Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Торлаҡһыҙҙар һаман өмөтләнә
Ипотеканың арзанайыуы мөмкинме, әллә уның ставкаһының инфляция кимәленә төшөүе уйҙырма булып ҡына ҡалырмы? Арабыҙҙа һаман да торлаҡһыҙ йонсоғандар етерлек, шуға ла был мәсьәләне күптәр күҙ уңында тоторға тырыша.

Көтөп көтөк булмағайы...

Ипотека кредиты буйынса ставкаларҙы түбәнәйтеү мәсьәләһе менән Рәсәйҙең Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина үҙе шөғөлләнәсәк икән.
Торлаҡҡа кредиттың үтә лә ҡиммәт булыуы — Рәсәй халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Күптәр хәтерләйҙер, Президент Владимир Путин да, ипотека буйынса ставкаларҙың юғарылығын билдәләп, уларҙы кәметеү юлдарын эҙләргә ҡушҡайны. Яңылыҡты халыҡ әллә ни ҙур ышаныс менән ҡабул итмәне: ниндәй банк йә финанс ойошмаһы “майлы ҡалъя”нан үҙ теләге менән баш тартһын инде? Президенттың 2012 йылда ҡабул ителгән “Граждандарҙы уңайлы һәм арзан торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса саралар күреү тураһындағы” Указы бер аҙ өмөт сатҡыһы уятты, әлбиттә. Төп бурыс торлаҡ кредиты ставкаһын илдәге инфляция кимәленә ҡәҙәр төшөрөү (2012 йылда – 6,6 процент) ине. Шулай уҡ Хөкүмәткә халыҡҡа бирелгән ипотека кредиттары күләмен дә 815 меңгә тиклем арттырыу бурысы йөкмәтелгәйне (2012 йылда – 689 мең). Йыл башында Дмитрий Медведев та, ипотека буйынса ставканы 9-10 процент кимәленә төшөрөү — үтәй алырлыҡ маҡсат, тип белдерҙе.
Әммә бөгөн тап кире хәл күҙәтелә: Үҙәк банк мәғлүмәттәренә ярашлы, һумдарҙа бирелгән ипотека кредиты буйынса ставка күләме 2012 йылдағы 11,9 проценттан 12,6 процентҡаса артҡан. Йыл аҙағына тиклем уның 13 процентҡа ҡәҙәр етеүе ихтимал, тип белдерә белгестәр.
Ошоно иҫәпкә алыпмы, әллә башҡа сәбәптәнме, хәҙер был мәсьәләне хәл итеү Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина иңендә. Шуға арналған тәүге кәңәшмә үткән дә инде. Унда Рәсәйҙең Финанс һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары, ҙур банктарҙың вәкилдәре, депутаттар ипотека ставкаһын кәметеү ысулдары буйынса фекер алышҡан. Бер етди ҡарар ҡабул ителгән дә инде: ипотеканы көйләү Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарамағындағы ҡулланыусылар кредиты буйынса закондан алып ташланырға тейеш. Баҡһаң, ҡануниәткә ярашлы, бөгөн ипотека ябай банк кредиты менән тиң һанала икән.
Әлегә ставка күләмен төшөрөү юлдары эҙләнә. Әммә был мәсьәләне Үҙәк банктың үҙ ҡанаты аҫтына алыуы – яҡшы күренеш, ти белгестәр. Хәҙер етди һәм һөҙөмтәле саралар күрелһә, ниндәйҙер алға китешкә өлгәшеп буласаҡ. Әммә һаман да күптәр уның 1-2 проценттан артығыраҡҡа кәмейәсәгенә ышанмай әле. Тимәк, алты процент ставка менән биреләсәк ипотека тураһында ла хыялланырға иртәрәктер.

Әсәләр түгел, депутаттар хәл итәсәк

Әсәлек капиталын торлаҡты капиталь ремонтлау өсөн ҡулланырға ла рөхсәт итеүҙәре бар.
Әлегә был турала закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарамағына тапшырылған. Уны ЛДПР вәкиле Сергей Иванов әҙерләгән икән.
“Хәҙер йорттарҙың күбеһе “яланғас” көйөнсә ҡулланыуға тапшырыла. Йәғни уларҙа иҙән менән түбәнән һәм стеналарҙан башҡа бер ни юҡ. Фатирҙы йәшәүгә яраҡлы итер өсөн тағы ла бик күп эш талап ителә: һыу үткәргестәр, канализация, электр – быларҙың бөтәһен дә торлаҡ хужаһы үҙе башҡарып сығырға тейеш”, – тип төшөндөрә үҙенең башланғысын депутат. Шуға ла, уның фекеренсә, әсәлек капиталына торлаҡҡа капиталь ремонт яһарға ла рөхсәт итһәләр, был күп ғаиләләргә еңеллек килтерер ине. Әгәр йәш ғаилә, “бурыс һаҙлығы”на батып булһа ла, фатир һатып алыуға өлгәшһә, уны йәшәрлек хәлгә килтереү өсөн аҡсаһы ҡалмай. Был саҡта тап әсәлек капиталы ярҙамға килә ала.
Әммә, белгестәр фекеренсә, уны капиталь ремонтҡа ҡулланыуға рөхсәт иткәндә, аҡсаның нисегерәк тотоноласағын аныҡ билдәләү мөһим. Ни тиһәң дә, әсәлек капиталына бәйле енәйәттәр йә тегендә, йә бында йыш ҡына ишетелә. Шуға ла капиталь ремонт төшөнсәһен дә аныҡ билдәләргә кәрәк, тип белдерә улар.

Сүкеш менән балта ғына ярҙам итмәй

Бөгөн эшсе һөнәренең абруйы – иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе. Уны хәл итеүҙең бер сараһы – һөнәрселек-техник училищелар системаһын тергеҙеү, тип белдерә белгестәр.
Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәйҙең йыйылма командаһы Лейпцигта үткән эшсе һөнәрҙәр буйынса донъя чемпионатында уңышһыҙлыҡҡа осраны. Әммә уны Рәсәйҙә ойошторорға теләүселәр ҙә юҡ түгел икән. Мәҫәлән, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан 2019 йылда үҙендә был чемпионатты үткәрергә теләк белдергән дә инде. “Татарстан киң ҡоласлы сараларҙы үткәрә белә һәм быны нигеҙле башҡара”, – тине, башланғысты хуплап, Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Быйылғы был халыҡ-ара сарала Рәсәй командаһы тәүге тапҡыр ҡатнашҡан. Ярыштар таш эшкәртеү, мехатроника, автомобилдәрҙе буяу, web-дизайн, иретеп йәбештереү технологиялары, кузов эше, косметология һәм башҡа йүнәлештәр буйынса барған. Беҙҙекеләрҙең уңышһыҙлығының төп сәбәбе заман технологияларына бәйле, тип белдерә белгестәр: баҡһаң, сит илдәрҙә күптән ҡулланылышҡа ингән эш ҡорамалдары менән Рәсәй студенттары тәүгә осрашҡан икән.


Ипотека ставкаһының яҡын арала кәмеүенә ышанаһығыҙмы?

Айрат ИЛЬЯСОВ, эшсе:
– Ил етәкселеге шулай уйлаһа ла, иҡтисад үҙенсә эшләр инде. Әлегә ипотекаға торлаҡ алыусылар етерлек, беҙҙең илдә башҡаса сара юҡ. Ташламалы торлаҡ бөтөнләй ҡалманы, булғаны ла исем өсөн генә, хәҙер хатта етемдәргә лә торлаҡ алыуы мең михнәткә әүерелә. Ҡайҙа бараһың – ипотека һаҙлығына үҙ иркең менән сумыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ә һаман да юғары ставкаға ла ипотека алырға теләүселәр бар икән, ниндәй банк уны үҙ теләге менән кәметһен инде? Киреһенсә, артып китмәгәйе тип хәүефләнәм...

Зөмәйрә ХӘЛИТОВА, бөҙрәхана хеҙмәткәре:
– Ярты ғүмерем дөйөм ятаҡтың ҡыҫынҡы ғына бүлмәһендә үтеп бара, шуға ла һәр яҡшы яңылыҡты өмөт менән ҡабул итәм. Әгәр Хөкүмәт теләһә, ипотеканы арзанайтырға хәле етер ине, әлбиттә. Банктар ҡаршылашҡан хәлдә лә. Әммә теләрме икән, быныһына инде яуабым юҡ.


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 8


Комментарий өҫтәргә