Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыш бабай арбала килерме?
Ҡыш бабай арбала килерме? “Шул ыспутниктары менән күкте боҙоп бөттөләр ҙә, йәйе йәйгә оҡшамаған, ҡышы – ҡышҡа, гонаһ шомлоғо”. Бала саҡта әбейҙәрҙең шулай тип әйткәнен ишетеп, ҡысҡырып көлә инем. Ғалимдар яһалма юлдаш осорған дәһшәтле заманда күк ҡайғыһымы ни... Хәҙер көлмәйем. Ошо көнгә саҡлы ҡар ҙа булманы, температура ла нуль тирәһендә генә тирбәлде. Ә бит декабрҙең башы... Был мәҡәлә баҫылыр алдынан ғына, ниһайәт, Өфөлә ҡар яуып үтеп, һепертмә буран башланды. Шулай ҙа тәбиғәттең бындай үҙгәреше күңелде шомландырмай ҡалмай.

– Ҡыштың һуңлап килеүе быйыл ғына түгел. 2005 һәм 2008 йылдарҙа ла шундайыраҡ хәл күҙәтелде, уларҙың тәүгеһендә ҡар бөтөнләйгә 9-10 декабрҙә генә ятты, икенсеһендә хатта 13-14 декабрҙә генә булды, – ти Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиттең мониторингы идаралығының бүлек етәксеһе Гөлназ Зәкиева. – Һуңғы 17 йыл эсендә ҡыштың шулай тотҡарланыуы йышайҙы. Әлеге мәлдә атмосферала өҫтөнлөк иткән көньяҡ-көнбайыш һауа ағымы һалҡын арктик массаның беҙҙең Уралға килеп етеүенә ҡамасаулай, был үҙенсәлек декабрь башында ла һаҡланасаҡ, ҡар ҙа аҙ ғына яуып үтәсәк.
– Ә һеҙ “глобаль йылыныу” тип аталған күренешкә, йәки хәүефкә тип әйтергәме, ышанаһығыҙмы? Күптәр Ер шарының килә­сәге буйынса был юрауға журналис­тарҙың уйҙырмаһы тип кенә ҡарай...
– Ышанам, әлбиттә, ул бит кеше эшмә­кәрлегенең тәбиғәткә йоғонтоһон өйрәнгән фән эҙләнеүҙәре нигеҙендә тыуған төшөнсә.
Дөрөҫ, йылы көндәрҙән ялҡҡан һәм һалҡын селлә көҫәгән өсөн көтмәйем миҙгел алмашыныуын. Яҙҙың үҙ ваҡытында килеүенә ҡамасауламаһа ярар ине тип ҡурҡам. Көҙ йылы килһә, ҡыш оҙон булыр, ти халыҡ мәҡәле. Көҙ оҙон килһә, яҙ һуңлар, тигәне лә бар. Ҡышы йылы торһа, йәйҙең һалҡынса буласағы ла быуаттар буйына һыналған. Элегерәк, һауа торошон алдағы көндәргә күҙаллағанда, халыҡ һынамышын иҫәпкә ала инек. Беҙҙең гәзиттә лә миҙгел алма­шынған мәлдәрҙә улар йыш баҫылды. Хәҙер уларға иғтибар иткән кеше лә юҡ, ахыры, сөнки барыбер раҫланмай бит. “Сейә япра­ғын ҡойоп бөтһә, ҡар яуа”, тигән әйтем бар, мәҫәлән. Был татлы емеш ағасы күптән инде япраҡһыҙ ултыра, ҡары ғына ваҡытын- да булманы.
Яңы йыл шыршыһы тирәһенә боҙҙан әкиәт ҡаласыҡтары төҙөргә тейешле оҫталар борсола башлағандыр, моғайын. Берҙән, улар ошо саранан байтаҡ аҡса эшләп ҡала, икенсенән, байрамға тиклем ваҡыт та ҡыҫынҡы бит. Һуңғы тиҫтә самаһы йыл эсендә Өфөлә бындай ҡаласыҡтар өсөн боҙҙо сит тарафтарҙан килтергәндәре лә булғыланы. Боҙ килтереүе йәки һыуҙы яһалма туңдырыуы ҡыйын түгелдер ҙә ул, тик бына тәбиғәтте нисек үҙгәртәһең: әкиәт һарайҙа­рының Яңы йыл куранттарына саҡлы уҡ иреп аға башлауын хәтерләйһегеҙҙер. Һуғым һуйырға әҙерләнгән ауыл кешеләре өсөн дә һалҡындарҙың шулай тотҡарланыуы ауырлыҡ ҡына тыуҙыра.
Эйе, тәбиғәтте кеше теләгәнсә үҙгәртеп булмай. Ә бына боҙоуы бик анһат. “Глобаль йылыныу” төшөнсәһе йыл әйләнәһенә йәйге һауа торошона рәхәтләнәбеҙ икән тигәнде аңлатмай, бында йылыныу тип планетаның һәр төрлө ҡалдыҡтар һәм ағыулы газдар арҡаһында тонсоғоуы күҙ уңында тотола. Әҙәм балаһының ярыша-ярыша хужалыҡ итеүе һөҙөмтәһендә һыу ҙа, тупраҡ та, һауа ла бысрана. Халыҡ һынамыштары ла бит кешенең тәбиғәт менән гармонияла йәшәгән сағында тыуған.
Тап шуға күрә синоптиктарҙың күрәҙәлеге лә тулыһынса ышандырырлыҡ түгел. Уның алдағы өс-дүрт тәүлеккә булғаны ғына дөрөҫлөккә яҡыныраҡ. Метеостанциялар һауа торошон тәүлегенә дүрт тапҡыр үлсәй, һәм фараз да шунса тапҡырға үҙгәреп тора. Өйҙә ултырған кешегә ярай, ә бына улар әйт­кәнгә ышанып алыҫ юлға сыҡҡаны, төшкә табан икенсе төрлөһөн ишетеп, кире борола алмай бит... Тимәк, “Ҡыш ҡасан килер, нин­дәй булыр?” тигән һорауға ошолай ғына яуап бирергә мөмкин: “Ҡыш үткәс әйтербеҙ...”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506