мал ҡышлатыу 240 тәүлек дауам итә, һәм был сығымдарҙы ла арттыра.
Өфөлә күмәртәләп һатыу-урынлаштырыу үҙәге эш башлаясаҡ, ауыл хужалығы эшсәндәренә үҙ продукцияһын шунда килтереп һатыу мөмкинлеге тыуа. Дөрөҫ, һәр кемгә үҙе йөрөп, кәрәкмәгән сығымдары артмаһын өсөн, кооперацияға берләшеү яғын ҡарарға кәрәк булыр.

— Боронғо донъя философы, ерҙә ирекле кеше эшләргә тейеш, тигән. Тарихтан белеүебеҙсә, батшалар дәүерендә урыҫ крәҫтиәне крепостной булһа, Советтар уны колхозға бәйләп ҡуя. Дөрөҫ, бөгөн крәҫтиән ирекле кеүек. Тик быны аңлы ирек тип атап буламы, был азатлыҡ крәҫтиәндәр яғынан тейешенсә баһаланамы?
— Бөгөн крәҫтиән ысынлап та ирекле. Теләй икән, иген сәсә йәки малсылыҡ менән шөғөлләнә ала. Дәүләттән кредит алырға мөмкин. Дөрөҫ, проценттар юғары. Крәҫтиән продукцияһын ҡайҙа теләй – шунда һата ала. Уға элекке кеүек, Башҡортостандан ситкә сығарма, тип тыйыусылар юҡ.

— Рәсәй ВТО-ға инеү менән донъя баҙарындағы роле үҙгәрҙе генә түгел, дәүләт эске баҙарҙа ла үҙ өҫтөнә яңы йөкләмәләр алды. Октябрь урталарында федераль министр Николай Федоров “Российская газета”һында һәр килограмм һөт өсөн түләнәсәк субсидия тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны, күптән түгел “Известия” гәзите был ниәттең һүҙҙә генә ҡалыуы тураһында хәбәр итте. Ауыл хужалығы предприятиелары алған кредиттарҙың түләү срогын оҙайтыуҙы ла ошондайыраҡ яҙмыш көтәме?
— Әлегә был темаға нөктә ҡуйылмаған. 2012 йылда һөт етештереүселәр өсөн федераль ҡаҙнанан 10 миллиард һум бүленгәйне, ил буйынса һөт һауып алыу 16 процентҡа кәмене. Дөрөҫ, Башҡортостанда беҙ уға юл ҡуйманыҡ. Кредит тураһында ла һөйләшеүҙәр дауам итә.

— Николай Васильевич шулай уҡ аграр секторҙа эшкәртеү сәнәғәтенең артта ҡалыуы һәм киләсәктә был проблеманы бөтөрөү буйынса эш алып барыласағы хаҡында ла әйтеп үтте. Рәсәйҙә эшкәртеү базаһын үҫтереү өсөн инвестициялар (хәҙер был һүҙ модаға әйләнде) кәрәк. Һеҙҙеңсә нисек, был маҡсатта беҙ углеводородтар һатыуҙан килгән долларҙарҙы файҙалана алмайбыҙмы ни?
— Һөт эшкәртеү буйынса беҙҙең Көньяҡ Урал райондарында хәл яҡшынан түгел. Сибай һөт комбинаты 2008 йылдан бирле эшһеҙ тора. Ит, картуф эшкәртеү базаһын булдырыу йәһәтенән бик күп эшләргә тура киләсәк. Шәкәр сөгөлдөрө буйынса ла проблема тыуып тора.

— Уҙып барыусы йыл Башҡортостанда ауыл хужалығының иҡтисади хәлен: а) үҙгәртә алманы, б) нығытты, в) алға ебәрҙе – һеҙ яуаптың ҡайһыһын һайлар инегеҙ?
— Нығытабыҙ. Һуңғы биш йылдың береһе генә тармаҡ өсөн уңышлы булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 504

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704