Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайҙа һин, ҡоштар батшаһы?
Быға оҡшаш хәтирәләр, ысынбарлыҡ ваҡиғалар һәр ауылда, ҡасабала бар һәм телдән-телгә һөйләнә килә. Минең фекеремсә, шул төбәктәрҙә йәшәгән кешеләрҙең, хәҙерге быуындың бындай хәтирәләргә һоҡланырға, ғорурланырға, һаҡлап ҡалырға хоҡуҡтары бар.
Тик ниңәлер һуңғы ваҡытта шәхестәрҙе, тормоштоң алға барыуын маҡтаған яҙмалар күбәйеп китте. Ә ҡайҙа тәбиғәт, уның һоҡланғыс матурлығын бәйән итеүҙәр?


Тәбиғәттең әһәмиәте, уны һаҡлап ҡалыуҙы төптән аңлатыу, үҫеп килгән быуынға еткереү бик урынлы. Был йүнәлештәрҙә ҙур эш алып барыла, ләкин өгөт-нәсихәт күберәк урын ала. Ә күлдәр, яландар, урмандар көндән-көн нығыраҡ бысрана. Бында уйланыр­ға урын күп! Кем ғәйепле – кеше үҙе! Тимәк, аңлатыу эше етешмәй.
Зәңгәр экрандарҙан бик һирәк кенә “Хайуандар донъяһында” тапшырыуында бөркөттәрҙең нисек йәшәүен күрһәтәләр. Һис шикһеҙ, бала-саға, йәш быуынға бик әһәмиәтле тапшырыу.
Йөҙ йыл – тарих өсөн бер секунд, бәлки, бер минут ҡыналыр. Уҡыусыны йыраҡ китмәй генә үҙемдең тыуған ауылым – Учалы районында урынлаш­ҡан Ғәҙелшаға, XX быуаттың 50 – 60-сы йылдарына саҡырам.
Ауылдың көнсығышында Бөркөтоя тигән тау урын алған. Ә уның ҡапма-ҡаршыһында, көнбайышта, Янтыҡбаш тауы тора. Бөркөтоя тауының исеме есеменә тура килгән. Тау башында, ел ышығында үҫкән ҡарт ҡарағайҙа бөркөттәр ояһы бар ине. Янтыҡбаш тауында, ололар һөйләүе буйынса, ҡаяташ аҫтында ла бөркөттәр ояһы булған. Йыш ҡына ата бөркөттәр күк сиктәрен өлгәшеп, сыр-сыу килеп тә алыр булған.
Беҙ, ауыл балалары, емеш-еләк йыйғанда, уйнағанда ошондай күренеш­кә тура килә торғайныҡ. Оянан осоп сыҡҡан ике бөркөт балаһы бик бейек күтәрелеп, ҡанаттарын йыйып ергә атыла, ергә яҡынайғас, ҡанаттарын йәйеп, тағы өҫкә күтәреләләр. Береһенең тырнағында әллә ҡомаҡ, әллә ҡош була. Бейектән шуны тырнағынан ысҡындыра, бер аҙ ваҡыттан икеһе лә аҫҡа атыла. Кем алдан өлгөрә. Күберәк икеһе лә бергәләп килеп тотоп ала ла тырнаҡтары менән аяҡтарын тоташтырып әйләнә. Иҫ киткес тамаша, беҙгә ҡыуаныс. Арып китәләрҙер инде, 45 – 50 метр самаһы төшөп ял итәләр ҙә тағы ла күккә ынтылалар.
Наурыҙ ауылындағы Ворошилов исемендәге колхозға Ғәҙелша ауылы ла ҡараны. Көндәрҙең береһендә колхоз етәксеһе, район үҙәгенән йыйылыштан ҡайтып: “Бөркөт ояһын туҙҙырырға ҡуштылар, һарыҡтарҙы үлтереп, ҡошсоҡтарын ашата, һарыҡ көтөүе иҫәбе ныҡ кәмей”, – тигән хәбәр таратты. Бөркөттәргә ҡарата был нахаҡ ғәйепләү ине. Колхоз етәксеһе һәм уның ярҙамсылары урлап һуйып ашаған һарыҡтар иҫәбен бөркөттәргә япһарҙы.
Шулай итеп, һуңғы бөркөт ояһы юҡ булды, йыһан етемһерәп ҡалғандай булды. Үҙенең танауынан да ары күрә белмәгән етәкселәрҙең ҡарашын әле лә дауам итеүселәр юҡ түгел.
Әлегә тиклем ике тау бер-береһенән һораған кеүек: “Һиндә бөркөттәр оя ҡорманымы, саңҡылдау ишетелмәй­ме?”. Тауҙар өндәшмәй. Улар хыяллана кеүек – көтәйек әле, бәлки, килерҙәр. Был – ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек, мәҙәни кимәлдең бик түбән булыу һөҙөмтәһе, тигән фекерҙәмен. Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит, тигән бит боронғолар.
Биш-алты йыл элек йәй Өфөнән ҡайтып килгәндә, Сермән ауылына етәрәк һулға боролоп, машинанан төшөп ял итеп алырға булдыҡ. Урман­дағы ауыл-ара юлдан күп ҡарғалар, сәүкәләр осоп килеп сыҡты. Ә алда бик ҙур бөркөт оса ине. Ул һынған ҡарағай ботағына ултырып, ҡанаттарын таҙартып, бер аҙ ял итте лә кире урманға осоп китте. Һораша торғас, урман эсендә бөркөт ояһы бар, тинеләр, ә эргәһендә осҡан ваҡ ҡоштар – уның оҙатыусылары, хеҙмәтсәндәре, тигән яуап алдым.
Ни тиһәң дә, бөркөт күк батшаһы бит, үҙебеҙҙең тыуған төйәк, район кимәлендә бөркөт менән минең һуңғы осрашыу булды. Ҡайҙа һин, ҡоштар батшаһы, күренһәңсе?!

Учалы ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509