Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бизнестың иңе ныҡ
Ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу маҡсатында Хөкүмәт инвестицион климатты яҡшыртыуҙа эшҡыуарҙар (эре бизнес. – М. Х.) ярҙамына иҫәп тота. Бизнес һөҙөмтәлерәк эш итә алған өлкәләрҙән дәүләт китергә тейеш. Яңыраҡ Сочи ҡалаһында үткән иҡтисади форумда сығыш яһап, федераль хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев шулай белдерҙе. Башҡарма власть етәксеһенең һуңғы осорҙа иҡтисадтағы проблемаларҙы яйға һалыу буйынса әүҙемлеге арта төшөүен быйыл яҙ уҡ, көҙ федераль хөкүмәттең әлеге составында эшләй алыу-алмау мәсьәләһе хәл ителәсәк, тигән фекер менән аңлатырға кәрәктер.

Аҡ йорттан әленән-әле идеялар ишетелеп ҡуя, әммә улар бер ҙә яңылығы һәм һөҙөмтәлелеге менән айырылмай. Мәҫәлән, “дәүләт – иҡтисадта насар менеджер”, тигән фекерҙе тәү башлап ишеттереүсе Егор Гайдар федераль хөкүмәткә идара иткән мәлдәрҙә был идеяны ғәмәлгә ашырыуҙың олигархтар синыфын барлыҡҡа килтереүен ватандаштар әле лә онотоп бөтөрмәгәндер. 2008 йылда бар донъяны солғап алған финанс-иҡтисади көрсөгө Рәсәйгә лә үтеп ингәс, улар Ватан етештереүселәренә ярҙам күрһәтеү урынына үҙ байлығын ишәйтте.
Дәүләт ихтыяжына һәм ҡаҙна ярҙамына, тышҡы коньюнктураға таяныу, Дмитрий Медведев фекеренсә, иҡтисади үҫеш өсөн берҙән-бер сығанаҡ була алмай. “Коммерсантъ” гәзите хәбәр итеүенсә, “иҡтисадта структур үҙгәрештәр (һуңғы осорҙа институциональ реформалар федераль хөкүмәттә лә, Кремлдә лә популярлығын юғалта) зарурлығына баҫым яһап, Премьер-министр хатта хөкүмәттә үткәрелгән иҡтисади сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген шик аҫтына ҡуйҙы”.

Ауыҙың ҡыйыш булһа, көҙгөгә үпкәләмә

Донъя ғәмәлендә эшҡыуарҙарҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә алға киткән иҡтисад өлгөләре менән бергә дәүләт капиталы ярҙамында үҫешкән илдәр ҙә юҡ түгел. Уларҙың тәүгеләрен АҠШ, Германия кәүҙәләндерһә, икенсеһенә Францияны индерергә мөмкин. Скандинавия илдәрендә лә, “дәүләт – насар менеджер” тигән ҡарашты уртаҡлашмайҙар. Дәүләт йөҙөндә тап Рәсәй чиновнигы күҙ уңында тотола икән, әлбиттә, Гайдар мәрхүмдең асышы менән килешмәҫкә урын юҡ. Эйе, беҙҙәге дәүләт әһеле ҡаҙна аҡсаһын иҫәпләмәй тотонорға күнеккән, сөнки был ҡылығы өсөн язаға тарттырылмаясағын яҡшы белә. Ә иҡтисад йөҙөн ысынлап та эшҡыуарҙар билдәләгән мәмләкәттәрҙә, киреһенсә, дәүләт аҡсаһын законһыҙ тотоноп ҡара, берҙән, енәйәт яуаплылығынан ҡасып булмаясаҡ, икенсенән, ваҡытлы матбуғат һәм телевидение йәмәғәтселек алдында рисуай итәсәк. Ауыҙың ҡыйыш булһа, көҙгөгә үпкәләүҙән файҙа юҡ.

Чиновник үҙ-үҙен тәнҡитләй

Форум, саммиттар уҙғарыу, кемделер тәнҡитләү, аҡыл өйрәтеү, хатта йоҙроҡ төйөүҙәр, киләсәккә пландар билдәләү һәм һыйлы өҫтәл янынан тороп китеү менән ул хаҡта онотоу Рәсәй түрәләренең көндәлек ғәҙәтенә әүерелеп китте. Ошо йәһәттән быйыл йәй Красноярск ҡалаһында уҙған форумда Себерҙең иҡтисади даирәләре тарафынан күтәрелгән бер үткер фекерҙе иҫкә төшөрөү урынлы: “Үҙәк яғынан ҡамасаулыҡ булмаһа, беҙ был өлкәлә үҙебеҙ ҙә уңышлы шөғөлләнә алыр инек”. Был теләк формаһынан бигерәк талап рәүешендәрәк яңғыраны һәм федератив ҡоролошло дәүләт өсөн тәбиғи күренеш. Әммә Федерация субъекттары ҡаҙнаһына ингән һәр биш һумдың өсөһө Мәскәүгә китеп торғанда, быға өлгәшеү мөмкин түгел. Әйткәндәй, уҙған аҙнала йәмәғәтселек иғтибарына еткергән анализында Дмитрий Медведев үҙәкләштерелмәгән дәүләт секторы булдырыу тураһындағы идеяһында тап ошоно күҙ уңында тотҡандыр.
Шул уҡ ваҡытта Премьер-министрҙың, дәүләт ҡатнашлығындағы эре инвестиция проекттары, мәҫәлән, һауа шарттарына ҡарап ауыл хужалығына субсидияларҙы күпләп биреү кире һөҙөмтәгә килтерә, тигән фекере шикле яңғырай. Бәлки, субсидияларҙы биреү механизмы ентекле уйланылмай, ул чиновник үҙе теләгәнсә эш итәлер.
Ә бына беренсе вице-премьер Игорь Шуваловтың, дәүләт мегапроекттар менән мауыға, йәмәғәтселек фекере менән иҫәпләшеп тә тормай, тигән һүҙҙәре ыңғай баһаға лайыҡ, тик уның чиновник ауыҙынан сығыуы ғына ғәжәпләндерә. Ә кем ҡамасаулай һуң? Икенсе вице-премьер Аркадий Дворковичтың Мәскәү – Ҡазан тиҙ йөрөшлө тимер юлын төҙөүгә, БАМ-ды реконструкциялауға ҡаҙна сығымдарын йүнәлтеүгә (йәнәһе, уларҙың кире әйләнеп ҡайтмауы ихтимал) шик белдереүе аңлашылмай. Юлдар дәүләт ҡарамағында түгелме ни?!

Ышаныс самалы


Һуңғы осорҙа бизнесҡа өмөт бағлау йышайҙы. Хатта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү менән шөғөлләнеүҙе лә ошо синыф үҙ ҡулына алһа ине, тигән фекерҙе асыҡтан-асыҡ белдереүселәр бар. “Интеррос” компанияһы башлығы Владимир Потаниндың Сочиҙа сығыш яһап, эшҡыуарҙарға күрһәтмә төшөргән башҡарма власть өсөн матди яуаплылыҡ ҡаралырға тейеш, тигән фекере тиктәҫкә әйтелмәгән.
Ошо йәһәттән түбәндәге проблеманы билдәләп үтеү мотлаҡ: ғөмүмән, иҡтисадта уңышлы эшләргә теләге булып, ихтыяры еткән дәүләттә “уйын ҡағиҙәләре”н билдәләү менән сикләнәләр. Отошло икән, әлбиттә, бизнес баш тартмай. Белгестәр фекеренсә, беҙҙең мәмләкәттә уйын ҡағиҙәләре генә түгел, иҡтисадтың эҙмә-эҙлекле сәйәсәте лә юҡ. Дөрөҫ, уны эшләргә, һис юғында, ҡатнашырға олигархтарҙың ҡулынан килер ине. Проблема шунда: улар илдәге хәлдең үҙгәрешһеҙ ҡалыуын, капиталды күпләп ситкә сығарыуҙы хәстәрләй. Ғәжәп, әммә байҙар Көнбайыш демократияһына нығыраҡ ышана.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 9


Комментарий өҫтәргә