Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман гел шаулаһын өсөн
Урман гел шаулаһын өсөнҺуңғы осорҙа урман хужалығы өлкәһенә иғтибар ҙур. Министрлыҡтағы үҙгәрештәр тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Улар ведомствоның эшмәкәрлегенә йәмәғәтселектең ҡыҙыҡһыныуын тағы ла арттырып ебәрҙе.

Буралы булам тиһәң…

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүгә арналған форумда урман сәнәғәте комплексына иғтибар ҙур булды. Был өлкәләге үҙгәрештәр һәм атҡараһы эштәр тураһында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Башҡортостандың урман хужалығы министры доклад менән сығыш яһаны. Сара барышында уға төрлө һорауҙар ҙа күп бирелде.
— Министрлыҡ тарафынан урмандарҙы хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеү эше атҡарыла. Шул иҫәптән төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ла һөйләшеүҙәр алып бара­быҙ. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ағас һатыу буйынса аукциондар һанын йылдан-йыл арттырабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, 200 мең кубометр ағас һатыуға ҡуйылған, былтырғы күләм менән сағыштырғанда 15 процентҡа күберәк, – тип билдәләне сығышында Марат Шәрәфетдинов. Бынан тыш, Башҡортостандың урман хужалығы министры халыҡты ағас менән тәьмин итеү мәсьәләһенә айырым туҡталды. Быйыл халыҡҡа төҙөлөш өсөн 245 мең кубометр ағас бүлеү ҡаралған булған. Әлеге мәлдә ошо һандың яртыһынан күберәге (164 мең кубометр) эйәһен тапҡан да инде.
Ғәҙәттә, халыҡ төҙөлөш өсөн ылыҫлы ағас һорай. Ә ул барыһына ла етмәй. Шуға министрлыҡтың урындағы хакимиәттәргә тәҡдиме бар – “Йорт өсөн комплект” (“Домокомплект”) программа­һына әүҙемерәк ҡушылыу, сөнки был программаға ярашлы министрлыҡ 70 мең кубометр ылыҫлы ағасты алдан әҙерләп ҡуя, шул иҫәптән, уның 45 мең кубометры төньяҡ-көнсығыш райондарҙа етештерелә.

“Урман” операцияһы

Ведомство Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы менән берлектә даими рәүештә “Урман” операцияһын үткәрә. Һуңғы сара ун көн дауам иткән һәм но­ябрҙә ҡына тамамланған. Вертолет яр­ҙамында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын күҙәтеү ойошторолған.
Операция барышында йәмғеһе өс йөҙгә яҡын рейд үткәрелгән, уларҙа 675 хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм урман һаҡлау инспекторҙары ҡатнашҡан. 315 берәмек техниканы тикшергәндәр, 25 енәйәт эше асҡандар. Ошо сара барышында ғына урман фондына өс миллион һумға яҡын зыян килтерелгәне асыҡ­ланған. Йәмғеһе 350 кубометр урман законһыҙ киҫелгән.

Урман хужалығы сәй ҙә етештерә

Бөгөн Рәсәй халҡы үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә тырыша. Ошо йәһәттән Ишембай районында етештерелә башлаған боланут сәйе тураһында һөйләмәһәк, яҙыҡ булыр.
“Маҡар урман хужалығы” дәүләт автономиялы унитар предприятиеһы етәксеһе Сәлим Хафизов билдәләүенсә, болануттан сәй әҙерләү тураһында ул күптән хыялланған.
– Беҙҙең тәбиғәт шарттары был эш менән уңышлы шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Урманда боланут күп. Үҙебеҙ тотонһаҡ, сәйҙең сифаты өсөн ҡыҙарырға тура килмәҫ тигән төплө фекергә килеп, эш башланыҡ. Үләнде Ишембай райо­нының Ҡолғона ауылы эргәһендәге урманда йыйҙыҡ. Был эшкә ауыл халҡы ла йәлеп ителде, – тип һөйләй бөтмөр хужа.
Ун мең тоннанан ашыу үлән йыйылған, уларҙың барыһы ла махсус һыуытҡыс камераларҙа һаҡлана. Яҡын киләсәктә ике тонна самаһы сәй етештереләсәк.
– Беҙҙең өләсәйҙәр болануттан гел сәй эшләй ине. Уның файҙаһы тураһында күп һөйләргә мөмкин, – ти Сәлим Хафизов.
Әйткәндәй, Рәсәйгә сәй башлыса Ҡытай, Һиндостан, Япониянан индерелә. Быйыл 137 мең тонна сәй алынған. Ә Ишембай сәйенең тәме был илдәгеләрҙекенән күпкә өҫтөн.

Урман йәшәһен тиһәң, ағас ултырт!

Башҡортостанда Экология һәм махсус һаҡланған биләмәләр йылында “Йәшә, урман!” акцияһы төбәктең барлыҡ район-ҡалаларында үтте. Бөтә Рәсәй күләмендәге сараға ҡушылған субъекттар араһынан Башҡортостан иң әүҙемдәр исемлегендә булды.
Быйыл 11 августа Рәсәйҙең тәбиғәт ре­сурстары һәм экология министры урын­баҫары – Урман хужалығы федераль агент­лығының етәксеһе Иван Валентик Бөтә Рәсәй “Йәшә, урман!” акцияһын иғлан иткәйне. Сараның төп маҡсаты – урман­дарҙы тергеҙеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.
Акция алтынсы йыл үткәрелде. Йылда­ғыса, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә халыҡ был сараны дәррәү күтәреп алды, предприятие-учреждение һәм төрлө ойошма вәкилдәре, уҡыусылар, студенттар, йәмәғәтселәр ауыл-ҡасаба биләмәләрен, йылға-шишмә ярҙарын, юл буйында ултыртылған ағас рәттәрен сүп-сарҙан таҙартып, йәш үҫентеләр ултыртты, йәшелләндереү эштәре менән шөғөлләнде.
Урман гел шаулаһын өсөнЙыл һайын был акцияла ҡатнашыусы­ларҙың һаны арта, былтыр Рәсәй кимә­лендә сарала бер миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан, 25 миллиондан ашыу ағас ултыртылған, төрлө ағастарҙың 25 тоннанан ашыу орлоғо әҙерләнгән. Баш­ҡорт­останда үткән акция сиктәрендә 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 400 меңдән ашыу ағас ултыртылған. Архангел, Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дыуан, Ейәнсура, Ишембай, Тәтешле, Яңауыл, Учалы, Өфө райондары, баш ҡалабыҙ халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәтте.
Мәҫәлән, баймаҡтар һәм учалылар был башланғысты тотош ауылдары менән күтәреп алды, Яңауылда сәнәғәт пред­прия­тиеһы – “Башнефть-Добыча”, Благо­вещенда – арматура заводы өлгө күрһәтте, Өфө районының Шамонин ауылы, Өфөнөң Дим районы ағас ултыртыуға уҡыусы­лар­ҙы, йәмәғәтселекте ылыҡтырҙы, ә ейән­суралар автомобиль трассаһы буйында 15 мең үҫенте ултыртып, юлдарҙы ҡышҡы көрт һалыуҙан ҡотҡарырға ниәт­ләй. Был изге эштән Өфө урман техникумы уҡыу­сылары ла ситтә ҡалманы. Мәҫә­лән, сентябрь урталарында Ишембай райо­ны­ның Маҡар урман питомнигында ми­нистрлыҡ хеҙмәткәрҙәре 1 гектар майҙанда 2 меңдән ашыу үҫенте ултыртты.
Тағы ла бер акцияны телгә алмай булмай: “Ғүмер ағасы” тип атала ул. Был акция нигеҙендә 55 мең ылыҫлы ағас ултыртылды. Уларҙың күбеһе мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары билә­мәләренә бүленде. Өфө районының Лебяжий ауылы эргәһендә лә шулай уҡ трасса буйына ылыҫлы ағастар ултыртылды. Араларында кедрҙың күп булыуын да телгә алғы килә. Тәүгә үткәрелгән был сарала ла кеше күп ҡатнашты. Икенсе йыл яҙ акцияны йәнә ҡабатларға иҫәбе бар уны ойоштороусы Максим Некрасовтың.
“Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу” көнөндә, “Еңеү урманы” акцияһы барышында 100 гектарҙан ашыу майҙанда 400 меңгә яҡын ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, миләш, пирамидаль тирәк һәм башҡа ағастарҙың үҫентеләре ултыртылды.
Бөтә Рәсәй “Йәшә, урман!” акцияһына ярашлы, 25 гектарҙан ашыу урман фонды ерҙәрендә һәм 20 гектар ауыл һәм ҡала биләмәһе ерҙәрендә урман хужалығы учреждениелары – тик лесхоздар тарафынан ғына 125 меңдән ашыу үҫенте ултыртылды.
Ағастарҙың араһы, рәт араларының киңлеге стандарттар менән билдәләнә, ә улары инде аныҡ территорияға, тәбиғәт һәм климат шарттарына, үҫентеләрҙең үҫеш үҙенсәлектәренә бәйле. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Урман тергеҙеү ҡағиҙәләренә ярашлы эшләй. Мәҫәлән, 1 гектар майҙанға 4 мең ылыҫлы ағас үҫентеһе ултыртыла.
2016 йылда урман тергеҙеү күрһәт­кестәре буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында иң алдынғы ун төбәк иҫәбенә инде (урман тергеҙеү эштәре 2016 йылда 12,7 мең гектар майҙанда үткәрелгән).
Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алып китергә кәрәк: быйылғы йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала 14 мең гектарҙан ашыу урман фонды ерҙәрендә урман тергеҙеү эштәре атҡарылған, шуларҙың дүрт мең гектарында арендаторҙар ағас ултыртҡан.

Ағас өйгә етмәй…

Урман ултыртыуҙан тыш, беҙҙең төбәктә ағасты төҙөлөштә лә, хужалыҡ кәрәк-ярағына ла халыҡ әүҙем файҙаланыуын инҡар итеп булмай. Һуңғы ваҡытта ошо өлкәгә ҡағылышлы һорауҙар йыш килә икән Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына.
Утынға, йорт-ҡура һәм башҡа хужалыҡ объекттары төҙөү өсөн граждандар ағас әҙерләргә хоҡуҡлы. Рәсәй Урман кодексының 1-се статьяһына ярашлы, урмандарҙы файҙаланыу түләүле нигеҙҙә башҡарыла.
Урман һатып алыу тураһындағы киле­шеү нигеҙендә халыҡ ағас әҙерләй. Әммә кеше тарафынан үҙ мохтажлығы өсөн әҙерләнгән ағас башҡа берәүҙәргә һатып йәки башҡаса юл менән бирелә алмай.
Башҡортостанда яңғыҙ йәшәгән кешеләр йәки ғаиләләр түбәндәге нормативтар буйынса ағас менән тәьмин ителә:
1) шәхси йорт төҙөү өсөн – 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем ағас;
2) шәхси йортто ремонтлауға, төҙөкләндереүгә – 5 йылға бер тапҡыр 25 кубометрға тиклем;
3) ҡура һәм башҡа хужалыҡ объекттары төҙөү өсөн – 5 йылға бер тапҡыр 50 кубо­метрға тиклем;
4) ҡура һәм башҡа хужалыҡ объекттарын ремонтлау өсөн – 3 йылға бер тапҡыр 15 кубометрға тиклем;
5) утын итеп яғыр өсөн (йортто йылытыр өсөн) – йыл һайын 20 кубометрға тиклем ағас.
Ағасҡа мохтаждар үҙе йәшәгән райондың урман хужалығына ғариза менән мөрәжәғәт итә ала.
Ғариза менән бергә түбәндәге документтар ҙа кәрәк:
а) паспорттың күсермәһе;
б) һалым түләүсенең идентификация һаны күсермәһе (ИНН);
в) граждандың һәм уның ғаилә ағза­ла­рының йәшәгән ерҙә теркәлеү тура­һындағы документтарының күсермәһе.
Түбәндәге граждандар ағас алыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә:
– шәхси йорт төҙөү өсөн ер майҙаны булған:
1) торлаҡҡа мохтаж граждандар,
2) йәш ғаиләләр;
3) өс йәки өстән артыҡ бәлиғ булмаған балалы граждандар;
4) бәлиғ булмаған ғәрип балалы граждандар.
Һәр кем үҙенең электрон сиратын министрствоның сайты аша күҙәтеп бара ала.

Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн яуаплылыҡ

Төбәктең Урман хужалығы министр­лығы атҡарған эштең иң төп йүнәлеш­тәренең береһе – законһыҙ рәүештә ағас киҫеү һәм уның әйләнешена ҡаршы көрәш.
Ошо юҫыҡта иң һөҙөмтәле алым – Башҡортостандың Эске эштәр ми­нистр­лығы менән берлектә рейдтар үткәреү. Бындай рейдтар даими рәүештә үткәрелә. Шуға һуңғы йылдарҙа законһыҙ рәүештә ағас киҫеү күрһәткесе — 25 процентҡа, ә уның күләме 19 процентҡа кәмегән. Белгестәрҙең тәжрибәһенән сығып ҡара­ғанда, законһыҙ рәүештә эш итеүселәрҙе тап ошо рейдтар ваҡытында күберәк тоталар ҙа инде.
Быйыл ошондай саралар мәлендә 25 мең кубометр ағас тейәгән 1700 автомашина тикшерелгән. Уның 800 кубы урман ҡануниәтен боҙоу юлы менән бысылған. Йыл башынан был ҡануниәтте боҙоуҙа 2 318 осраҡ теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай ҡәтғи саралар күрелһә лә, за­конһыҙ рәүештә урман ҡырҡыу осраҡтары кәмемәй. Бының сәбәбе лә бер ҡарамаҡҡа ябай ғына – инспекторҙар етешмәй. Уларҙың һанын республика буйынса 37 процентҡа арттырыуға ҡарамаҫтан, әле бер инспекторға күҙәтеүгә 13,5 мең гектар урман тура килә.
Эшкә ҡамасаулаған тағы бер бәлә – “ҡара балталы урмансылар”. Хәйер, башҡа өлкәләрҙә лә (браконьерҙар булһынмы ул, ҡаҙылма байлыҡтарҙы урлаусылар һәм башҡаһы) законһыҙ эш итеүселәр дәүләт хеҙмәтендә торған инспекторҙарға ҡарағанда һәйбәтерәк йыһазландырылған. Ә урман байлыҡтарын һаҡлаған инспек­торҙарҙың автопаркы 70 процентҡа иҫкер­гән. Киләһе йыл урмансыларҙың бәкәленә һуҡҡан был мәсьәлә хәл ителәсәк. Килә­сәктә урмандарҙы күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоусы аппараттар йәлеп ителәсәк.

Республикала урман хужалығын һәм сәнәғәтен үҫтереү

Урманды юҡҡа ғына ерҙең үпкәһе тип атамайҙар. Йәшел ҡалҡан биосфераны һаҡлап тороусы ла, ҡиммәтле сеймал ресурсы ла булып тора. Шуға ла Башҡортос­танда алып барылған дәүләт сәйәсәтенең маҡсаты – экологик хәүефһеҙлекте һаҡлау икәнен билдәләргә кәрәк.
Бөгөн, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, “2030 йылға тиклем урман хужалығы һәм урман сәнәғәтен үҫтереү стратегияһы” тигән документ эшләнә. Был проектты әҙерләүҙә республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институты, Башҡортостандың Урман хужалығы, Сәнәғәт һәм инновациялы үҫеш министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре, Башҡорт­остан дәүләт аграр университеты, Урал дәүләт урман университеты ғалимдары ҡатнаша.
Урман хужалығы һәм сәнәғәте өлкәһен­дә барған тенденцияларҙы, донъя һәм Рәсәй кимәлендәге баҙар шарттарын, иҡтисади, социаль сәйәсәтте күҙ уңында тотоп, урман – ул йәшәү сығанағы тигән тәү фекерҙе алғы планға ҡуйып эшләнергә тейеш был документ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 035

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 434

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 292

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 112

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 126

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 210