Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурысын йәшергән – бөлөр
Бурысын йәшергән – бөлөрҺалым мәсьәләләренә арналған "тура бәйләнеш"

Халҡыбыҙҙа "себеште көҙ һанайҙар" тигән бик тапҡыр әйтем бар. Ҡануниәтебеҙгә ярашлы, һалым түләүселәр ҙә бурыстарын көҙҙөң һуңғы айына – ноябргә аяҡ баҫмаҫ борон тамамлап ҡуйырға тейеш. Шулай ҙа был тармаҡта республика халҡын үтә лә борсоған йә һаман да аңлашылып етмәгән мәсьәләләр бихисап. Уларға яуапты тап беҙҙең баҫмала күргеһе килгәндәр ҙә әҙ түгел. Ошоно иҫтә тотоп, гәзитебеҙ редакцияһы Башҡортостан буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы ХӘМИТОВА менән "тура бәйләнеш" ойошторасағы тураһында иғлан иткәйне.
"Тура бәйләнеш" көнө килеп етмәҫтән үк беҙгә республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан телефонға, электрон почтаға ошо тармаҡҡа ҡағылышлы һорауҙар яуа башланы. Ҡыуаныслы күренеш: тимәк, халыҡ был йәһәттән дә үҙенең хоҡуғы, түләгән һалымының ҡайҙа һәм нисек сарыф ителеүе менән ҡыҙыҡһына. Һөҙөмтәлә Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы йәмғеһе дүрт тиҫтәгә яҡын һорауға яуап бирҙе, был сарала уның менән бергә 2-се һалым һалыу бүлеге етәксеһе Гөлфиә РӘХИМОВА һәм дәүләт һалым инспекторы Наталья ФОМИНЫХ та ҡатнашты. Иң әһәмиәтле һорауҙарҙы бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

Өфө ҡалаһынан Наилә булам. Сабыйыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй. Ирем – хәрби хәрәкәттәр ветераны, әле хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй. Беҙҙең өсөн дәүләт тарафынан балалар баҡсаһына түләүгә һәм транспорт сараһына һалымға берәй ташлама ҡаралғанмы?
Бурысын йәшергән – бөлөр– Бында саҡ ҡына яңылышаһығыҙ: балағыҙҙы баҡсаға йөрөткән өсөн һалым һалынмай. Шул уҡ ваҡытта кемдер бюджет учреждениеһында күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләһә, уға ташлама булырға тейеш. Әгәр ирегеҙ хәрби хәрәкәттәр ветераны икән, уға төп эш урынынан ай һайын 500 һум күләмендә стандарт һалым ҡайтармаһы тейеш. Бынан тыш, ҡануниәт тарафынан ата-әсәнең килеменә балалар өсөн стандарт һалым ташламаһы ҡаралған. Тәүге ике балаға 1400-әр һум, ә уларҙың һаны өсәү һәм унан да күберәк икән, һәр береһе өсөн — 3-әр мең һум. Тағы ла хәрби хәрәкәттәр ветераны өсөн транспорт һалымына ла ташлама бар: әммә ул двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә ҡәҙәр тәшкил иткән еңел автомобилгә, сығарылыуына ун йылдан ашыу ваҡыт үткән һәм ҡеүәте 250 ат көсөнә ҡәҙәр тәшкил иткән йөк машинаһына ғына ҡағыла. Әгәр һеҙҙең ике йөк машинаһы бар икән, ташламаны транспорт сараһының береһе өсөн генә ҡулланып була.
Хөрмәтле Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы! Ипотека кредитына йә ҡулаҡсаға торлаҡ һатып алғанда, һәр ваҡыт һалым ҡайтармаһынан файҙаланып буламы? Быға ниндәй документтар кәрәк һәм уны эш биреүсе аша нисек юлларға?
– Һалым кодексының 220-се статьяһына ярашлы, кем торлаҡ һатып ала, шул үҙ ғүмерендә бер тапҡыр 13 процент күләмендә һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы. Ҡайтарма торлаҡ хаҡының ике миллион һумына яһала, тимәк, һеҙгә дәүләт шуның 260 мең һумын кире ҡайтара. Әммә кешенең бының өсөн эш урыны булырға һәм физик шәхес килеме өсөн һалым түләргә тейеш. Әгәр ҙә һеҙ фатирҙы ипотека кредитына алғанһығыҙ икән, ошо мөлкәткә 13 процентлыҡ һалым ҡайтармаһынан тыш, кредитығыҙ өсөн түләгән проценттарҙың 13 процентын да алырға хоҡуҡлыһығыҙ. Бөгөнгә ҡануниәт буйынса сумма йәһәтенән сикләү юҡ. Әммә быйыл йәй ҡабул ителгән Һалым кодексына ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан алып ипотека кредиты проценттары өсөн ҡайтарма күләме өс миллион һумдан 13 процент тәшкил итәсәк.
Был ҡайтармаларҙы юллау өсөн кәрәкле документтар теҙмәһе һәр һалым инспекцияһында, шулай уҡ сайтта ла бар. Әммә уны һәр кем үҙе юлларға тейеш: йәғни кеше ғариза менән мөрәжәғәт итмәһә, бер кем дә килтереп бирмәйәсәк. Әгәр икенсел торлаҡ һатып алынған икән, уға милекселек хоҡуғы, түләү документтары, паспорт, һатыу һәм һатып алыу килешеүе, әгәр беренсел торлаҡ булып, кеше өлөшсө булараҡ һатып ала икән, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе, торлаҡты ҡабул итеү акты кеүек документтар кәрәк. Тағы бер мәл: әгәр торлаҡ һатып алған ғаиләлә ҡатын-ҡыҙ декрет ялына китһә һәм уның был мәлдә даими килеме булмағанда, уның ҡайтармаһын ире үҙенең килеменә һалынған һалымдан тотоп барыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә ала.
Документтар һалым органына тапшырылғандан һуң, ҡайтарманы алыуҙың ике ысулы бар. Беренсеһе – документтар һалым инспекцияһы тарафынан тикшерелгәс, ҡаҙна органдарына оҙатыла, улар аҡсаны ике аҙна эсендә бюджеттан ҡайтара. Икенсеһе – һалым түләүсе документтарын тапшырғас, беҙ уға иҫкәрмә тотторабыҙ. Кеше уны эш урынына тапшыра, һәм уның килеменән һалым тотолмай.

Нефтекама ҡалаһынан шылтыратам. Танышым минең исемгә, ваҡытлыса ғына тип, ҡиммәтле автомобилен теркәгәйне, бер аҙҙан уны һатып ебәрҙе. Бер мәл һалым инспекцияһынан ҙур ғына суммаға иҫкәрмә килеп төшмәһенме! Әммә минең ундай аҡсаны түләрлек хәлем юҡ! Һалымды түләмәһәм, нимә була һәм ниндәй кәңәш бирәһегеҙ?
Бурысын йәшергән – бөлөр– Бындай хәл менән йыш осрашырға тура килә. Ваҡытлыса теркәгәс, моғайын, был кешенең исемендә машина өс йылдан аҙыраҡ торғандыр, тип уйлайым. Әгәр машина бер ҡулда өс йылдан оҙағыраҡ торһа, уны һатыуҙан килгән килемгә һалым һалынмаҫ ине. Беҙгә транспорт һалымы буйынса мәғлүмәт ЮХХДИ-нан килә. Мәҫәлән, ул машина апрелдә берәү исеменә теркәлеп, сентябрҙә һатып ебәрһә, беҙ, быны күреп, уға килеме тураһында декларацияһын тапшырһын өсөн иҫкәрмә ебәрәбеҙ. Әгәр декларацияһын үҙ ваҡытында тапшырмаһа, уны Һалым кодексының 119-сы статьяһы буйынса, йәғни үҙ ваҡытында декларацияһын тапшырмағаны һәм һалымын түләмәгәне өсөн, яуаплылыҡҡа тарттырырға тейеш булабыҙ.

Сибайҙан Флүрә апайығыҙ борсой. Өләсәй менән ейән (бүләкнамәгә һалым түләмәҫ өсөн) туған тип билдәләнәме? Туғанлыҡ нисек иҫбатланырға тейеш? Документты – мөлкәтте бүләк итеү ҡағыҙын икеһе лә бергә барып алырға тейешме?
– Беҙ кешеләрҙең туғанлығын Ғаилә кодексына таянып билдәләйбеҙ. Уның буйынса туғандар тип ата-әсә, балалар, уллыҡҡа алыусылар һәм алынғандар, олатай менән өләсәйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр һанала. Әгәр ҙә ошоно раҫлаған документ булғанда, һалым түләтелмәй.

Өфөнөң Ленин районының һалым инспекцияһынан йыл да ер һалымына квитанция ала торғайным. Бер йылды шунда 8 һум 18 тин тигән һанды күргәс, бында ниндәйҙер яңылышлыҡ, ергә һалым улай аҙ булмай, тинем инспекторға. Ул, һалымдың күләмен беҙ үҙебеҙ билдәләмәйбеҙ, нисек килгән, шулай һеҙгә бирәбеҙ, тип яуап бирҙе. Миңә шул квитанцияны алып, банкка барып түләүҙән башҡа сара ҡалманы. Бер йыл тирәһе ваҡыт үткәс, мировой судьяға саҡырыу килде: баҡһаң, ергә һалымым тулыһынса түләнмәгән тип, мине судҡа биргәндәр. Судьяла һалымдың 8 һум 18 тин түгел, ә 818 һум булыуы асыҡланды, баҡһаң, нөктәне дөрөҫ ҡуймағандар. Миңә ошо сумманы һәм улар мине судҡа биргән өсөн 100 һум дәүләт пошлинаһын түләргә тура килде. Әрләшеп йөрөмәнем, үҙемдең дөрөҫлөгөмдө иҫбатлар өсөн судлашырға кәрәк ине. Ошо хәл буйынса һеҙҙең аңлатманы ишеткем килә, миңә ул мәлдә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк булған?
– Һеҙҙең һөйләүегеҙ буйынса, һалым органдарында документты әҙерләгән мәлдә, ниндәйҙер техник сәбәптәр арҡаһында хата киткән. Шул мәлдә судтан саҡырыу алғас та, тәүҙә унда түгел, ә һалым органдарының үҙҙәренә барып аңлашырға кәрәк булған. Беҙ документты судҡа ебәрһәк тә, һалым түләүсенең дөрөҫлөгөн, ә үҙебеҙҙең хатаны күрһәк, судтан саҡырыу ҡағыҙын кире ҡайтартып алабыҙ. Шуға башҡаларға һабаҡ булһын өсөн әйтәм: ошондай документты ҡулығыҙға алғас та, риза түгелһегеҙ икән, иң тәүҙә һалым органдары менән осрашып аңлашығыҙ. Тормошта төрлө хәлдәр була: мәҫәлән, почта аша ебәргән иҫкәрмәләрҙе һалым түләүселәр ваҡытында алып бөтмәй һәм йыш ҡына түләү мәлен үткәреп ебәрә. Һөҙөмтәлә уларға арттырып түләргә тура килә. Шуға ла беҙ был йәһәттән аңлатыу эштәре алып барырға тырышабыҙ: 1 ноябргә ҡәҙәр бурыстарығыҙҙы түләгеҙ, тип хәбәр ебәрәбеҙ, иҫкәрмәләр килмәгән осраҡта, һалым органдарына килеп аңлашығыҙ, тибеҙ.

Саҡмағош районының Әбләй ауылынан Динар Әйүпов шылтырата. 2010 йылда йортто һалып бөтөп, ошо уҡ йылда рәсмиләштерҙек. Беҙгә декларацияны 1 миллион һумға төҙөргә ҡуштылар, ә сығымдар ике миллион һумға барып баҫҡайны. Бөтә квитанцияларыбыҙ ҙа ҡулда бар. Әммә Өфөнән кире яуап ҡайтты. Ошо хәлдең сәбәбен белгем килә, ни өсөн шулай булды икән?
Бурысын йәшергән – бөлөр– Һеҙ йортто үҙегеҙ төҙөгәс, бөтәһе лә төҙөлөш материалдарына киткән сығымдарығыҙға бәйле. Әгәр ошоно раҫлаусы документтарығыҙ бар икән, шулар менән һалым декларацияһын тапшырырға кәрәк. Әммә был хәлдең айышына ентекләберәк төшөнөү өсөн һеҙҙең менән инспекция бәйләнешкә сығасаҡ.

Нур Ғәҙелшин буламын. Һорауым шундай: 2008 йылда ауылда йорт төҙөп сыҡтым. Һалым ҡайтармаһына документтарҙы һаман тапшырмағанмын. Әле һуң түгелме?
– Документты үҙегеҙ теләгән ваҡытта тапшыра алаһығыҙ. Әммә хәҙер уға һуңғы өс йыл өсөн генә һалым ҡайтармаһы яһаласаҡ. Мәҫәлән, 2013 йылда тапшырһағыҙ, 2010 – 2013 йылдар өсөн генә ҡайтарыласаҡ. Һуңынан ҡайтармағыҙҙың ҡалған өлөшөн алып бөтә алаһығыҙ. Әммә 2008 йылда килемегеҙ юғары булған икән, ваҡытында ғариза бирмәү сәбәпле, унан килергә тейешле ҡайтарманы юғалтаһығыҙ инде.

Минең 25, 23 һәм 15 йәшлек өс балам бар. Өсөнсөһө етем, уны опекаға алғайным. Хеҙмәт хаҡы буйынса ҡайтармаға хоҡуғым бармы?
– Әгәр ул өсөнсө бала икән, юғарыла әйтеп үткәнемсә, уға һеҙҙең эш урынығыҙҙан алған килемегеҙҙән өс мең һум күләмендә стандарт һалым ҡайтармаһы ҡаралған.

Айгөл Нурисламова шылтырата. Былтыр августа әсәйем миллион ярым һумға Сибайҙа фатир һатып алғайны. 2012 йылда эшләне лә быйыл ғинуарҙа пенсияға китте. Пенсионерҙарға һалым ҡайтармаһы бармы, әсәйем нисәнсе йылдар өсөн ҡайтармаға хоҡуҡлы?
– Пенсионерҙар, Һалым кодексына ярашлы, һуңғы өс йыл өсөн һалым ҡайтармаһын алыу мөмкинлегенә эйә. Әгәр ҙә ул 2012 йылда фатир һатып алһа, үҙе йәшәгән урын буйынса 3-НДФЛ формаһында декларация тапшыра һәм 2010 – 2012 йылдарға һалым ҡайтармаһын алыу өсөн мөрәжәғәт итә ала.

Икенсе һорауым да бар. 2008 йылда торлаҡ һалыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйып, тәүге иғәнә итеп 400 мең һум күләмендә үҙемдең аҡса һаҡламын индерҙем. Шулай уҡ банкта торлаҡ төҙөлөшөнә 300 мең һумлыҡ маҡсатлы кредит алдым. 2009 йылда ғинуар айында кейәүгә сыҡтым, һуңынан декретҡа киттем, бала ҡарап өйҙә өс йыл ултырырға тура килде. Ул мәлдә кредитты ирем түләне. Йортҡа таныҡлыҡты 2013 йылда алдыҡ, ул минең исемгә теркәлгән. Мин декретта ултырған ваҡыт өсөн һалым ҡайтармаһын алырға иремдең хоҡуғы бармы?
– Таныҡлыҡты алғанда кейәүҙә булғас, һеҙҙең исемгә генә теркәлһә лә, торлаҡ тормошҡа сыҡҡас һатып алынған тип иҫәпләнә. Һеҙ һалым ҡайтармаһы буйынса өлөштәрҙе бүлеү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итһәгеҙ, ирегеҙгә түләйәсәктәр. Эшкә сығыу менән үҙегеҙ ҙә ҡайтармаға ғариза менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ һеҙҙең маҡсатлы кредитығыҙ буйынса түләнгән проценттар өсөн дә 13 процент күләмендә һалым ҡайтармаһы тейеш.

Шаран районынан эшҡыуармын, ойошмабыҙҙа ике инвалид эшләй. Беҙгә берәй төрлө ташлама ҡаралғанмы?
– Ойошмаларға ташламалар бар, әммә уның өсөн бихисап шарт ҡуйылған. Мәҫәлән, уның тулы ойоштороусыһы Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте (ВОИ) булһа һәм хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһынан күберәген инвалидтар тәшкил итһә генә. Әгәр ябай ойошма икән, үкенескә ҡаршы, бер ниндәй ташлама ҡаралмаған.

Бөрйәндән Азамат булам. Автомобилемде генераль ышаныс ҡағыҙы буйынса һатҡайным. Минән алған кеше бер йылдан машинаны икенсе берәүгә һатып ебәргән. Әммә һалым барыбер миңә килә, инспекция машинаның яңы хужаһын таныуҙан баш тарта. Ниндәй кәңәш бирәһегеҙ?
Бурысын йәшергән – бөлөр– Законға ярашлы, ышаныс ҡағыҙы буйынса "һатыу" тигән төшөнсә юҡ. Әгәр һеҙ машинағыҙҙы һатҡанһығыҙ икән, милек хужаһы булыуҙан тулыһынса туҡтарға кәрәк. Бының өсөн тейешле рәүештә ЮХХДИ-ла рәсмиләштереү талап ителә. Ә һеҙ бары генераль ышаныс ҡағыҙы буйынса машинағыҙҙы башҡаға биреп кенә ебәргәнһегеҙ. Тимәк, милек хужаһы ла һеҙ һәм, ЮХХДИ-нан иҫәптән төшмәйенсә, һалым иҫкәрмәләре килеүен дауам итәсәк. Шуға күрә автомобиль өсөн һалымығыҙҙы түләргә бурыслыһығыҙ. Бында һеҙгә ЮХХДИ-ға мөрәжәғәт итеп, иҫәптән төшөрөү өсөн машинағыҙҙы эҙләүгә бирергә генә ҡала.

Әсәлек капиталына фатир һатып алғайным. Шуға һалым ҡайтармаһына хоҡуғым бармы?
– Әсәлек капиталына һатып алынған торлаҡҡа һалым ҡайтармаһы тейеш түгел. Ул былай ҙа бюджеттан бирелгән субсидия бит.

Шамониндан Рөстәм Хәсәнов булам. Яңыраҡ йорт һалып сыҡҡайным. Һалым ҡайтармаһын йорт төҙөлөшөндә ҡулланылған ниндәй материалдар һәм ҡорамалдар өсөн алырға була?
– Әгәр йортто үҙегеҙ төҙөгән икәнһегеҙ, беҙ ОКВЭД-ҡа мөрәжәғәт итәбеҙ (эшмәкәрлек төрҙәре кодтарының классификацияһы). Уның ОК 029-2007 өлөшөндә "Биҙәкләү эштәрен башҡарыу" тип аталған 45,4 төркөмө бар. Шундағы бөтә эш төрҙәренә һалым ҡайтармаһы ҡаралған.
Шулай уҡ беҙ һалым түләүсе тапшырған документтарға ҡарап та эш итәбеҙ, әлбиттә. Әгәр төҙөлөшкә килешеү, проект эшләү документтары, квитанциялар, чектар бар икән, уларҙың бөтәһен дә ҡабул итәбеҙ. Хатта йортто һалыу өсөн төҙөлөш бригадаһы менән яҙма килешеү генә булған хәлдә лә, ул ҡабул ителә – быны Гражданлыҡ кодексы инҡар итмәй. Уларҙың исем-шәрифе, адресы, паспорт мәғлүмәттәре генә кәрәк. Уларҙы анализлап, бер фекергә киләбеҙ. Әммә йортто төҙөгән бригада ла ошо эш өсөн табыш алғанын үҙенең һалым декларацияһына индерергә тейеш.

Яңыраҡ Өфө ҡалаһы янында баҡса һатып алдым. Уға һалым ҡайтармаһын нисек юлларға икән?
– Баҡса өсөн һалым ҡайтармаһы яһалмай, закон буйынса ул тик торлаҡ һатып алыусылар өсөн генә ҡаралған.

Иҡтисадсы Илдар Ғәбитов булам. Һеҙ Рәсәйҙең һалым системаһын нисек баһалайһығыҙ? Бай кешеләрҙең үҙҙәренең килемдәренең бер өлөшөн йәшереп ҡалыу мөмкинлеге бармы?
– Бөгөнгә Рәсәйҙә тотороҡло һалым һалыу шкалаһы ҡулланыла. Тимәк, бөтәһе өсөн дә һалым ставкаһы бер үк. Беҙҙә дифференциация, йәғни айырып ҡарау, юҡ. Рәсәй яҡын арала бындай һалым һалыу системаһына күсергә йыйынмай.
Килемгә һалым һалып барыу эш биреүсегә йөкмәтелгән. Бөтәбеҙҙең дә эш урыны бар. Әммә бынан тыш һәр кемебеҙҙең башҡа төрлө табыш алыуы ла мөмкин. Ҡуртымға фатир йә автомобиль бирәләр, башҡаһы. Шуға ла законда "граждан өҫтәмә табышын күрһәтергә тейеш" тип әйтелә, яуаплылыҡ һалым түләүсе иңендә. Әгәр беҙгә кешенең өҫтәмә килем алыуы тураһында мәғлүмәт килеп етһә, ундайҙарға иҫкәрмәләр ебәрәбеҙ һәм өҫтәмә табышына һалым һалабыҙ.

Ейәнсуранан Хәлит шылтырата. 2010 йылда тракторымды иҫәптән төшөргәйнем. Әммә һалымға иҫкәрмәләр һаман да килә...
– Тракторҙар "Гостехнадзор" ҡарамағында, һеҙгә ошо идаралыҡҡа һорау менән мөрәжәғәт итергә кәрәк – ни өсөн улар һаман техникағыҙҙы иҫәптән төшөрмәгән һәм был турала мәғлүмәтте беҙгә үҙ мәлендә ебәрмәгән? Шул уҡ ваҡытта урындағы һалым органына мөрәжәғәт итергә һәм кәрәкле мәғлүмәт уларға килгәнме-юҡмы икәнлеген белешергә кәрәк. Әгәр ошо органдарҙың ғәйебе икән, бергәләп хәлдең айышына төшөнөргә бурыслыбыҙ. Әгәр һеҙ үҙ ғәйебегеҙ менән ҡайһы бер документтарҙы килтереп еткермәһәгеҙ, хәл башҡасараҡ. Тимәк, трактор һаман да һеҙҙең иҫәптә һанала һәм һалымды түләргә кәрәк буласаҡ.

2011 йылда ер пайҙарын милек булараҡ теркәгәйнек, әммә 2012 йылда һалымға иҫкәрмә алманыҡ. Һуңынан беҙҙе һалым түләргә теләмәүҙә ғәйепләп тормаһындар, тим...
– Бында ла юғарылағыға оҡшаш хәл. Тимәк, беҙгә "Росреестр"ҙан мәғлүмәт килеп етмәгән. Уларға йә үҙҙәренә һалым органдарына барып белешергә, йә Интернет-сервис аша һалым түләүсенең шәхси кабинетына инергә, йә заказлы хат менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ағиҙел ҡалаһынан Шәүкәт Биксәев булам. Транспорт һалымының артыуы тураһында һүҙҙәр көндән-көн ҡуйыра. Ғәмәлдә ул нисегерәк күҙаллана һуң?
– Шунда уҡ әйтәйем: рәсми рәүештә был закон әле ҡабул ителмәгән. Ул әлегә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа тикшереүҙә генә. Был закон проектына һалым органдарының бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ. Республиканың Финанс министрлығы документты әҙерләгән һәм депутаттар ҡарамағына тапшырған. Әгәр халыҡ депутаттары был законды кәрәк тип тапһа, беҙгә уны үтәүҙән башҡа сара ҡалмаясаҡ. Шулай ҙа уның турала фекер алышырға, борсолорға әле иртәрәктер, тип уйлайым. Шуны ла иҫтән сығарырға ярамай: әгәр ҙә уны киләһе йылдың 1 ғинуарынан ҡабул иткән хәлдә лә, һалымға ҙурыраҡ түләү 2015 йылдан ғына ғәмәлдә буласаҡ.

Беҙҙең илдә сереп байығандар ҙа, ярлылар ҙа бер төрлө һалым түләй. Рәсәйҙә прогрессив һалым шкалаһы тураһында закон ҡабул итергә йыйынмайҙармы?
– Рәсәй Федерацияһында йыл һайын һалым системаһының төп йүнәлештәре ҡабул ителә. Ошо документҡа ярашлы, "2015 – 2016 йылдарға һалым системаһының төп йүнәлештәре тураһында" Закон ҡабул ителде. Унда прогрессив һалым системаһы тураһында һүҙ юҡ. Тимәк, был турала уйланырға әле иртәрәк.

Эш хаҡына өҫтәмәләргә һалым һалынырға тейешме?
– Һорау бөтөнләй урынһыҙ. Бөтөн өҫтәмәләр ҙә кешенең дөйөм килеме һанала һәм шуға күрә лә һалым һалынырға тейеш. Бер ҡайҙа ла "эш хаҡына өҫтәмәләргә һалым һалынмай" тип яҙылмаған бит. Был — килем, тимәк, һалымды ла түләргә тейешһегеҙ.

Беҙ түләгән һалымдар маҡсатҡа ярашлы ҡулланыламы икән, шуны белгем килә. Мәҫәлән, транспорт һалымы ошо тармаҡҡа йүнәлтелер урынға башҡа сығымдарҙы ҡаплауға тотонолмаймы?
Бурысын йәшергән – бөлөр– Ҡаҙна, ҙур ҡаҙан һымаҡ, һалым, дәүләт пошлинаһы кеүек керемдәр менән тулылана. Уларҙы ҡулланыу тәртибе — Финанс министрлығы ҡарамағында. Транспорт һалымына килгәндә, беҙҙең республикала Юл фонды тураһында закон бар. Уға ярашлы, был төр һалымдан килгән керемдәр ошо Фондҡа йүнәлтелә. Шуға ла транспорт һалымы, нигеҙҙә, маҡсатҡа ярашлы тотонола, тиергә була.

Туймазынан Гөлмирә Ҡарабаева шылтырата: фатир йә ер участкаһын тәүге тапҡыр һатып алғандарға ниндәй һалым ташламалары ҡаралған?– Был хаҡта әйтеп үткәйнек инде: ике миллион һумға торлаҡ һатып алыусыға 13 процент күләмендә һалым ҡайтармаһы тейеш. Кеше торлаҡты тәүгә һатып алмаған хәлдә лә, ошоға ҡәҙәр һалым ҡайтармаһынан файҙаланмаған икән, уға дәғүә итергә хоҡуҡлы. Ә ер һатып алыу өсөн айырым ташламалар юҡ.

Салауат Муллагилдин булам. Һалым инспекцияһы, сәбәбен аңлатмайынса, кешене үҙенә саҡырыу хоҡуғына эйәме?
– Һалым кодексының 31-се статьяһында һалым органдарының хоҡуғы тураһында әйтелә. Беҙгә халыҡтан төрлө мәғлүмәт йыш килә: берәүҙәр фатирын ҡуртымға биреп табыш ала, икенселәр баҙарҙа рөхсәтһеҙ сауҙа итә. Шулай уҡ дәүләт органдарынан да ҡайһы мәл мәғлүмәт ваҡытында килеп етмәү сәбәпле, йыш ҡына ҡатмарлы һорауҙар тыуа. Шуға ла килемде легалләштереү буйынса комиссияға таянып, беҙ ошо мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүен тикшерергә хоҡуҡлыбыҙ. Шул мәлдә ҡайһы бер һалым түләүселәргә саҡырыу ебәрәбеҙ. Һалым кодексында "саҡырыуҙың сәбәбен мотлаҡ күрһәтергә кәрәк" тип яҙылмаған. Һалым органдары саҡыра икән, бының нимәгә бәйле булыуы былай ҙа асыҡ бит.

Һалым инспекцияһы, түләү буйынса бурысығыҙ бар, тип банктағы иҫәбебеҙҙе япты. Йәнәһе лә, ике ай элек үк беҙҙе иҫкәрткән булғандар. Әммә беҙ бер ниндәй ҙә иҫкәртеү алманыҡ һәм бурысыбыҙҙы ваҡытында түләгәйнек. Ғәҙеллекте нисек раҫларға һәм иҫәпте нисек ҡабаттан астырырға?
– Был һорауҙы биреүсе юридик адресынан ситтә урынлашҡан юридик шәхестер тип уйлайым. Улар көндән-көн беҙҙең өсөн ҙур проблемаға әүерелә. Бер урында теркәләләр ҙә эштәрен бөтөнләй башҡа ерҙә алып баралар. Документтарҙа ниндәй юридик адрес күрһәтелгән, бөтә мәғлүмәтте тап шунда ебәрәбеҙ ҙә инде.
Моғайын, беҙ иҫкәртеүҙе юридик адрес буйынса ебәргәнбеҙ, ә һеҙ икенсе урында эш алып бараһығыҙ, һәм шуға ла ул барып етмәгәндер, тип уйлайым. Әгәр ҙә һалым түләүсе бөтә түләүҙәрен үҙ мәлендә башҡарһа, быны раҫлау ауыр түгел. Һеҙгә һалым органдарына барып, түләүҙе нисек башҡарыуығыҙҙы төшөндөрөргә, документтарҙы сағыштырырға ғына кәрәк.

Ейәнсура районының Юлдыбай ауылынан Фәйзулла Шәмсетдинов булам. Ер пайҙары дүрт кешелә бар, әммә унан файҙаланмайбыҙ, сөнки килем юҡ. Әммә һалым өсөн иҫкәрмә барыбер килә.
– Пай ерҙәренә, хужаһына файҙа килтерәме-юҡмы, ер һалымы һалына. Унда сүп үләндәре үҫеп ултырған хәлдә лә, хужа ер өсөн һалымды түләргә тейеш. Әгәр ҙә һеҙ уны ҡуртымға биргәнһегеҙ икән, был осраҡта уға өҫтәп, алған килемегеҙҙән дә һалым түләргә тейешһегеҙ. Пай ерҙәрен ҡулланған өсөн ҡайһы берәүҙәргә хаҡты ашлыҡ менән түләйҙәр. Шулай ҙа бының да килем икәнлеген оноторға ярамай. Тимәк, унан да һалым түләргә бурыслыһығыҙ.
Нефтекама ҡалаһынан Роза булам, шәхси эшҡыуармын. Эшҡыуарҙарҙан декларацияларҙы тик электрон вариантта ҡабул итеү ҡасандан индерелер икән?– Беҙҙә эшҡыуар үҙенә ҡулай һалым һалыу системаһын һайлап алыу хоҡуғына эйә. Әгәр ҙә был һалым һалыуҙың дөйөм системаһы икән, 2013 йылдың 28 июнендә ҡабул ителгән 134-се Федераль законға ярашлы, 2014 йылдың 1 ғинуарынан дөйөм һалым түләүселәрҙең бөтәһе лә декларацияларын электрон вариантта тапшырырға тейеш.

Өфөнән Нәсих булам. Былтыр рәссамдар конкурсында еңеп сығып, беренсе урын өсөн бүләккә 40 мең һум аҡса отҡайным. Әммә шуның 35 процентын һалымға тотоп алып ҡалдылар. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәттә тапшырылған премияларға һалым һалыныуы тураһында ишеткәнем юҡ. Ошоноң сәбәбен белгем килә.
– Беҙҙә лотереяла һәм тотализаторҙа отошҡа ғына 35 процент күләмендә һалым билдәләнә. Әгәр конкурста еңгәнһегеҙ икән, һеҙгә 13 процент һалым һалынған. Ҡағиҙә булараҡ, уны конкурсты ойоштороусы тотоп ҡалып, ҡаҙнаға күсерә. Әммә бында аныҡ хәлдең айышына төшөнөргә кәрәк. Мәҫәлән, дүрт мең һумға тиклем бүләккә һалым һалынмай. Ә дәүләт премияларына килгәндә, уларға ла, килем булараҡ, һалым ҡаралған. Ҡайһы бер конкурстарҙы ойоштороусылар еңеүсегә тәғәйенләнгән суммаға тейешле һалымды үҙ ваҡытында тотоп, ҡаҙнаға күсермәй. Әммә һалым органдарына бирелгән бүләк тураһында мәғлүмәт килә. Шуға күрә беҙ барлыҡ шәхестәргә лә һалым иҫкәрмәләре ебәрәбеҙ. Улар, үҙҙәренең декларацияларын тултырып, һалымын түләргә тейеш.

Өфөнән Лилиә булам. Яңыраҡ фатир һатып алғайныҡ. Торлаҡҡа һалым ҡайтармаһын ни өсөн бер юлы ҡайтармайҙар, ә өҙөп-йолҡоп тигәндәй бирәләр икән? Мәҫәлән, миңә 150 мең һум ҡайтарылырға тейеш булһа, шуны тулыһынса бер юлы түләп булмаймы ни?
– Бәлки, һеҙ хеҙмәт урынығыҙҙа бер йыл ғына эшләрһегеҙ ҙә вазифа урынынан бушатылыр ҙа ҡуйырһығыҙ. Һалым кодексына ярашлы, һеҙгә йыл да түләгән һалым күләменән генә ҡайтарма яһала.

Стәрлетамаҡтан борсойбоҙ. Ҡиммәт кенә хаҡҡа ер биләмәһе һатып алырға йыйынам, уға һалым ҡайтармаһы ҡаралғанмы?
Бурысын йәшергән – бөлөр– Үкенескә ҡаршы, юҡ. Әгәр һеҙ йорто булған ер биләмәһе һатып алһағыҙ, һалым ҡайтармаһына өмөтләнә алаһығыҙ. Законда бит "торлаҡ өсөн һалым ҡайтармаһы" тип әйтелә. Әгәр ҙә ер һатып алып, шунда йорт һалып сыҡһағыҙ, төҙөп ултыртҡан йортоғоҙ өсөн һалым ҡайтармаһына дәғүә итә аласаҡһығыҙ.

Һалымдарҙан, моғайын да, асыҡ күренәлер: беҙҙең халыҡ һуңғы йылдарҙа байыймы, әллә, киреһенсә, ярлыланамы?
– Мәҫәлән, быйыл НДФЛ һалымының күләме йылдамыраҡ артҡан. Ысынлап та, әгәр һалымдар үткән йыл менән сағыштырғанда күберәк килгән икән, беҙ һәр ваҡыт бының сәбәбенә төшөнөргә тырышабыҙ. Мөлкәт һалымы буйынса фекер йөрөткәндә, быйыл халыҡ күберәк милек һатып алған, үҫеш 15 – 20 процентты тәшкил итә. Мәҫәлән, былтыр 2 миллиард 200 миллион һум күләмендә мөлкәт һалымы һалынһа, быйыл ул 2 миллиард 500 миллион һумды тәшкил иткән. Шуға ла халыҡтың килеме артҡандан-арта тип һүҙ йөрөтөргә нигеҙ бар.

Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: миллиардерҙар менән миллионерҙар һаны илебеҙҙә артамы?
– Был бит һалым түләүсенең намыҫына бәйле: кеше килемен йәшермәгән хәлдә генә, беҙ быны белә алабыҙ. Мәҫәлән, республикала рәсми миллиардерҙар һаны былтырғы йылға ҡарағанда кәмегән. Ә бына миллионерҙар артҡан: төбәктә 10 миллион һумдан күберәк килем алған 453 һалым түләүсе теркәлгән.

Салауат ҡалаһынан Әлфиә булам. Уҡыу өсөн быйыл 44 мең һум түләгәйнем, шуның 13 процентын ҡайтарып була, тинеләр. Әлегә ваҡытлыса эшләмәйем, белем генә алам. Ҡайтарманы ҡасан һәм нисек алып була икән?
– Һалым ҡайтармаһынан файҙаланыу өсөн, кешенең даими хеҙмәт урыны булыуы һәм үҙ килеменән һалым түләүе – төп шарттарҙың береһе. Шәхсән һеҙҙең осраҡта иһә һеҙ быйыл авгусҡа тиклем (уҡый башлағанға ҡәҙәр) эшләгәнһегеҙ икән, бөтә документтарығыҙ менән ҡайтарма буйынса һалым органдарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Журналист Мәхмүт Хужин булам. Ни өсөн беҙҙең илдә күсемһеҙ милеккә һаман да һалым юҡ? Ҡала ситтәрендә ҡатлы-ҡатлы итеп батша һарайҙары кеүек йорттар төҙөп ултырталар, улары йыш ҡына буш тора.
– Бөгөн һалым түләүселәр тарафынан мөлкәткә һәм ергә һалым түләнә. Шулай ҙа 2018 йылға тиклем яйлап күсемһеҙ милеккә һалым индереү ҡаралған. Башҡортостанда ҡанун тәүгеләрҙән булып эшләй башлаясаҡ.


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН яҙып алды.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов, Нәсих Хәлисов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 337

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 271

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 343

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 295

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 366

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 368

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 328

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 271

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 514