Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ҡасан һайыҡмаҫ Берҡаҙан
Бер ҡасан һайыҡмаҫ Берҡаҙан Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Руфина Шаһапова, Вячеслав Аброщенко, шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө биология институты директоры вазифаһын башҡарыусы Василий Мартыненко, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов Берҡаҙан һаҙлығының һәм Асылыкүлдең гидротехник ҡоролмаларын йүнәтеү сифатын ҡараны.
Тикшереү барышы күрһәтеүенсә, был ҡоролмаларҙы ремонтлау юғары сифатлы башҡарылған – Берҡаҙандың һыулылығы һәм Асылыкүлдең кимәле элекке хәленә ҡайта. Эксперттар раҫлауынса, артабанғы биш йыл дауамында уларҙың элекке тәбиғи хәленә кире ҡайтыу процесы тулыһынса тамамланасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Берҡаҙан – Урал алды һыҙатындағы иң ҙур һаҙлыҡ, майҙаны 600 гектарға яҡын һәм Дәүләкән районындағы Асылыкүлдән йыраҡ түгел урынлашҡан. Үткән быуатта аграр тармаҡта эшләгәндәр уны киптергән, ләкин һуңынан тупрағының ауыл хужалығы етештереүе өсөн яраҡһыҙ икәнлеге асыҡланған. Киптереү һөҙөмтәһендә Асылыкүлдең һыуы ла кәмей башлаған. Был территория “Рамсар биләмәләре” тип аталған һәм һирәк осраған халыҡ-ара һаҙлыҡтар исемлегенә инергә лә мөмкин. Ул саҡта хөкүмәт-ара килешеү нигеҙендә ул ҡануниәт тарафынан махсус һаҡлау аҫтына алынасаҡ һәм һыу ҡоштары төйәгенә әйләнәсәк. Рәсәйҙә ошондай һирәк осраған һәм халыҡ-ара кимәлдә һаҡлау аҫтына алынған 12 генә һаҙлыҡ бар. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы программаһына ярашлы, Берҡаҙанды ҡабат һыуландырыу буйынса саралар тормошҡа ашырыла, бының өсөн БМО 16 миллион һум аҡса тотонасаҡ.
Республика парламенты депутатта­рының һәм зоология йәмғиәте вәкилдәренең сираттағы бурысы – һирәк осраған ҡоштарҙың, шул иҫәптән – ҡауҙыларҙың, был һаҙлыҡҡа кире ҡайтыуына өлгәшеү, биләмәләге хәлде даими контролдә тотоу. Ҡыҫҡаһы, тәбиғәтте боҙоу ғына еңел, ә уны ҡабат аяҡҡа баҫтырыу күп көс һәм ваҡыт талап итәсәк әле.


Руфина Шаһапова,
“Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы рәйесе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән фай­ҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары:


– Ошондай ҙур эштә ҡатнаша алыу һәм уның һөҙөмтәһен күреү – үҙе бер бәхет бит ул. Ике йыл элек кенә бындағы ер кибеп бөткәйне, үле ине тиһәң дә була. Хәҙер килеп, уның дымлылығы артыуы шунда уҡ күҙгә ташлана. Әлбиттә, эш күп, һәм беҙ ошонда ҡауҙылар килеп төйәкләнгәс кенә тынысланырбыҙ, моғайын. Был – Берҡаҙан буйынса яңы маҡса­тыбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510