Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “МММ”-дар һабаҡ булманымы?
“МММ”-дар һабаҡ булманымы?Күпме генә киҫәтһәң дә, халыҡ “кредит энәһе”нә ныҡлы ултырған инде. Нисәмә йыл дауамында айына бер-ике тапҡыр аҡса иҫәбемде тулыландырыр өсөн бер банкка инәм. Шунда дүрт өҫтәл булып, барған һайын һыу буйы сират теҙелеп, исмаһам, береһе аҡса һалыр өсөн торһасы. 15 — 20-ләп кешенең барыһы ла гел кредит юллап килгән була.

Ирекһеҙҙән, ҡайһы мәлдә һөйләшеүҙәргә ҡолаҡ һалам. Бына берәү кредитын япты ла яңы сумма һорай. Икенсеһе береһе бар өҫтөнә сираттағыһын үтенә. Өсөнсөһө иғәнә-түләмдәр күләменә ҡарап, талабын 100-ҙән 60 меңгәсә кәметә...
Ә һуңғы арала махсус рәүештә кредит алырға килеүселәр күбәйҙе. Нисек инде махсус рәүештәме? “Древпром” тигән финанс компанияһының: “Беҙ һеҙҙең кредитты ҡаплайбыҙ!” – тигән ҡотортоуҙарына ышанып.
“Бушлай сыр ҡапҡанда ғына була” тигән әйтемгә һаман ҡолаҡ һалмай халыҡ. Ә бынан финанс компанияһы хеҙмәткәрҙәре оҫта файҙалана. Йәнәһе лә, килешеү төҙөп, кредит аҡсаһы күләменә ҡарап, 20 йә 25 проценты ҙурлығындағы сумманы уларға түләһәң, банкка ҡалған бурысыңды үҙҙәре ҡаплай.
Таныштарым араһынан был ҡармаҡҡа ҡабыусылар юҡмы икән, тип эҙләйем. Иң яҡын әхирәтем үк шаҡ ҡатмалы хәбәр әйтте: “Беҙҙең эштә мөдиребеҙ миллион ике йөҙ меңлек ипотекаһын шунда ышанып тапшырҙы инде. Тиҙҙән автокредитын да шулай итмәксе. Мин ҡыймай торам әле, шөрләтә”. Миләүшә Мөнир ҡыҙы?! Етәксе кеше? Бәй, уның ҡул аҫтында эшләүсе өс ҡыҙға ни ҡала шунан? Хужа мөрәжәғәт иткәс, ышаныслылыр тип уйлап, шул “ҡапҡан”ға барып ҡапһалар? Минең әхирәттең генә лә яңы алған 900 мең һумлыҡ ипотека кредиты бар...
Интернетта соҡсоноп, ниһайәт, бер аҙ мәғлүмәт йыям. Ул арала кеҫә телефоныма “Рәсәйҙең теләһә ниндәй банкынан алынған кредитығыҙҙы ҡаплайбыҙ” тип, телефон һандары күрһәтелеп, ойошманан СМС-хәбәр ҙә килеп төштө. Шылтыратам.
Үҙен Илгиз тип таныштырған егет Сипайлово биҫтәһендәге офистарына саҡырып:
– 5 меңдән 10 миллион һумғаса кредитығыҙҙы ҡаплай алабыҙ. Шәхесегеҙҙе танытҡан документтарҙы, банк менән кредит килешеүен, һуңғы түләнгән квитанцияғыҙҙы, түләмдәр графигын алып килегеҙ, – тине.
“Кредитты ҡаплау ни рәүешле буласаҡ?” тиеүемә:
– Тәүҙә ай һайын иғәнә индереп барасаҡбыҙ. Бер йыл тигәндә алдан ҡаплап та ҡуясаҡбыҙ, – тип вәғәҙә бирҙе.
Мин был “алтын тауҙар”ға ҡыҙыҡманым. Бәлки, бер аҙ түләрҙәр ҙә. Ә аҙағы ни менән бөтөр – Хоҙай үҙе генә белә. Шулай ҙа тикшеренеүемде дауам иттем. Ҡасан кем барлыҡҡа килтергән һуң ул яуаплылығы сикләнгән “Древпром” йәмғиәтен? Аҡсаны ҡайҙан алалар? Эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт?
Финанс компанияһы тәүҙә Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында барлыҡҡа килеп, устав капиталы 11 мең һум тәшкил итһә, бөгөн иһә Силәбе, Ырымбур, Мәскәү ҡалаларында бүлексәләре асылып, әйләнештәге аҡсалары суммаһы 100 миллионға еткән! Етмәй ни, күпме кеше ыштанһыҙ ҡаласағын уйламай, бар булғанын ҡырып-һепереп уның офистарына ташый.
Шул сама аҡсаны ҡайҙан алаһығыҙ тигәнгә, беҙ уңышлы инвестиция сәйәсәте алып барабыҙ, тиҙәр. Әммә, белгестәр иҫәпләүенсә, был сама табыш алыу өсөн аҡсаны йыллыҡ 600 процент ставка менән урынлаштырырға кәрәк. Ә һеҙ ҡайҙа күргәнегеҙ бар шундай процент менән иҫәп асҡандарын? Дөп-дөрөҫ, һабын ҡыуығы кеүек шартлап юҡҡа сыҡҡан “МММ” ишеләй пирамидаларҙа ғына. Тимәк, был компания ла сиратҡа арттараҡ баҫҡандарҙың аҡсаһы менән баштағыларға түләй. Кассаға етерлек сумма ингәс йә иһә ниндәйҙер көрсөк тыуғас, бер көн килеп юҡҡа сыҡмаҫтар тип кем әйтә ала? Бының шулай булырына бер ишара ла бар: килешеүҙә “әгәр компания шарттарҙы боҙһа, клиент файҙаһына штраф түләй, ләкин кредит суммаһының 10 процентынан да артыҡ түгел” тип яҙылған, имеш. Йәғни, пирамида емерелеп, хоҡуҡ боҙоусылар яуаплылыҡҡа тарттырылһа ла, иң яҡшыһы аҡсағыҙҙың шунса өлөшөн генә ҡайтарып аласаҡһығыҙ.
Етмәһә, компанияға нигеҙ һалыусы әҙәмдең шәхесе лә шик тыуҙыра. Евгений Сундуков тураһында әллә ни билдәле түгел. Әммә уның мутлашҡаны һәм тағы ҡайһы бер енәйәттәре өсөн иркенән мәхрүм ителеүе, бәлки, кемделер хәтәр аҙым яһауҙан туҡтатып ҡалыр. Туҡтатһа әле. Сөнки Интернеттағы яҙыуҙарға ҡарағанда, финанс пирамидаһының буласаҡ ҡорбандары һаны ишәйеүе асыҡ төҫмөрләнә. Бына, мәҫәлән, Әбйәлилдән бер егет, беҙҙең район тирәһендә офисығыҙ юҡмы, тип ҡыҙыҡһына. Тимәк, тиҙҙән ҡомһоҙ, оятһыҙ “бизнес акулалары” ауыл халҡын да йәтмәгә эләктерәсәк.
Ә прокуратура хеҙмәткәрҙәренең яуабы бер: “Беҙгә әлегә ризаһыҙлыҡ белдереп мөрәжәғәт итеүсе юҡ”. Ялыу менән килеүселәр табылыр ул, тик һуң булыр. Миллиондарҙың да, “древпром”дарҙың да эҙенә эт тә төшә алмаҫ булғас.


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды 17.06.2026 // Иҡтисад

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды...

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 5

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 8

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә