Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Табында икмәк тә, шәкәр ҙә булыр!
Табында  икмәк тә, шәкәр ҙә булыр!Оҙайлы ямғырҙан һуң тәбиғәттең ҡояш нурында сабыйҙай иркәләнгән ваҡыты. Ауыл эшсәндәре өсөн бынан да ҡәҙерлерәк мәл бармы икән, сөнки бер аҙға ғына һуңланыңмы – тағы ямғыр, тағы бысраҡ, күпереп үҫкән уңышыңдың ерҙә ятып ҡалыуын көт тә тор. Стәрлебаш районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы ла яуымһыҙ мәлдең һәр минутын әрәм итмәҫкә тырыша: баҫыуҙарҙа трактор-комбайндар гөрләүҙән туҡтамай…

Кооператив етәксеһе Юрис Синағолов һәм хужалыҡтың баш агрономы Вафир Ҡорбанғәлиев менән судан үләнен сабыуҙы тамамлап ҡайтып килгән комбайндарҙы ҡаршылайбыҙ.
— Иң алдан Ришат Йәмилев төшөп алған, уның артынан йәш комбайнсы Айнур Юнысов килә. Афарин, егеттәр! – ти хужа, ғорурланып. – Мәҫәлән, Ришат быйылғы игендең 32 процентын бер үҙе урып һуҡты (22 603 центнер), Айнур ҙа ҡалышырға теләмәй (12 558 центнер) – көнө-төнө баҫыуҙа.
Әйткәндәй, был хужалыҡта арыш һәм бойҙай күптән инде келәттә. Әле егеттәр судан үләненең орлоғон йыйып алыу менән мәшғүл. «Иген культуралары проблемаһы артта ҡалды, сөгөлдөрҙө генә алып өлгөрһәк», — тип эш барышы менән таныштыра баш агроном. «Татлы тамыр» баҫыуында кооператив эшсәндәре бер нисә бригадаға бүленеп эшләй икән.
…Баҫыу киңлектәрен иң алдан тракторына сөгөлдөр япрағын ҡырҡып барыусы “БМ-6” агрегатын таҡҡан Илдар Бөхәрмәтов буйлай, артынан осҡан япраҡ киҫәктәре генә күренеп ҡала. Уның артынса комбайнында, бер бөртөк башаҡ та ҡалдырмаҫҡа тырышып, Илдус Яхин төшөп алған – ҡыуып та етермен тимә үҙен. Шәп бара, шәп ала! Рәүеф Байморатов менән Марсель Синағолов та төшөп ҡалғандарҙан түгел – «МТЗ» тракторҙары менән сөгөлдөрҙө өйөмдәргә илтеп тора, тейәп кенә өлгөрт, Илдус! «Техника боҙолмаһа, көн шулай аяҙ торһа, «һә» тигәнсе йырып сығасаҡбыҙ эште!» – ти егеттәр. Әйткәндәй, 250 гектар майҙандың биштән бер өлөшөнөң сөгөлдөрө өйөмдә инде (уңыш гектарынан — 371 цетнер).
Тәү ҡарашҡа барыһы ла яҡшы кеүек: трактор-комбайндар геүләй, уңыш йыйыла. Ә төбөнә төшһәң… яғыулығы ла кәрәк, тимер ҙә боҙолмай тормай.
— Ни тиһәң дә, хужалыҡ ҙур ғына бит: йөҙгә яҡын эшсе, етмештән ашыу техника. Проблемалар ҙа юҡ түгел. Башлыса үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ. Мәҫәлән, яғыулыҡ алыуға тапшырылған һөттөң табышы ярҙам итә, боҙолған деталдәрҙе лә көнөндә үк һатып алабыҙ. Эш хаҡын ваҡытында түләйбеҙ. Шуға халыҡ дәррәү эшкә йөрөй. Беҙҙең өсөн был — иң мөһиме, — ти Юрис Юнир улы.
Сөгөлдөр баҫыуында бер нәмәгә иғтибар иттем. Ҡайһылыр тракторҙан ҡолаҡҡа көй салынды. Механизаторҙарҙың береһе: «Минең кабинала уйнай ул, бына шулай радиоалғысҡа ҡушылып, йырлай-йырлай иген урабыҙ, сәсәбеҙ – ризығыбыҙ ҙа, бәхетебеҙ ҙә шунан», — тине. Был һүҙҙәргә өҫтәп тағы ни әйтәһең?!


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлебаш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә