Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булғанды һаҡлай белмәйбеҙ…
Булғанды һаҡлай белмәйбеҙ…Баш ҡаланың Шота Руставели менән Адмирал Макаров урамдары араһында урман бар. Күптәр, моғайын, бында тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналған Непейцов дендропаркы барлығын белеп тә бөтмәйҙер. Хәйер, әлегә тиклем уның алтаҡталарын урман баҫып бөткәйне — күрерлек тә түгел шул. Ҡасандыр күркәм парк булған был урын бөгөн ҡараңғыланған, сүп-сар өйөмөнә тулған. Ҡороған ағасты йыйыусы юҡ. Урман араһында “ҡырын тейәргә” яратыусылар әле бер урында, әле икенсеһендә ут яғып, байрам итергә йыйыла. Нисек быға тиклем янғын сыҡмағандыр?! Аптырарһың. Йылына ике тапҡыр — яҙын һәм көҙөн төрлө йәмәғәт ойошмалары паркты таҙартырға сыға. Тик бөгөнгә тиклем дендропарктың яҙмышы йәмәғәтселеккә билдәһеҙ ине. Ошо көндәрҙә Өфөлә генә түгел, башҡа төбәктәрҙә лә “Булдырайыҡ!” экологик акцияһы ойошторолмаһа, был мәсьәлә әле лә хәл ителмәгән булыр ине.

Парктың тарихына туҡталып үтәйек. Уға XIX быуатта нигеҙ һалынған. Непейцово дачаһына Ырымбур губернаһының халыҡ училищелары директоры Иван Базилев хужа булған. Уның вафатынан һуң милек улына күскән. Ауыл хужалығы белгесе Алексей Иванович беренселәрҙән булып Башҡортостанда емеш-еләк питомнигы ойошторған.
Дендропаркта бөгөн дә Алыҫ Көнсығыштан, Азиянан, Төньяҡ Американан килтерелгән, ботаниктар тарафынан ике йөҙ йыл самаһы элек сығарылған үҫемлектәр бар. Ҡасандыр селекционер-ғалимдар “америка” һәм “амур” винограды, “маньчжурия” сәтләүеге, “веймут” ҡарағайы, ҡыҙыл имән, башҡа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртҡан. 1923 – 1924 йылдарҙа дендропарк өсөн Өфө урман хужалығы техникумы яуап биргән. 30-сы йылдарҙа Башҡорт урман-тәжрибә станцияһы ҡарамағына күскән. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институты, техникум һәм мәктәптәр өсөн уҡытыу-тәжрибә базаһы булып хеҙмәт иткән. Ул ваҡыттан һаҡланған ғилми эштәрҙән күренеүенсә, бында 100-ҙән ашыу төр үҫемлек булған. 1965 йылда БАССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары менән дендропарк тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Тик 1982 йылда уның биләмәһендә урман эштәре туҡтатылған, 90-сы йылдар башынан дендропаркка ҡул һелтәгәндәр, һәм ул ошондай аяныслы хәлдә ҡалған. Әлбиттә, уны таҙартыу, паркта юл һалыу, эскәмйәләр ҡуйыу өсөн финанс сығымдары кәрәк.
Дендропарктың эргәһендә йәшәүселәрҙең дә уға ҡарашы икеле. Берәүҙәр йыш ҡына сүп-сар сығарып түкһә (айырыуса шәхси йорттарҙың аръяғында сүп өйөмдәре күп), икенселәр бында берәҙәктәрҙең йыйылыуын, кис йөрөүе ҡурҡыныс икәнлеген телгә ала. Был ысынлап та шулай. Парк биләмәһе яҡтыртылмай. Өсөнсөләр, уның хужаһыҙ булыуын файҙаланып, гараж һәм баҙ һала. 28 гектар булыуын иҫәпкә алғанда, бында 250-нән ашыу гараж, 6000-дән ашыу баҙ булыуы ғына ла халыҡтың паркка ниндәй ҡарашта икәнлеген күрһәтә түгелме?
Шулай ҙа был мәсьәләгә битараф булмағандар ҙа етерлек. Экологик акцияға ҡушылыусыларҙың береһе менән һөйләшеп киттем. Светлана Синнер ошо парктың эргәһендә генә йәшәй һәм ике йәшлек балаһы менән көн һайын саф һауа һуларға сыға икән.
– Йортобоҙ эргәһендә уңайлы балалар майҙансығы юҡ. Бәпесем коляскала йоҡлап китһә, ошо паркта йөрөйөм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңайлы юлдар юҡ. Йәйгеһен генә үтеп була. Ошондай матур урынды сүп-сарға күмеп әрәм итәбеҙ. Интернетта экологик өмә үткәрелеүе тураһында ишеткәс, мотлаҡ килергә булдым. Бындай саранан ситтә ҡалырға ярамай, – ти йәш әсә.
“Булдырайыҡ!” акцияһының координаторы Анастасия Малинина биш йәшлек ҡыҙы Софья һәм өс йәшлек улы Матвей менән килгән. Уның фекеренсә, балалар бәләкәйҙән тәбиғәтте ҡәҙерләргә, һаҡларға, сүп ырғытмаҫҡа өйрәнеп үҫергә тейеш. Ул хаҡлы, әлбиттә. Өмәгә байтаҡ волонтер йыйылды. Тиҙҙән тағы бер тапҡыр паркты таҙартырға һөйләштеләр.
Ҡала хакимиәте, Орджоникидзе район хакимиәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, бер көс булып тупланып, паркты таҙартты. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр махсус техника ярҙамында ҡыуаҡлыҡтарҙы сапты, ҡороған ағастарҙы шунда уҡ бысҡылап сығара торҙолар. Өс сәғәт тирәһе барған өмәнән һуң паркты танырлыҡ та түгел ине. Ул яҡтырып ҡалды, таҙарҙы. Киләсәктә уның йөҙө үҙгәрер, иркенләп ял итеү урынына әйләнер, эскәмйәләр, уңайлы юлдар һалыныр тигән өмөттә таралышты өмәгә килеүселәр.
Лилиә НУРЕТДИНОВА


Эксперт фекере

Гүзәл ЛАТИПОВА, Башҡортостандағы “ЭКА” төбәк бүлексәһе етәксеһе, “Булдырайыҡ!” проектының республикалағы координаторы:
– Акция бөтөн республика буйынса үткәрелде. Өфө, Бәләбәй, Октябрьский, Мәләүез, Ишембай, Белорет, Ҡариҙел, Салауат ҡалалары әүҙем ҡушылды. Ауырғазы районында “Талбазы — таҙа ауыл” тип исемләнгән акция уҙҙы. Бында йәштәр Ауырғазы һыу һаҡлағысының ярҙарын таҙартты. Илленән ашыу егет һәм ҡыҙ 20 кубометр сүп йыйҙы. Республика буйынса иһә “Булдырайыҡ!” акцияһы сиктәрендә 82 тонна сүп йыйылған. Пластик шешәләрҙе, быяланы, металды — барыһын да айырым йыйҙыҡ. Акцияға өс меңдән ашыу кеше ҡушылған, сүп-сарға батҡан утыҙҙан ашыу урын таҙартылған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528