Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғилемде үҫтереп, тәбиғәтте һаҡларға була
Ғилемде үҫтереп, тәбиғәтте һаҡларға була Ғүмерен ғилми эшкә арнаған шәхес – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты Стәрлетамаҡ филиалында бүлек мөдире Рәйес Нурый улы ЗАҺИҘУЛЛИН менән әңгәмә фән, экология, кешелектең киләсәге тураһында.
– Республиканың ғилми тармағы үҫешендә күп көс һалған кеше булараҡ, Рәсәй фәненең бөгөнгө хәленә баһа бирһәгеҙ ине.
– Был донъяның үҫешен ғилемһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Беҙ һөйләшеп ултырған йылы бүлмә, ошо бөхтә өҫтәл, хатта бер-беребеҙ менән аралашыуыбыҙ сараһы ла фәнгә барып тоташа. Йәнлек, ҡош-ҡорт та емһеҙ йәшәй алмаған кеүек, кеше лә ғилем-фәнгә мохтаж.
Үткән быуат башында Рәсәйҙә власть алышынғас, элекке ғалимдарҙың был илдә башҡаса эшләргә мөмкинлеге ҡалмағаны билдәле, әммә Ленин был хатаһын тиҙ аңлай һәм, бихисап аҡса түгеп, фән кимәлен сит илдән килгән аҡыл эйәләре иҫәбенә элекке кимәлгә ҡайтарырға мәжбүр була. Уның ҡарауы, совет осоронда фән өлкәһе бик ныҡ алға китте. Бихисап миҫалдарға туҡталмай булмай, беренсе булып йыһан киңлегенә осоуыбыҙҙы иҫкә төшөрөү ҙә күп нәмәгә ишара яһай, минеңсә. Әлбиттә, инженерҙар, ябай монтажсыға һәм башҡа ябай эшсе һөнәренә эйә булғандарға ҡарағанда, күпкә аҙыраҡ хеҙмәт хаҡы алды. Тик улар өсөн эш шарттары тыуҙырылды.
Үҙем, ҙур химия өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, быны ғорурланып әйтә алам. Заводта бихисап ғалимдар, хеҙмәткәрҙәр эшләгән лабораторияға етәкселек итә инем. Беҙ уйлап сығарған, әҙерләгән продукттар, тәжрибәләр урындағы заводтарҙа әле лә уңышлы ҡулланыла. Мәҫәлән, үҙем 360-тан ашыу фәнни эш баҫтырҙым, шул иҫәптән 120-һе – авторлыҡ таныҡлығы һәм патентлы хеҙмәт. 50-нән ашыу эш производствола киң ҡулланыла. Әйткәндәй, бындай ҡаҙаныш – ил кимәлендә һирәк күренеш. Тик быларҙы маҡтаныр өсөн әйтмәйем, ә Стәрлетамаҡ сәнәғәтенә ниндәй ҙур ғилми ярҙам булған, тимәксемен. Химия өлкәһендә шөғөлләнгән ғалим бер мин генә түгел бит.
Тик, үкенескә ҡаршы, асыштарҙың яңыларын уйлап табырға, эшкә индерергә кәрәк. Нисек тә аҙ сығым түгеп, күберәк килем алыуҙы уйлаған, заводтан ваҡытлыса ғына аҡса һурыуҙы хуп күргән капиталист-хужалар быға мохтаж түгел. Шуға предприятиеларҙа фәнде үҫтереү юҡ кимәлдә. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар бит әле: яңы асыштар яңы төр продуктҡа ғына ҡағылмай, ә туранан-тура ошонда йәшәгән халыҡтың хәүефһеҙлегенә бәйле. Иҫке ҡорамал, иҫке алым иҫкесә булып ҡала. Ошо хаҡта бар кимәлдә лә ныҡлап уйланырға кәрәк, минеңсә.
– Тимәк, фән ҡурсаларлыҡ кимәл­дәме бөгөн?
– Улай тип ҡырт киҫмәҫ инем. Әлбиттә, яңы ҡоролошҡа яраҡлашырға кәрәк, совет дәүере тамам, әммә тормош дауам итә. Шул йәһәттән фән-ғилем өлкәһе лә яңыса фекерләргә өйрәнә, тик был процесты бер көн эсендә йырып сығырлыҡ түгеллеге һәммәбеҙгә асыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ғалимдарыбыҙ һаман да шул совет осорондағы һымаҡ “Ватан хаҡына” тип эшләй кеүек. Нисек кенә булмаһын, фәндең нигеҙе сығымдарға, ғалимдарҙы үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Бынан бер нисә йыл элек гәзиттә уҡыған мәҡәлә иҫкә төшә. Унда АҠШ-тың стратегик күренештәре баҫҡысында тәү сиратта фән, унан ҡала медицина тора. Беҙҙә, киреһенсә, былар һуңғы баҫҡыста ине. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа мүкәйләп булһа ла өҫкә үрмәләй. Бигерәк тә оборона ҡеүәте хаҡында йыш ишетәбеҙ. Республикала ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Быларға ҡыуанмау мөмкин түгел.
Медицина тигәндән, бер генә миҫалға туҡталғы килә: бер баланың мейеһендә үҙенсәлекле яман шеш табалар, операция яһатыр өсөн уға сит илгә барырға кәрәк, сөнки беҙҙә ундай ҡатмарлыһын башҡара алмайҙар. Ә сит илдә операция хаҡын үҙегеҙ беләһегеҙ, осрағына ҡарап әллә нисәмә миллион һум-долларға барып етә. Шул уҡ ваҡытта бындай шәп ҡорамалды үҙебеҙҙә лә уйлап табырға, эшләргә мөмкин ине бит. Ул саҡта бихисап аҡса түгеп, сит илгә бармаҫҡа ла була. Иҡтисади яҡтан сығып әйткәндә, ғүмерҙе үҙебеҙҙә һаҡлап ҡалып була. Ә ундай сирле балалар илдә күпме?..
Йәнә АҠШ иҫкә төшә. Бер ғалим иҫбатлауынса, американдар араһында фән яғынан һәләтлеләр бик һирәк. Алдынғы технологияларҙы уйлап табыусылар башлыса Рәсәй, Һиндостан һәм башҡа илдән килеүселәр икән. Хәйер, был хаҡта кино-яңылыҡтарҙан да белеп торабыҙ.
Ғөмүмән, беҙҙә фән менән шөғөл­ләнергә була, ҡыҙыҡ һәм кәрәк тә. Бының өсөн шарттар – аҡыллы шәхестәр, ер-һыу байлығы етерлек. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙең бик ныҡ алға китеүе мөмкин, иғтибар ғына етешмәй.
– Ер-һыу тигәндән, һеҙ экология өлкәһендә ҙур эш алып барған профессор. Быйыл – һеҙҙең йыл, тимәк!
– Экология, тәбиғәтте һаҡлау… ирекһеҙҙән күҙ алдына Торатауыбыҙ килеп баҫа. Һәм нәҡ уның хаҡында һүҙ алып барыу дөрөҫ тә булыр, минеңсә. Шуныһы ҡыуаныслы: республика власы халыҡ яғында, экологияны хәстәрләү, тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлау йүнәле­шендә эшләй.
Ғалим булараҡ, шуны тағы бер ҡабат иҫкә төшөргөм килә: продукция етеш­тергәс, уның ҡалдыҡтарын ҡайтанан эшкәртергә мөмкин бит. Шахтауҙа ла сеймал бынан егерме йыл элек бөтә, тиҙәр ине. Миңә ҡалһа, әле лә запасҡа тағы тиҫтә йыл өҫтәргә була. Әйткәндәй, Торатауҙа ул тиклем сығарырлыҡ сифатлы сеймал юҡ ул, заводҡа ғына яҡын. Шахтау запасын, икенсе ҡат продукция етештереүҙе (ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ ҡулланыуҙы) иҫәпкә алһаҡ, еңел табыш нәфсеһе быға ирек кенә бирһен, әллә күпме ваҡыт Торатау түгел, башҡа ҡомартҡыларыбыҙ хаҡында һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа мөмкин. Фән кабинеттарҙа, тәжрибә бүлмәләрендә генә түгел, ҡайтанан заводтарҙа үҫешә башлаһа, кем белә, бәлки, башҡа төр мөмкинлектәр ҙә килеп сығыр. Ғалимдарыбыҙҙың ҡулынан килә, иғтибар ғына артһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512