Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Шәкәрһеҙ ҡалмаҫбыҙ ҙа ул...
Әммә крәҫтиәндең бөгөнгөһө һис тә маҡтанырлыҡ түгел

Ҡарлымандағы шәкәр заводының сөгөлдөрҙө ҡабул итеүҙе бөтөнләйгә туҡтатыуы тураһындағы хәбәр уны етештереүсе хужалыҡтарға аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте. Һөҙөмтәлә башҡа заводтарға хатта йөк машиналары сираты теҙелеп китте, ҡайһы берәүҙәр был татлы тамыраҙыҡтың күп өлөшө ҡышҡа баҫыуҙарҙа ятып ҡаласағын да фаразланы. Ә бының банктарҙан кредит алып эшләргә мәжбүр булған байтаҡ крәҫтиәнде бөлгөнлөккә төшөрөү хәүефе лә бар ине бит...

Эйе, һис шикһеҙ, быйыл шәкәр сөгөлдөрө уңып ҡыуандырҙы. Шул уҡ мәлдә күптәр уның байтаҡ өлөшө, ҡалған өс заводтың ҡеүәте етмәү сәбәпле, эшкәртелмәй баҫыуҙа ятып ҡаласаҡ тип хәүефләнде. Ул саҡта кредитын ҡайтара алмай бөлгән хужалыҡтар ишәйер һәм шәкәргә хаҡ артыуы ла көттөрмәҫ ине. Әммә хәл, ысынлап та, шулай ҡурҡынысмы икән? Беҙ ошоно асыҡлау маҡсатында иң тәүҙә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт иттек.
Унда хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрө 53 мең гектарға яҡын майҙанда сәселгән икән. Бөгөнгә 44 мең ярым гектарҙа, йәғни дөйөм майҙандың 84 процентында тамыраҙыҡ йыйып алынған. Күгәрсен, Кушнаренко һәм Миәкә сөгөлдөрсөләре эште тамамлап та ҡуйған. Уңыш ысынлап та ҡыуандыра – дөйөм алғанда, ул республика буйынса гектарынан 349 центнер тәшкил иткән. Мәҫәлән, Благоварҙа 445 центнерға барып баҫһа, Бүздәктә – 434, Йәрмәкәйҙә – 410, Шишмәлә – 418 центнер. Әгәр былтыр гектар ҡеүәтенең дөйөм күрһәткесе ни бары 185 центнер булғанлығын иҫәпкә алғанда, крәҫтиәндең шатлығының сиге булмаҫҡа тейеш тә бит...
Әммә ҙур уңыш һәр ваҡыт ҙур табыш тигәнде аңлатмай шул. Мәҫәлән, былтыр ошо мәлгә сөгөлдөр баҫыуҙарының 97 процентында уңыш йыйып алынған булған, ә быйыл – ни бары 84 процентында. Сәбәп нимәлә һуң? Баҡһаң, былтыр республикала сөгөлдөр баҫыуҙары майҙаны ла кәмерәк тәшкил иткән – 49 мең ярым гектар. “Әлегә баҫыуҙарҙан 1 миллион 554,5 мең тонна татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған, 768 мең тоннаһы сығарылған, ә 396 мең тоннаһы эшкәртелгән”, – тинеләр беҙгә Ауыл хужалығы министрлығында. Белгестәр фекеренсә, шәкәр сөгөлдөрө буйынса быйылғы дөйөм уңыш күләме 1 миллион 800 мең тоннаға барып баҫырға тейеш. Былтыр ошо мәлдә уның күләме ни бары 887 мең тонна тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, уңыштың ике тапҡырға тиерлек артыуына шатланырға ғына ҡала.
Ҡарлымандағы шәкәр заводының эшмәкәрлеге туҡталып ҡалыуы бәкәлгә һуҡҡанмы һуң? Һис шикһеҙ. Был хәл ҡалған өс заводты көсөргәнешле эшләргә мәжбүр иткән. Мәҫәлән, бөгөнгә Мәләүездәге шәкәр заводы 123 мең тонна сөгөлдөрҙө эшкәртһә, Раевкалағыһы – 148 меңде, ә Шишмәләгеһе 126 мең тонна тамыраҙыҡты шәкәргә әйләндереп өлгөргән. “Әммә ҡышҡа баҫыуҙарҙа сөгөлдөр ҡаласаҡ тип борсолорға урын юҡ, был йәһәттән республикала эштәр тамамланыуға бара инде”, – тип тынысландырҙылар беҙҙе Ауыл хужалығы министрлығында.
Әммә һәр крәҫтиән уңыш менән бергә табышҡа ла өмөт итә бит әле. Быйылғы уңыш уға кеҫәһен ҡалынайтырға мөмкинлек бирәсәкме? Әллә Ҡарлымандағы хәл-ваҡиғалар эҙһеҙ үтмәгән, һәм бөтәһе лә, Министрлыҡта ышандырырға теләгәндәренсә, ал да гөл түгелме икән?
Мәҫәлән, Бүздәк районының “Алға” хужалығы быйыл шәкәр сөгөлдөрөн 300 гектар майҙанға сәскән булған. Беҙҙе тамыраҙыҡтың үҙҡиммәте һәм хужалыҡҡа әлеге культураны үҫтереүҙән килгән табыш ҡыҙыҡһындырҙы. Хужалыҡтың етәксеһе Фән Вәлиев әйтеүенсә, уңыш гектарынан 280 – 300 центнер тәшкил иткән. Әле Раевкалағы шәкәр заводына өс мең тонна сөгөлдөр тапшырылған, тағы ла йыйып алынған 1500 тонна бар икән. Ә яҡынса 1200 тонна һаман да баҫыуҙа ҡала бирә.
– Тәүҙәрәк заводҡа сират яфалатһа ла, һуңынан көсөргәнеш яйлап кәмене. Көн дә сөгөлдөр тейәп дүрт-биш йөк машинаһы оҙатып торабыҙ. Уларҙың юл сығымын завод үҙе ҡайтара. Тапшырған тамыраҙыҡҡа хаҡты беҙгә шәкәр менән түләйҙәр, – тип төшөндөрҙө хужа. Йәғни эшкәртелгән шәкәрҙең 60 проценты хужалыҡҡа ҡайтһа, 40 процентын завод үҙендә алып ҡала икән. Барыбер Ҡарлымандағы заводтың эшмәкәрлеге туҡтауынан зыян тос ҡына булғандыр, тигән фекерҙәләр бында – сиратта тороп ваҡыт уҙғарғансы, күберәк ташып ҡалыр инеләр бит.
Хужалыҡ “Россельхозбанк”тан быйыл 11 процентлыҡ ставка менән 6 миллион һум күләмендә ҡыҫҡа ваҡытҡа (бер йылға) кредит алған булған. Аҡса тулыһынса ергә һалынып өлгөргән. Оҙаҡламай бурысты ҡайтарыу мәле лә килеп етәсәк. Фән Хөрмәтулла улы әйтеүенсә, әлегә табышты һанау ғына түгел, хатта һалынған сығымдарҙы ҡайтарыу тураһында ла уйларға иртәрәк. Ни тиһәң дә, хужалыҡта бөгөн 120 кеше эш урыны тапҡан, унан тыш орлоҡҡа, ашламаға, техника менән яғыулыҡҡа сығымдар баштан ашҡан. “Мәҫәлән, әлегә тағы 80 гектарҙа сөгөлдөрҙө йыйып алаһы бар – нисек булһа ла ҡышҡа ҡалдырмаҫҡа ине, шуны тапшырғас, табыш буламы-юҡмы икәне асыҡланыр инде”, – тине ул. Әле заводтан ҡайтҡан шәкәрҙең килоһын бында 25 һумдан һаталар икән. Шулай ҙа, һүҙ аралаш тойомлабыуыҙса, бөтәһе лә яҡшы булһа, хужалыҡта аҙмы-күпме табышҡа өмөт итәләр.
“Алға” 2200 гектар майҙанда иген дә сәскән булған, әммә йәй башындағы ҡоролоҡ һәм августағы ҡойма ямғырҙар эҙһеҙ үтмәгән. Уңыш гектарынан 16,5 центнер самаһы булған. “Иген – келәттә, әммә сифаты быйыл әллә ни ҡыуандырмай. Шуға халыҡҡа фуражға ла бирәбеҙ. Ә бына арыштыҡы яҡшыраҡ”, – ти етәксе. Шулай уҡ Фән Хөрмәтулла улын игенгә хаҡтың үтә түбән булыуы борсоуға һала. Ете ҡат тир түгеп сәсеп, үҫтереп, һуңынан мең михнәт менән йыйып алған уңышты кемдең бушҡа таратҡыһы килһен? Әммә һатып алыусылар бойҙайҙың центнерын – 600, арышты иһә 500 һумдан ғына һорай икән. Алтын бөртөкләп йыйыла тиҙәр ҙә ул, әммә бындай хаҡтар менән бурысыңды үҙ мәлендә түләй алыуың да икеле шул...


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә