Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сүплектәр сүпләп бөткөһөҙ
Сүплектәр сүпләп бөткөһөҙРәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелгән 300-ҙән ашыу сүплек бар һәм уларҙың береһе лә ҡануниәт нигеҙендә нығытылған экологик талаптарға яуап бирмәй. Был хаҡта Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев район хакимиәттәре башлыҡтарының Баймаҡта уҙғарылған кәңәшмәһендә белдерҙе.

– Былтыр министрлыҡ тупраҡҡа, ер аҫты һыуҙарына һәм һыу ятҡылыҡтарына сүплектәрҙең ни тиклем зыян иткәнен асыҡлау маҡсатында тикшереү эштәре башланы. Асыҡлап әйткәндә, был саралар Нуриман районының Ҡыҙылъяр, Баймаҡ районының Иҫке Сибай, Өфө районының Йоматау ауылдары эргәһендә тормошҡа ашырыла. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең ведомство урындағы үҙидара органдарына сүплекте бөтөрөү сығымдарын кәметеү һәм ерҙе тәртипкә килтереү йәһәтенән үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк, – тине министр.
Әйткәндәй, тәүге һөҙөмтәләр тураһында әле үк һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Мәҫәлән, Иҫке Сибай ауылы эргәһендәге сүплекте тикшергәндән һуң экологтар тупраҡта, һауала һәм ер аҫты һыуҙарында ҡайһы бер зарарлы матдәләрҙең норманан күпкә юғары булыуын асыҡлаған. Илдар Рим улы әйтмешләй, “бында ерҙәрҙе яңыртыу буйынса саралар үткәрмәйенсә булмай”.
Республика әһәмиәтендәге маҡсатлы программаға ярашлы, 2020 йылға тиклем сүплектәрҙең барыһы ла бөтөрөлөргә, ә бушаған урын тәртипкә килтерелергә, яңыртылырға тейеш. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры әйтеүенсә, бөгөн сүплектәрҙе законлаштырырға тырышыу осраҡтары ла (атап әйткәндә, Ҡырмыҫҡалы, Бөрйән, Балтас райондарында) бар. Әммә министрлыҡ был аҙымға бара алмай.
Әйткәндәй, үрҙә телгә алынғандарҙан тыш, министрлыҡтың инспекторҙары йыл һайын республикала тәртипһеҙлек һөҙөмтәһендә хасил булған көнкүреш ҡалдыҡтары сүплектәрен асыҡлай. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғына шундай 240 урын табылған. Был йәһәттән “алдынғылар” рәтендә – Учалы, Хәйбулла райондары. Илдар һаҙыев ошо төбәктәрҙең башлыҡтарын әлеге проблемаға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы.

Әйткәндәй...

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ултырышында етештереү һәм көнкүреш ҡалдыҡтары проблемаһы тикшерелде. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина түбәндәгесә белдерҙе:
– Былтыр беҙҙең ведомство белгестәре тарафынан тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙың 6985 осрағы асыҡланған, уларҙың 70 проценттан ашыуы көнкүреш ҡалдыҡтарына бәйле. Быйылғы 1 ғинуарға тиклем 692 рөхсәтһеҙ сүплек бөтөрөлгән, билдәләнгән факттар буйынса тирә-яҡ мөхиткә килгән зыянды ҡаплау өсөн дөйөм күләме 16 миллион һумлыҡ 35 дәғүә әҙерләнгән.
Йыл һайын ҡар иреп бөткәс министрлыҡ тирә-йүнде тәртипкә килтереү маҡсатында экологик өмәләр, айлыҡтар иғлан итә. Былтыр, мәҫәлән, сара барышында 249 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдығы махсус полигонға оҙатылған. Халыҡ әүҙем ял иткән йәйге осорҙа ла сүп-сар проблемаһы көнүҙәклеген юғалтмай – уҙған йылдың йәйендә теләһә ҡайҙа хасил булған 885 сүплек асыҡланған. Ошонан сығып, халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү мәсьәләһе бөгөн бик киҫкен тора, тип әйтергә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 565

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524