Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » "Алтын көҙ"ҙә — алтын миҙалдар
"Алтын көҙ"ҙә — алтын миҙалдарМәскәүҙә уҙғарылған "Алтын көҙ-2013" XV Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә "БашИнком" ғилми-ғәмәлгә индереү предприятиеһы үҫемлекселек һәм ветеринария өлкәһендәге өр-яңы биологик эшләнмәләрен тәҡдим итте.

Үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм уларҙың үҫешен тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән препараттар, яңы быуын пробиотик аҙыҡ өҫтәмәләре "БашИнком"да һөҙөмтәле эшләнә һәм Рәсәйҙә, сит илдәрҙә уңышты арттырыу, экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы продукцияһы алыу өсөн киң файҙаланыла. Ҡулланыуҙа уңайлы, хәүефһеҙ препараттар агрономдарҙың һәм ветеринария табиптарының юғары баһаһын алды. Ужым культуралары өсөн "Көҙгө фитоспорин", шулай уҡ ҡамылды серетеүсе "Стерня", "Биополимик" препараттары хужалыҡ етәкселәрендә, агрономдарҙа айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. "Алтын көҙ" күргәҙмәһенең конкурс комиссияһы "Фитоспорин-М", "Гуми", "Борогум" препараттары һәм "Бионекс-Кеми" комплекслы ашламалары өсөн "БашИнком" предприятиеһын алтын миҙал менән бүләкләне. Ә инде "Ветоспорин-Актив" кеүек малсылыҡ өсөн юғары һөҙөмтәле пробиотиктар һәм аҙыҡ өҫтәмәләре етештергән өсөн бронза миҙал тапшырылды.
Хәҙерге осорҙа Рәсәйҙең игенселек менән шөғөлләнгән төбәктәре йыш ҡына ҡоролоҡтан, ҡыуан елдәрҙән зыян күрә, тупраҡ үҙендә гербицидтың ағыуын туплай. Бары таҙа технологиялар ғына ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға һәләтле. Бына бер нисә йыл инде "БашИнком" предприятиеһы илебеҙҙең баҫыуҙарында стресҡа ҡаршы тороусы, юғары уңыш биреүсе ер эшкәртеү ысулын — АВЗ технологияһын — һынай. Һөҙөмтә ыңғай.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың күп кенә райондарында, шулай уҡ Һамар, Ырымбур, Тамбов өлкәләрендә, Татарстанда һәм илдең башҡа төбәктәрендә, АВЗ биотехнологияларын киң ҡулланып, һынауҙар ойошторола. Тикшеренеүҙәр иҫбатлауынса, стресҡа ҡаршы һәм фунгицид биопрепараттары, атап әйткәндә, "Фитоспорин-М", "Гуми", "Богатый", "Борогум", "Бионекс-Кеми" үҫемлектәрҙең ҡеүәтле тамыр йәйеүенә булышлыҡ итә, дым етешмәүен, һыуыҡты, тупраҡтың туҡланыу матдәләренә ярлыланыуын, татырланыуын, ағыулы химикаттар һәм ауыр металдар менән бысраныуҙы еңел кисерергә ярҙамлаша. Ә иң мөһиме — АВЗ биотехнологияһын ҡулланыу иң ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла ауыл хужалығы культуралары уңышын күтәреүгә һәләтле. Иҡтисади йәһәттән иҫәпләгәндә, биотехнологияға һалынған 1 һум 3–5 һумлыҡ таҙа табыш булып ҡайта.
"Фитоспорин" — киң йоғонтоло тәбиғи препарат. Ул үҫемлектәрҙең иммунитетын, йәғни йәшәүгә һәләтен арттырып, һәр яҡлап ыңғай тәьҫир итеп кенә ҡалмай, уларҙы бәшмәк ауырыуҙарынан да һаҡлай. АВЗ технологияһы, тәү ҡарашҡа ҡатмарлы тойолһа ла, ҡулланылышта ябай һәм еңел. Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы биопрепараттар менән эшкәртеү уларҙың үҫеүенә һәм тамырланыуына ҙур этәргес көс бирә.
Вегетация осоронда тамырҙан тыш өҫтәмә туҡландырыу үҫемлектәрҙе кәрәкле микроэлементтар менән тәьмин итә, ауырыуҙарҙан һаҡлай. Шуныһы мөһим: "Фитоспорин-М", "Гуми", "Богатый", "Бионекс-Кеми" гербицидтар менән ҡатнашмала ыңғай һөҙөмтә күрһәтте, ағыулы химикаттарҙы "йомшарта" төштө.
Гербицидтар үҫемлеккә бик ауыр тәьҫир итә, әлбиттә. Танылған ғалим, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған агрономы, Ырымбур дәүләт аграр университеты профессоры Василий Лухменев был эшләнмәләрҙе етди ҡабул итте һәм бер нисә йыл буйы АВЗ технологияһының экологияға, уңышҡа, йәшелсә-емештең, игенселек культураларының сифатына ыңғай йоғонтоһон өйрәнде. Уның фекеренсә, биопрепараттар үҫемлектәрҙең иммунитетын арттыра һәм гербицидтың кире тәьҫиренән аралай, һөҙөмтәлә уңыш та арта, иген, картуф, шәкәр сөгөлдөрөнөң сифаты яҡшыра. Былтырғы ҡоролоҡ шарттарында Стәрлетамаҡ районының "Рощинский" совхозында биотехнология буйынса сәселгән яҙғы бойҙай баҫыуында улар бик яҡшы һөҙөмтә бирҙе, тигән фекергә килде Башҡортостан Фәндәр академияһы ғалимдары. АВЗ технологияһын ҡулланыу һәр гектарҙа уңышты 13,5 центнерға тиклем арттырыуға килтерҙе. Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативы һәм Шишмә районының "Агро-Альянс" йәмғиәте көнбағыш уңышын гектарынан 4 центнерға арттырҙы.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡурған, Ульяновск, Новосибирск, Омск, Һамар, Татарстан, Ставрополь, Краснодар һәм башҡа төбәктәрҙә ауыл хужалығы етештереүселәре стресҡа ҡаршы йүнәлтелгән, юғары уңыш биреүсе ер эшкәртеү (АВЗ) ысулын әүҙем ҡуллана. Республикабыҙҙа иһә Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ауырғазы, Әбйәлил, Тәтешле райондары хужалыҡтары биопрепараттарҙы ҡулланыуҙың ыңғай һөҙөмтәһен күрҙе лә инде.
Рәсәй крәҫтиәне өҫтөнә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы күләгәһе ябырыла. Етмәһә, һауа торошо ла гел генә беҙҙең файҙаға түгел. Стресҡа ҡаршы юғары уңышлы биотехнологияларға күсеү мотлаҡ, тип иҫәпләйем. Был иҡтисади яҡтан да отошло.


Автор: Рәмил ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 8


Комментарий өҫтәргә