Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйланырға урын бар
Уйланырға урын бар“Ысынлап та” тапшырыуын ҡарағандан һуң тәрән уйҙарға сумдым. Республикала эшһеҙлек арта барамы, тигән һорауға тауыш биреүселәрҙең 92 проценты “эйе” тип яуапланы.

Был һүҙҙәрҙә халыҡтың үҙаллылығын юғалта барыуы, ниндәйҙер ярҙамға ғына өмөтләнеп йәшәүе төҫмөрләнә ине. Сөнки күптәр, 70 йыл буйы шул дәүерҙең коллектив хужалыҡтарында тир түгеп, бригадирҙың, тегене эшлә, быны эшлә, тигән күрһәтмәләрен генә үтәп, үҙе уйлап эш итә белмәүсе роботҡа әйләнде. Ҡайһыларының ни эшләргә белмәй һеңгәҙәп, эскелеккә бирелеүе, документтар менән эш итә белмәүе арҡаһында эшҡыуарлыҡ юлынан китә алмауы, ахыр килеп, Себер тарафтарына олағыуы — быларҙың барыһы ла юғарыла әйтелгәндәрҙең һөҙөмтәһе. Ауыр хәлдә тороп ҡалғандарға бөгөн, һис шикһеҙ, зыялыларыбыҙ, йәмәғәт ойошмаларының кәңәше бик кәрәк.
Йәштәрҙең киләсәген, йүнселлеген ҡайғыртып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бизнес үҙәге ойошторолоуы — ҡыуаныслы хәл. Был эштәр киләсәктә мотлаҡ үҙ емешен бирер тип өмөтләнәйек. Әммә йәш эшҡыуарға һәр нәмәне урындағы зыялылар, етәкселәр ярҙамында хәл итеп булғанда, әйләнгән һайын Өфө юлын тапау уңыш килтермәҫ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, бала-сағаң, туған-ырыуың менән уртаҡ тел табып, үҙ-ара аңлашып эшләгәндә генә бизнес өлкәһендә уңыш ҡаҙанып була. Иң мөһиме — көнсөллөгөңдө, ғорурлығыңды еңеп, эргә-тирәңдәге булдыҡлы эшҡыуарҙарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, үҙ эшеңде асып ебәрергә кәрәк. Республикабыҙҙа уңышлы эшләгән фермер, эшҡыуарҙар бихисап. Мәҫәлән, Бөрйән районының Үрге Нөгөш ауылында йәшәүсе Хәбир Ғәлиев, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү буйынса “Ямаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороп, алты кешегә эш урыны булдырҙы. Хатта “бартер” заманында ла бик уңышлы эшләне. Диләнкә алды, йүкә ағасының ҡабығынан бумала етештерерлек һалабаш әҙерләне. Уларҙы Белорет, Магнитогорск ҡалаларына алып барып, сөйгә, тросҡа алмаштырҙы. Һөҙөмтәлә эш хаҡын ваҡытында түләп барҙы, үҙенә йорт һалып керерлек “мая” тупланы.
Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, шул уҡ райондың Ғәлиәкбәр ауылынан Кәбир Хәлитов та эшҡыуарлыҡты уңышлы башлап ебәрҙе. Ейәнсура районының Ибрай ауылынан Ғөбәйҙулла Ейәнсурин 2000 йылда ҡортсолоҡҡа тотоноп, алты йылда умарталар һанын 200-гә еткерҙе. Тейешенсә табыш алып, трактор тағылмалары инвентарҙары, сит ил машинаһы һатып алды. Күгәрсен районында ла бындай уңғандар етерлек. Үрге Һаҙ ауылынан Ринат Мәжитов, Түбәнге Һаҙҙан Юнир Искәндәров эшҡыуарлыҡ өлкәһендә шаҡтай уңышҡа өлгәште.
Республикала эш юҡ тип, ир-уҙамандарҙың Себер яғында йөрөүе — киләсәк өсөн ифрат борсоулы күренеш. Иң аяныслыһы — атай-олатайҙарының нигеҙен ҡоротоуҙары ихтимал. Һөҙөмтәлә юҡҡа сыҡҡан ауыл урынына сит-яттар килеп төйәкләнә. Бындай факттар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ түгел. Мәҫәлән, Мәләүез, Ишембай, Бөрйән райондары киҫешкән ерҙәге урманлы юлһыҙ төбәктә 1960—1990 йылдарҙа ете ауылдың нигеҙе ҡороно. 420 квадрат километр майҙан кәрәкһеҙгә әйләнде, меңәр центнер бесән төшмәле яландар ҡый үләне менән ҡапланды. Кәмберәк, Үрек, Нөгөш йылғалары буйҙары ғәмһеҙ туристар тарафынан сүп-сар майҙансығына әйләнде. Тарихтан барыбыҙға ла мәғлүм: бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ундай ерҙәргә эйә табылыр. Хужаһыҙ биләмәләрҙе үҙ кеҫәһен ҡалынайтыу өсөн һатып ебәреүселәр ҙә етерлек. Мәскәү чиновнигының Үрек йылғаһы буйындағы “Һыу сыҡҡан” яланында ҙур йорттар төҙөп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәп ятыуы заманында ошо ауылдарҙа ғүмер иткәндәрҙең вариҫтарын уйландырырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 565

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524