Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һалдаттарға кейем тегәләр
Һалдаттарға кейем тегәләрҮрге Ҡыйғыла инвестор фабрика асты

– Бында хәҙер Рәсәй хәрбиҙәре өсөн кейем дә тегәләр, – тинеләр ғорурлыҡ менән беҙ район үҙәгенә килеп төшкәс тә. Баҡһаң, быйыл ғына эш башлаған теген фабрикаһының уңыштарына һөйөнөп бөтә алмайҙар икән.

Фабриканың директоры Ришат Вәлиевте был тармаҡта өйрәнсек тип атарға һис кенә тел әйләнмәҫ: заманында ул тиҫтә йылға яҡын райондың Көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү йортона ла етәкселек иткән, ҡулы аҫтында йөҙҙән ашыу кеше эшләгән. Хәҙер иһә бына тәүге аҙымдарын яһаған теген фабрикаһы яҙмышы өсөн янып-көйә. Цехтарҙағы эш барышы һәм бинала һаман тамамланып бөтмәгән ремонт-төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһе өсөн яуаплылыҡ тап уның иңендә ята.
Теген фабрикаһы район үҙәгенең элекке 1-се гимназия-интернаты бинаһында урынлашҡан.
— Бина бик мөшкөл, ярым емерек хәлдә ине. Төҙөүселәрҙе йыйып, ремонт эштәрен ойоштороп ебәрҙек. Йәй буйы иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр тынғы белмәй йүгерергә тура килде, – тип йылмая етәксе. Шунһыҙ булмай, һәр башланғыс тәүҙә ифрат ҙур көс һәм иғтибар талап итә шул. Йәй генә эшкә тотонһалар ҙа (фабриканы июль айында теркәгәндәр), хәҙер өс цех гөрләй, икенсе ҡатта ремонтты теүәлләргә йыйыналар. Уны тамамлағас, дүртенсе цехты ла сафҡа баҫтырырға иҫәптәре бар.
Бөгөн предприятиела 70-кә яҡын кеше эш урыны тапҡан. Хеҙмәткәрҙәр һаны һуңғараҡ йөҙгә тиклем етер тип күҙ уңында тоталар. Цехтарҙа тегенселәр, конвейер эшселәре, күҙәтеүселәр һәм механиктар бар. Фабрика, яңы ғына барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп өлгөргән. Тәүҙә һалдаттар өсөн бронежилет тегеүҙән башлаһалар, һуңынан уға өҫтәп граната һәм патрон сумкаһы, хәрби биштәргә заказ алғандар. Шулай уҡ нефтселәр менән килешеү төҙөргә йыйыналар. Октябрьский ҡалаһының күн заводы менән дә хеҙмәттәшлек итергә уйҙары бар. “Был фабриканың киләсәге өмөтлө тип иҫәпләйем. Халыҡ та бик ҡәнәғәт”, – ти Ришат Ҡатыфйән улы.
Һалдаттарға кейем тегәләрРайон хакимиәте етәкселегенең ситтән килгән инвестор менән төплө хеҙмәттәшлеге нигеҙендә Үрге Ҡыйғылағы был теген фабрикаһы уңышлы эш башлаған. Силәбе өлкәһенең “Зюраткуль” йәмғиәте етәксеһе Юрий Китовтың районға һалған инвестицияһы һөҙөмтәһе бөгөндән асыҡ күренә – өр-яңы эш урындары булдырылған, фабриканың заказдары ла етерлек, киләсәккә маҡсаттар ҙа ҙур ғына. Әйткәндәй, ул быға тиклем дә был тармаҡта уңышлы эшләгән – ҡасандыр бейәләй тегеүҙән башлаған эшҡыуарҙың бөгөн Силәбе өлкәһенең Мейәс, Бакал, Һатҡы ҡалаларында теген фабрикалары бар.
Уға Үрге Ҡыйғылағы был фабриканы эшләтеп ебәреү өсөн байтаҡ ҡына аҡса тотонорға тура килгән. Мәҫәлән, бинаның түбәһен төҙөкләндереү 450 мең һумға барып баҫһа, тәҙрәләрҙе алмаштырыу 700 меңгә төшкән. Теген ҡорамалдарын һатып алыуға сарыф ителгән сығымдарҙы иҫәпләй башлаһаң, ҡайһы берәүҙәрҙең башынан кәпәсе төшөп китмәҫ тимә. Әммә бер ниндәй инвестор ҙа “сүллеккә” аҡса ырғытмай, ошоно ла иҫтән сығарырға ярамай. Тимәк, был фабриканың эшләүе бөтәһенә лә – урындағы халыҡҡа ла, эшҡыуарҙың үҙенә лә — берҙәй отошло.


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН. Район: Ҡыйғы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә