Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт ҡанундарына буйһонмаһа ла...
Хәҙерге заманда пластик һауыт-һабаны утилләштереү мәсьәләһе көндән-көн ҡырҡыулаша, уны ҡулланғандан һуң ҡайҙа итергә, нисек юҡҡа сығарырға ла белмәйҙәр, ә кибеттәр аша был һауыт беҙгә ағылыуын дауам итә. Ә уның беҙҙең көнкүрешкә килеп инеүен, хәтерләйһегеҙҙер, нисек ҙур шатлыҡ менән ҡаршылағайныҡ: быяла кеүек ватылмай, ағас йәки ҡағыҙ һымаҡ серемәй, ҡабат-ҡабат ҡулланырға мөмкин, күҙ яуын алырлыҡ матур, ниндәй генә рәүештә эшләнмәгән...

Хәҙер килеп, ул оло бәләгә әйләнде: ҡайҙа ғына туҙып ятмай. Әгәр ҙә ҡағыҙ яҡынса ике йылда сереп юҡҡа сыҡһа, быяла һауыт егерме йылдан булһа ла тарҡалһа, пластик һауыт бер ҡасан да серемәй, сөнки органик матдәнән яһалған. Икенсе төрлө әйткәндә, тә­биғи юл менән барлыҡҡа килгән әйбер түгел, шуға тәбиғәт ҡанундарына ла буйһонмай. Ҡалаларҙа ундай һауыт өсөн айырым контейнерҙар ҡуйып ҡарайҙар, йәғни сүп-сар йыйыусылар сортҡа айыра, тик бының һөҙөмтә биргәне әллә ни һиҙелмәй әлегә. Яҙ ҡар ире­гәс тә, юл ситтәрендә ошондай һауыт-һабаның кило­метрҙарға һуҙылыуын күрмәү мөмкин түгел. Химияны көнкүреш әйберҙәре яһарға өйрәткән йәмғиәт махсус контейнерҙарҙы тейешенсә ҡулланыу кимәленә етмәгән әле.
Ҡалдыҡтар менән эш итеү – ҙур сығым талап иткән шөғөл. Шуға күрә 2019 йылда Рәсәйҙә пластик һа­уыттарға экологик һалым түләтеүҙе ҡанунлаш­ты­рырға ниәтләйҙәр. Уны ошондай пластикты етеш­тер­гән предприятиелар түләргә тейеш буласаҡ. Бө­гөнгә тауар һалынған ҡапты утилләштереү уның хаҡында иҫәпкә алынмай. Әйтәйек, ҡағыҙ стакан менән пластиктан эш­ләнгәненең хаҡы бер үк, ләкин уларҙың тәү­геһе се­реп йәки янып юҡҡа сыҡһа, икенсеһен йы­йырға, мах­сус урынға ташырға һәм утилләштерергә тура килә.
Европаның күп кенә илдәрендә һатып алыусы тауарҙы ҡапҡа һалынған килеш алырғамы, әллә ҡап­һыҙмы икәнен үҙе хәл итә. Ҡап өсөн ул айырым хаҡ түләргә тейеш. Тимәк, артабан ҡалдыҡтарҙы эш­кәр­теү­се ойошманың ошо ҡапты утилләштереү буйынса сығымын алдан түләй булып сыға. Киләсәктә беҙҙең илдә лә тауарҙы проектлағанда уҡ уны ҡулла­ныу ваҡыты бөткәс тә утилләштереү сығымдарын иҫәпкә алырға тейеш буласаҡтар.
Рәсәйҙә пластик ҡаптарҙы ҡайтанан ҡулланыу буйынса ыңғай миҫалдар бар. Екатеринбургтағы “Термопласт” заводында, ҡулланылған пластик һауыт-һабаны эшкәртеп, клумба һәм газондар өсөн кәртә яһайҙар.
– Әле эшҡыуарҙарға ҡулланылған тауарҙы үҙаллы утилләштереү мөмкинлеге бирелгән, мин был ҡарар иртәрәк ҡабул ителгән тип иҫәпләйем, – ти экология буйынса эксперт Альбина Дударева. – Ошо хәл эко­логик һалым күләмен ныҡ кәметәсәк. Предприя­тие­ларҙың ысынында ниндәй саралар күреүен контролдә тотоуы, пластикты бөтә ил буйлап йыйыуҙарын һәм эшкәртеүҙе күҙәтеп барыу ҡатмарлы. Бындай эштә үҙаллылыҡҡа күсер өсөн айырым этапты үтергә – бөтәһенең дә ҡаҙнаға түләп барыуына өлгәшергә кәрәк, ләкин ҡарар ҡабул ителгән һәм эште контролдә тотоуға халыҡ үҙе лә ҡушылырға, “Роспотребнадзор”ға ярҙам итергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 036

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 436

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 292

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 113

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 127

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 211