Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ни һулайбыҙ, ни эсәбеҙ?
Планетабыҙҙа экологик хәл йылдан-йыл ҡатмарлаша бара, кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә климат үҙгәрә, тәбиғәт фажиғәләренең һаны арта. "Рәсәйҙә экология мәсьәләләрен хәл итеү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондар, программалар ҡабул ителһә лә, әлеге көндә уларҙы берләштереүсе, эшен тәьҫирлерәк итеүсе комплекслы система юҡ", – тип фекер йөрөтөүселәр бар икән, уларҙың хаҡлығын инҡар итеп булмай. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа был көнүҙәк проблеманы хәл итеүҙә һиҙелерлек аҙымдар яһала.

Баш ҡаланың "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында III төбәк-ара экологик форум һәм XVII "Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге-2012" махсуслаштырылған күргәҙмәһенең асылыуы — әйтелгәнгә ҡеүәт. Өс көн буйы сарала фәнни-ғәмәли конференциялар һәм семинарҙар ойоштороласаҡ, етештереү объекттарының сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, сәнәғәт производствоһы һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу, һыуҙы ҡулланыуға әҙерләү проблемалары тикшереләсәк. Ғәҙәттәгесә, "Экология-XXI быуат" бәйгеһе үтәсәк, һәм республиканың экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән иң яҡшы программа билдәләнәсәк. Шулай уҡ "Ҡотҡарырға һәм һаҡларға" халыҡ-ара экологик акцияһына йомғаҡ яһаласаҡ.
Махсуслаштырылған форумдың Өфөлә уҙғарылыуы осраҡлы түгел: сәнәғәттең үҫеүе йәһәтенән Башҡортостан — илебеҙҙең алдынғы төбәктәренең береһе, икенсе яҡтан, беҙҙә тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән йөҙҙәрсә предприятие һәм ойошма бар. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Ольга Лаздина әйтеүенсә, республика Волга буйы федераль округында атмосфераға ташланған ҡалдыҡтар буйынса дүртенсе урынды биләй, шуның 64 проценты автомобиль транспортына тура килә.
Белгестәр билдәләүенсә, Өфө һауаһында ла зарарлы водород хлоридының миҡдары норманан 40 тапҡырға артыҡ. Бының төп сәбәпсеһе предприятиелар һәм автомобилдәр икәнлеген әйтеп тораһы ла түгел. Унан тыш, өфөләр тәүлек әйләнәһенә башҡа бик күп зарарлы матдәләрҙе һулай. Йылына һәр кеше иҫәбенә уртаса 309 килограмм ташландыҡ зарарлы матдә тура килә, Стәрлетамаҡта иһә был һан 382 килограмға етә. Әйткәндәй, йыл аҙағынаса республикала һауаның таҙалығын билдәләгән ике күсмә лаборатория барлыҡҡа киләсәк, улар онлайн режимда эшләйәсәк. Көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһе лә киҫкен тора: булғандарына өҫтәп, республикала тағы шундай 31 полигон төҙөү талап ителә.
Тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондар эшләй, әлбиттә, әммә бөгөнгө экологик хәлде тотороҡландырыр өсөн бик күп аҡса талап ителә. Шуға күрә проблемаларҙы хәл итеүҙә предприятиелар әүҙем ҡатнашырға һәм производствоны заман талаптарына ярашлы яңыртырға тейеш. Әйткәндәй, форумда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән бихисап фәнни-технологик ҡаҙаныштар менән танышырға мөмкин.
Йыл һайын махсуслаштырылған күргәҙмәлә Рәсәйҙең тиҫтәләрсә төбәгенән килгән 100-ҙән ашыу предприятие ҡатнаша, дәүләт власы, фәнни учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре экологик проблемаларҙы хәл итеү тәжрибәһе менән уртаҡлаша, әһәмиәтле контракттарға ҡул ҡуйыла, ҡайһы бер ҙур предприятиелар, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ниндәй аныҡ саралар кәрәклеген билдәләп, ғалимдарға мөрәжәғәт итә.
Әйткәндәй, Европала тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бик етди ҡарайҙар, закондар ҙа теүәл үтәлә. Һөҙөмтәлә халыҡ сағыштырмаса таҙа һауа һулай, зарарһыҙ һыу эсә һәм уртаса ғүмер оҙонлоғо ла рәсәйҙәрҙекенән артығыраҡ. Беҙҙә иһә ололар ғына түгел, үҫмерҙәрҙең күбеһе ауыр сирҙәргә дусар. Экологик мәҙәниәткә йәмәғәтселекте лә йәлеп итеү зарур – берҙәмлек булһа, һөҙөмтә лә күренәсәк.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 099

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 454

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 989

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 898

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 659

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 245

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 464

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524