Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт йырсыһы менән осрашыу
Тәбиғәт йырсыһы менән осрашыу Күптән түгел Мәғариф музейы хеҙмәткәрҙәре башҡорт әҙәбиәтендә иң һөҙөмтәле эшләгән әҙиптәрҙең береһе – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ноғман Мусинды – китап уҡыусылар менән осрашыуға саҡырҙы. Билдәле булыуынса, яҙыусының төп темаһы – урман һәм уны һаҡлау. Шуға ла уның “Мәңгелек урман” романы, “Күксә урманында”, “Ер биҙәге”, “Сәскәләр керпеген аса”, “Ауылым юлы” һәм башҡа повестарын уҡыған китап һөйөүселәр Ноғман Сөләймән улын тәбиғәт йырсыһы тип атай.
Тәбиғәт йырсыһы менән фәһемле осрашыу Нөгөш ҡасабаһынан башланды. Яҙыусы урта мәктәптең тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышҡас, уны “Башҡорт­остан” милли паркында ҡаршы алдылар.
Мәғлүм булыуынса, экология мәсьәләһе йәмғиәттә һуңғы йылдарҙа ғына киҫкен төҫ алды. Ә Ноғман Мусин бынан бик күп йылдар элек үк үҙенең әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һаҡ­лауҙы ҙур социаль проблема итеп күтәрҙе. Милли парк хеҙмәткәрҙәре шуны иҫәпкә алып, билдәле әҙиптең тормошона һәм ижадына арналған бай йөкмәткеле сара әҙерләгәйне.
Сәфәрҙең икенсе көнөндә яҙыусы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында йыл һайын ойошторолған “Беҙ – Башҡортостан киләсәге” форумының пленар өлө­шөндә ҡатнашты.
Артабанғы маршрут мәғариф музейы ине. Билдәле прозаик иң тәүҙә балалар экология үҙәге әҙерләгән матур күргәҙмә менән танышты. Уның үҙенсәлеге шунда: үҫмерҙәр пластик шешә, ҡалай банка кеүек кәрәкмәгән әйберҙәрҙән иҫ киткес уйынсыҡтар, ҡоштар, йәнлектәр һыны, ваза, һауыттар эшләп, икенсе һулыш биргән. Күргәҙмә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған.
Мәғариф музейында осрашыу “түңәрәк өҫтәл” ултырышы төрөндә барҙы. Унда педагогия хеҙмәте ветерандары, мәктәп уҡыусылары, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Музей директоры, педагогия хеҙмәте ветераны Вера Чараева, талантлы яҙыусы менән осра­шыуҙы асып, һүҙҙе йәш экскурсо­водтарға бирҙе. Улар музейҙың тарихы, экспонаттары, әһәмиәте тура­һында һөйләне. Наталья Кочетова яҙыусының тормош һәм ижад юлына байҡау яһағас, Ноғман Мусин үҙенең балалыҡ йылдары, әҙәбиәткә илткән һуҡмаҡтар, ҡайһы бер әҫәр­ҙәренең яҙылыу тарихы тураһында сығыш яһаны.
Үҫмерҙәр китапханаһы мөдире Тамара Веревкина “Башҡорт еренә дан йырлап...” тип аталған китаптар күргәҙмәһен әҙерләгән. Сара барышында район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Эльза Хужахмәтова, ветеран-уҡытыусы Тәнзилә Малабаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методик берекмәһе етәксеһе Гөлфара Әлиева, мәҙәни ял үҙәге директоры Булат Биков, Сәйфулла Әмиров, “Мәләүез таң­дары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәр­йәм Күсмәевалар Ноғман Мусиндың шәхесенә, ижадына, геройҙарына ҡағылышлы тәьҫораттары, иҫтәлек­тәре менән уртаҡлашты. Гүзәл Асҡарова етәкселегендәге “Йәйғор” театр берекмәһенең йәш артистары “Йәтимәк болан” хикәйәһен яттан һөйләне.
Педагогия хеҙмәте ветерандары советы рәйесе Лидия Шлычкова райондың башҡорт, урыҫ телдәре һәм әҙәбиәттәре уҡытыусылары, китап һөйөүселәре, педагогтар исе­менән республика халҡының экология мәҙәниәтен формалаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Ноғман Сөләй­мән улына Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ойоштороусылар шулай уҡ яҙыусыны Өфөнән барып алып, ике көн буйы оҙатып йөрөргә ярҙам иткән эшҡыуар Илшат Мәжитовҡа һәм “Үҙәк баҙар” йәмғиәте етәксеһе Марат Вәлиевкә йылы һүҙҙәрен еткерә.
Прозаик үҙенең бөтә әҫәрҙәрендә тиерлек тирә-яҡ мөхиткә дан йырлай. Кешене лә шул тәбиғәттең бер өлөшө тип ҡарай. Шуға ла уның ижады заман үҙгәрештәренә бирешмәй, һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала, уҡыусылары ла йылдан-йыл арта.
Осрашыуҙа сығыш яһағандарҙың бөтәһе лә Ноғман Мусиндың герой­ҙары китап уҡыусыны тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөн­гөһөнә һәм киләсәккә күҙ һалырға мәжбүр итеүен билдәләне. Ысынлап та, прозаик һәр әҫәрендә намыҫ, хеҙмәткә, кешегә, тирә-яҡ мөхиткә яуаплы мөнәсәбәт, Тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй, рухи яҡтан байыта.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504