Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йәштәрҙең киләсәген хәстәрләп
Йәштәрҙең киләсәген хәстәрләпИр-аттың ситкә китеп булһа ла аҡса эшләргә тырышыуы, әлбиттә, яҡшы. Йәшерен-батырын түгел, һәр ҡайҙа ла ғаиләне кейендереү, туйындырыу йәһәтенән бындай алым киң таралған. "Ни өсөн урындағы етәкселек халыҡҡа эш урындарын арттырыу сараһын күрмәй?" – тип дәғүә белдереүҙәре хәҙер ғәҙәти күренеш кеүек. Ә бына Шаран районында был мәсьәлә ыңғай хәл ителгән.

– Башҡортостанда иң бәләкәйҙән һаналабыҙ, һәм беҙҙә ҡайһы бер бүтән яҡтарҙағы шикелле завод-фабрикалар юҡ, уның ҡарауы, халыҡ етеш йәшәй, – тип башланы һүҙен "Шаранагрогаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Тимерғәле Тимеркәев. – Ауылдар күҙгә күренеп күркәмләнә, төҙөлөш ҡыҙыу бара. Йәштәрҙең тыуған төйәгендә төпләнеүенә нисек ҡыуанмаҫҡа! Шуға бәйле тыуым да арта.
Урынбаҫары Иван Петровтың да шатлығы сикһеҙ.
Хужалыҡта әле 320 хеҙмәткәр иҫәпләнә, йәйгеһен 400-ҙән ашып китә икән уларҙың һаны. Бөгөн ябай халыҡ өсөн эш хаҡының ваҡытында бирелеүе бигерәк тә мөһим. Был тәңгәлдә Тимерғәле Мәғҙән улының позицияһы ныҡлы – "үҙем алмаһам-алмайым, әммә эшселәргә мотлаҡ түләйәсәкмен". Һәм етәксе һәр ваҡыт һүҙендә тора. Шуның өсөн дә халыҡ араһында уның абруйы ҙур.
Төрлө тарафтан ниндәй генә әсе елдәр иҫмәһен, йәмғиәт сәсеүлек майҙанын кәметеүгә бер ҡасан да юл ҡуймаған. Хәҙер улар 8 меңдән ашыу гектар ауыл хужалығы еренә эйә икән, шуның яртыһы – баҫыуҙар. Шулай уҡ көтөүлек һәм сабынлыҡ та иркен генә.
"Шаранагрогаз", етештереүгә өҫтөнлөк биреп, дөрөҫ юлда бара. Үҙҙәренең ит комбинатында йөҙҙән ашыу төр колбаса етештерәләр. Продукцияны тотош республикабыҙ буйынса һатыуға сығаралар.
– Алмаш тураһында йыш уйланам, унһыҙ киләсәк юҡ, – ти Тимерғәле Тимеркәев. – Күптән түгел баш зоотехник вазифаһына – йәш белгес Илһам Ғәлиевте, инженер итеп Рөстәм Сафиуллинды алдым. Икеһе лә беҙҙең районда тыуып үҫкән, уларға ҙур өмөт бағлайым. Киләсәктә йәштәрҙе тағы ла күпләп эшкә алырға иҫәбем бар.
Әйткәндәй, йәмғиәт инде байтаҡ йыл буш торған балалар баҡсаһы бинаһын һатып алып, уны торлаҡ йорт итеп үҙгәртә башлаған. Тимәк, эшкә килеүсе йәш белгес ҡайҙан мөйөш табайым тип баш ватмаясаҡ. Ошо көндәрҙә бик күптәр өй туйларға тейеш. Йәмғиәт Преображенский, Дмитриева Поляна, Источник, Загорные Клетья, Исәмәт, Бүләк, Ҡаракүл һәм эргә-тирәләге башҡа ауылдарҙың кешеләрен эш менән тәьмин иткән. Ысынлап та, был яҡтарҙа бәхет эҙләп ситкә сығыусылар юҡ тиерлек.
Тимерғәле Мәғҙән улынан быялалы шкафҡа ҡуйылған орден-миҙалдар тураһында төпсөнәм. Йыл да Мәскәүҙә ойошторолған "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә ҡатнашыуҙары хаҡында хәбәрҙармын. Быйыл иһә Тимерғәле Тимеркәев Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағына тос өлөш индергәне өсөн орден менән бүләкләнгән.


Автор: И. АҠЪЮЛОВ. Район: Шаран районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә