Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эшҡыуарға түҙемлек бирһен!
Урындағы етәкселәр араһында ла уларға кәртә тыуҙырыусылар бар
– Республикала бөгөн йүнселдәр мәнфәғәтендә байтаҡ эш башҡарыла, әммә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, – тине Борис Титов Башҡортостан Хөкүмәтендә Президент Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында үткән ултырышта.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил әйтеүенсә, Башҡортостан — бөгөн йүнселлекте үҫтереүгә ынтылған һәм ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барған төбәктәр рәтендә. Республика етәкселеге иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе үҙ эшмәкәрлегендәге төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуйған. Әммә һаман да халыҡты борсоған мәсьәләләр етәһе – мөрәжәғәттәрҙең байтаҡ ҡына булыуы ошоға тура ишара. Шул уҡ мәлдә, Борис Титов фекеренсә, был халыҡтың ышанысы тураһында ла һөйләй, ни тиһәң дә, беҙҙә эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил илдә иң тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килде бит.
Ниҙәр аяҡ сала һуң йүнселгә бөгөн беҙҙә? Иң тәүҙә ғәҙел булмаған конкуренция, урындағы власть вәкилдәренең йыш ҡына "үҙенекеләргә" өҫтөнлөк биреүе эшҡыуарҙарға уңышлы эшләргә ҡамасау тыуҙырған төп мәсьәлә булып тора. Мәҫәлән, инженер һәм транспорт инфраструктуралары менән тәьмин итеүҙе генә айҙар буйы көтөргә тура килеүе ихтимал, ә был – өҫтәмә сығымдар, юғалтыуҙар. Мөрәжәғәттәрҙең 60 проценттан ашыуы ергә һәм күсемһеҙ милеккә бәйле, енәйәти эҙәрлекләүҙәргә зарланыусылар ҙа байтаҡ ҡына. Тәү тапҡыр эшҡыуарлыҡҡа тотоноп ҡарарға баҙнат иткәндәрҙең бик һирәктәре генә бындай административ кәртәләрҙе йырып сығып, уңышлы эшләп китә ала. Ҡалғандары бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙҙар артынан күҙәтеү органдарына юлды тапап ҡарай ҙа, ялҡып, ҡул һелтәп ҡуя.
– Власть һаман да йыш ҡына йүнсел менән "өҫтән", "өлкән ағай" булараҡ һүҙ тота. Эшҡыуарҙарҙың үҙаллылығы, ирекле эшмәкәрлеккә хаҡлы булыуы онотола, – тине Борис Титов, һүҙен йомғаҡлап.
Президент Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, йүнселгә аяҡ салып ултырған урындағы ошондай етәкселәрҙе ваҡытында "урынына ултыртып" барыу мотлаҡ. Улар бит айырым эшҡыуарға ғына түгел, ә иҡтисадты үҫтерергә ынтылған республика етәкселегенең тырышлығына аяҡ сала. Тәүмаҡсат – ошондай баш-баштаҡлыҡтарҙы булдырмау, сәләмәт көнәркәшлек мөхитен һаҡлау, монополияларға юл ҡуймау. Шул мәлдә генә йүнселлек үҫешә һәм иҡтисадҡа тос өлөш индерә аласаҡ.
Президент әйтеүенсә, республикаға яңынан-яңы инвестициялар йәлеп итеү эше бөгөн бик әүҙем бара. "Яңы предприятиелар булдырмаһаҡ, республиканың үҫешеүҙән туҡтап ҡаласағы беҙҙең өсөн көн кеүек асыҡ", – тине Рөстәм Хәмитов. Әлегә уңыштар етәһе: инвестициялар йәлеп итеү буйынса республика дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән байтаҡҡа алда. Әлбиттә, бөтә ил иҡтисадының торғонлоҡ кисереүе лә эҙһеҙ ҡалмаған, шулай ҙа ҡайһы бер тармаҡтар ҡыуандыра: мәҫәлән, ауыл хужалығы сәнәғәте уңышлы үҫешә. Бында шәхси инвесторҙарҙың аҡсаһы ла йәлеп ителә. Тәүге ярты йыллыҡ буйынса ауыл хужалығына инвестициялар күләме генә дүрт миллиард һумға еткән, был былтырғы күрһәткестән ике тапҡырға юғарыраҡ. Дөйөм финанслау күләме 40 миллиард һумдан ашып киткән өҫтөнлөклө алты проект тормошҡа ашырыла. Ҙур һөтсөлөк һәм сусҡасылыҡ фермалары һалыу тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Игенде тәрән эшкәртеү хаҡында ла һүҙ йөрөй икән. Ғөмүмән, бөгөн республиканың ауыл хужалығы заманға ярашлы эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡ та эш башланы. Ул өмөтлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса республикала берҙәм оператор буласаҡ. Шулай уҡ эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары һәр районда һәм ҡалала эшләй. Республика башлығы фекеренсә, тынысланырға иртәрәк, был йәһәттән әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеү зарур.

Илнур СӘЛИХОВ, Баймаҡ ҡалаһы, такси хеҙмәтендә мәшғүл эшҡыуар:
– Шәхсән миңә эш башлаған мәлдә лә, һуңынан да чиновниктар йә башҡалар тарафынан махсус рәүештә булдырылған кәртәләр менән осрашырға тура килмәне. Законда ҡаралған талаптарҙы үтәйем – шул ғына. Йүнселдәр мәнфәғәтен яҡлаған вәкил барлығын ишетеп беләм-белеүен, әммә уға эшен уңышлы дауам итеүҙән ваз кискәндәр, проблемаһын сисеүҙең башҡа төрлө сараһы ҡалмағандар ғына баралыр, минеңсә. Ә минең эшемә аяҡ салыусылар булманы, шуға шөкөр итергә генә ҡала инде.
Фәнзил ҒӘБИТОВ, Өфө ҡалаһы, төҙөлөш фирмаһы етәксеһе:
– Эйе, бизнес-омбудсмендарҙың барлыҡҡа килеүе һәйбәт башланғыс кеүек тә бит, ләкин Рәсәйҙә йыш ҡына күҙ буяу өсөн эшләргә күнеккәндәр, ошолай булмаһын, ысын һөҙөмтәләр күренһен ине. Әммә мин дәүләттең эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлегенә бөтөнләй ҡыҫылмауы йүнселдәр өсөн иң яҡшы ярҙам булыр ине тип иҫәпләйем. Ысынлап та, ниңәлер беҙҙә дәүләт ойошмалары үҙҙәрен эшҡыуарҙан өҫтөн ҡуя, әйтерһең дә, һин уларға бурыслыһың. Үҫешергә ынтылған илдә улай булырға тейеш түгелдер...


Автор: Р. ЗӘЙНУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды 17.06.2026 // Иҡтисад

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды...

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 5

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 8

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә