Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эсәр һыу таҙа булһын өсөн
Эсәр һыу таҙа булһын өсөнБөгөн эре ҡалала йәшәүселәр эсәр һыуҙы ла һатып ала башланы. Төрлө предприятие, фирмалар етештергән пластик һауыттарға тултырылған һыуҙың сифаты хаҡында төрлө фекер ишетергә тура килә. Күп урындарҙа торбанан килгән һыу ауыҙға алғыһыҙ тәмһеҙ, хлорлы, шуға күрә хужабикәләр уны ҡулланыр алдынан күмерле (углерод) таҙартҡыс аша үткәрергә күнеккән.
Һыуһыҙ тереклеккә йәшәү юҡ. Урмандарыбыҙ аяуһыҙ ҡырҡылмаһа, ер аҫты ҡатламдары бысратылмаһа, йылғаларыбыҙ, ҡоҙоҡ-шишмәләребеҙ тулы һәм саф булыр. Башҡортостандың ҡала һәм райондарында, халыҡтың сәләмәтлеген ҡурсалап, ҡулланылыштағы һыу сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә.
“Нефтекамаводоканал” муниципаль унитар предприятиеһында ҡулланыусыларҙы сифатлы һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыла. Нефтекамалар бөгөн ер аҫты ҡатламдарынан 53 скважина аша быраулап сығарылған саф шишмә һыуынан файҙалана. Нефтекама, Ағиҙел ҡалаһы, Краснокама районы ҡулланыусыларына тәүлегенә 50 мең кубометр һыу бирелә. Бынан тыш, “Кама” асыҡ һыу алғысы тулыһынса эшкә егелгән. Ә файҙаланылғаны ҡайҙа китә һуң? Ул канализация селтәре аша ҡыуҙырғыс станцияларҙан биологик таҙартыу ҡоролмаларына оҙатыла һәм тәбиғәткә кире ҡайтарыла.
Эсәр һыу таҙа булһын өсөнБөгөн халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙә иң төп мәсьәлә — уның сифаты. Ер аҫты ҡатламдарынан сыҡҡан һыу таҙа булһа ла, унда марганецтың барлығы борсолоу тыуҙыра, шуға күрә 2006 йылда мәсьәләне хәл итеү маҡсатында “Кама” асыҡ һыу алғысы, быға тиклем өс йыл ябыҡ торған таҙартҡыс ҡоролмалар эшкә егелде.
Кама йылғаһының йылдан-йыл бысрана барыуы ла уйға һала; бысратыу сығанағы — йылғаның ағым башындағы Пермь крайы, Удмурт Республикаһы сәнәғәт һәм хужалыҡ-көнкүреш предприятиелары. Бөгөн һыуҙы ультрафиолет нурҙары ярҙамында ғына таҙартыу тейешле һөҙөмтә бирмәй. Шуға күрә һуңғы осорҙа, айырыуса йәйге эҫе көндәрҙә уны таҙартыу маҡсатында йыш ҡына кальций гипохлориды ҡулланырға мәжбүр булдылар, ләкин был ысул ярҙамында ҙур күләмде таҙартыу мөмкин түгел, кеше сәләмәтлегенә лә зарарлы.
Канализация һыуын таҙартыу ҡоролмаларында, Кама йылғаһына ағыҙыу алдынан хлор менән зарарһыҙландырыу тереклек өсөн, әлбиттә, һәйбәт түгел. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бөгөнгө талаптары буйынса ҡулланылыштан сыҡҡан һыуҙы хлорҙан азат итеү йә иһә бүтән төр зарарһыҙландырыу ысулы ҡулланылырға тейеш. Бынан тыш “Ростехнадзор” һәм Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хлор ярҙамындағы таҙартыу ҡоролмаларына ҡарата талаптары бермә-бер артты. Шуға күрә зарарһыҙландырыу маҡсатында газ хәлендәге хлорҙы ҡулланыу мәсьәләне хәл итмәй һәм бындай ысулдың киләсәге лә шикле.
Тырышҡан — тапҡан, тиҙәр. “Нефтекамаводоканал” предприятиеһында ла 2011 йылдың көҙөндә һыуҙы таҙартыуҙың ышаныслы һәм зарарһыҙ юлын булдырҙылар. Һыу натрий гипохлориды ярҙамында зарарһыҙландырыла, был матдә ябай аш тоҙон электр ярҙамында электролизлау ысулы менән алына. ОшоЭсәр һыу таҙа булһын өсөн йәһәттән предприятие өс электролизлау ҡорамалы һатып алды. Әҙер ҡатнашма ҡыуҙырғыстар менән һыу селтәренә ебәрелә. Әйтергә кәрәк, Өфөнән ҡала бындай ҡоролманы Нефтекамала тәүгеләрҙән булып эшкә ектеләр. Бынан тыш, натрий гипохлориды ярҙамында һыу зарарһыҙландырыу Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Новосибирск ҡалаларында, Свердловск өлкәһендә лә ҡулланыла. Был ысул һыуҙы хлорлауҙан тулыһынса баш тартырға мөмкинлек бирҙе, экологик хәүефтән азат итте.
“Нефтекамаводоканал” предприятиеһында ҡулланылыштан сығып, йылғаға кире ағыҙылған һыуҙы зарарһыҙландырыуға ла ҙур иғтибар бирелә, был йәһәттән заманса технологиялар, һыу таҙартыу ҡорамалдары ҡулланыла. Һөҙөмтәлә Кама йылғаһына кире ағыҙылған ҡалдыҡ һыуҙағы зарарлы матдәләрҙең 50 – 70 проценты юҡҡа сығарыла.
2011 йылдың октябрендә Нефтекама ҡалаһы хакимиәте тарафынан канализация селтәренең һыу таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу буйынса асыҡ аукцион уҙғарылды. Был сара нигеҙендә эш башҡарыусы билдәләнәсәк, республика, ҡала бюджетынан аҡса бүленәсәк. Бынан тыш
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы заказы буйынса ҡаланың канализация ҡыуҙырғыс станцияларын реконструкциялау маҡсатында проект-тикшеренеү эштәре үткәрелде. Был проектты бойомға ашырыу өсөн 250 миллион һум аҡса талап ителә.
Һуңғы йылдарҙа эшмәкәрлектә заманса технологиялар ҡулланыу арҡаһында өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай, һыу хужалығы тотороҡло эшләй.
— Предприятиебыҙҙың эшмәкәрлек йүнәлештәре күп, әммә халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү — төп бурысыбыҙ, — ти “Нефтекамаводоканал” етәксеһе Анатолий Сошников.
Марат МОРАТОВ
Нефтекама ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 035

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 434

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 292

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 112

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 126

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 210