Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шор халҡының яҙмышы янамаһын
Шор халҡының яҙмышы янамаһын
Шундай шәхестәр була – йөрәктәрендә йәшәгән рухи ялҡын уларҙың күҙҙәрендә лә, һүҙҙәрендә лә, башҡарған эштәрендә лә сағыла. Ғалим-этнограф Мирза МУЛЛАҒОЛОВТЫ ла мин тәү күреүҙән шундайҙар рәтенә индерҙем. Был осраҡлы түгел: "Башҡорттарҙа урман кәсебе", "Собирательство и рыболовство у башкир", "Башкирский народный транспорт XIX — начала XX веков" кеүек ғилми эштәре, йөҙҙән ашыу фәнни мәҡәләһе менән киң танылған ғалим, Раил Кузеев исемендәге премияның беренсе лауреаты бөгөн дә һис тынғы белмәй, эш өҫтөндә. Мәҫәлән, былтыр ғына уның "Башҡорттарҙа ыласын һунары" тип аталған хеҙмәте донъя күрҙе һәм беҙҙе тарихыбыҙҙың әлегәсә асылып етмәгән биттәре менән таныштырҙы.
Эйе, оҙайлы хеҙмәт йылдарында Мирза Ғизетдин улы һәр ваҡыт халыҡ араһында булды, милләтебеҙҙең көнкүрешен, уның холоҡ-фиғелен тәрәндән өйрәнде. Алыҫ Бөрйән районының тауҙар ҡуйынына һырынып ултырған бәләкәй генә ауылында, ябай халыҡтың тын алышын ишетеп, ул кисергәнде үҙ йөрәге аша үткәреп үҫеүе лә уның тап этнография йүнәлешендә емешле эшләүенә булышлыҡ иткәндер. Шуға ла бөгөн ғалим менән тәбиғәтебеҙҙең киләсәген уйлап, экологиябыҙҙы хәстәрләп ҡорған әңгәмәбеҙ гәзит уҡыусылар өсөн бер ҙә сәйер тойолмаҫ, һәм уларҙа ошо етди мәсьәләгә ҡарата өр-яңы фекерҙәр уяныр тип ышанабыҙ.


– Мирза Ғизетдин улы, үткән йыл Рәсәйҙә – Экология, республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителгәйне. Борон башҡорттарҙа тәбиғәткә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт йәшәгәнлеге хаҡында ғалим-этнограф булараҡ күп йыллыҡ тикшеренеүҙәрегеҙгә, үҙегеҙҙең тормош тәжрибәгеҙгә таянып нимәләр әйтә алаһығыҙ?
– Башҡорттарҙа, башҡа халыҡтарҙағы кеүек, тәбиғәтте һаҡлау буйынса тотанаҡлы йолалар тарихи нигеҙҙә барлыҡҡа килгән. Әлеге осорҙа ла ул тулыһынса юғалмаған тиер инем. Халыҡ араһында бөгөн дә кәсеп иткәндә йыш ҡына ошо боронғо йолаларға таянғандар бар. Мәҫәлән, мин, һеҙгә билдәле булыуынса, урман кәсебен өйрәндем. Башҡорттоң урманға мөнәсәбәте ниндәй булған һуң? Айырыуса шул иғтибарҙы йәлеп итте: башҡорт элек-электән үҙен урман эсендә тотанаҡлы һәм тыныс тоторға тырышҡан. Урман эйәһе һәм уның айырым тыйыуҙары бар тип иҫәпләгән. Ата-бабабыҙ бындағы тәбиғи тәртипте, тыныслыҡты боҙмаҫҡа һәм ошо тыйыуҙарға ярашлы эш итергә ынтылған. Мәҫәлән, йорт һалыу өсөн ағасты, элек-электән килгән йола буйынса, урман эйәһенән, ағастан ғәфү үтенеп һәм рөхсәт һорап ҡырҡҡандар. Йортон йылытыу өсөн утынға ла башҡорт күбеһенсә ҡыу ағасты йығырға тырышҡан. Ошо йолалар үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдарында ла һаҡланып килә ине әле. Йәш ағасты йығыу (башҡа халыҡтарҙа ла шулай булғандыр тимен) Бөйөк Ватан һуғышы осоронда киң таралды. Ни өсөн? Ағасты бит ауылға ҡәҙәр килтерергә кәрәк, ә бының өсөн тартыу көсө – ат талап ителә. Ә ул ҡалмағайны тиерлек. Ошо сәбәпле халыҡ ауыл янындағы ағастарҙы күпләп йығырға мәжбүр булды. Шулай ҙа урманға һаҡсыл ҡараш беҙҙең осорҙа ла һаҡланды әле. Мәҫәлән, олатайым Ғилметдин Хисмәтулла улы Муллағолов танылған һунарсы һәм умартасы ине. Шулай булһа ла, тәбиғәткә ҡарата ифрат һаҡсыл кеше булды. Атайым да олатайым өйрәткәнсә эш итте. Мин бер ҡасан да олатайымдың йәш ҡайынды ҡырҡҡанын күрмәнем. "Йәш ағасты ҡырҡмағыҙ", – ти торғайны ул һәм ошоно башҡаларҙан да талап итте.
Ергә ихтирам милләтебеҙҙең холоҡ-фиғелендә лә асыҡ сағылған. "Ерҙе рәнйетмәгеҙ", – тип әйтә торғайны боронғолар. Башҡорт тормошон күҙҙән үткәрәйек: яҙ һайын йәйләүгә күскәндә лә һәр ваҡыт борон-борондан ҡалған юлдан ғына барғандар. Малдарҙы ла ошо юлдан ҡыуғандар, урман эсенә индермәгәндәр. Ни өсөн? Сөнки, ағастарға һәм үләндәргә зыян килтерергә теләмәгәндәр. Йәғни һәр ваҡыт Ер-әсәгә ҡарата ихтирам төшөнсәһен күҙ уңында тотоп эш иткәндәр.
Дегет ҡайнатҡан мәлдә лә башҡорт йығылған йә ҡыуарған ағастың ғына туҙын алған. Сағыштырыу өсөн әйтәм: бына беҙгә күсеп килгән халыҡтарҙан сыҡҡан оҫталар, шул иҫәптән урыҫтар ҙа, һәр ваҡыт йәш ағастыҡын һыҙырырға тырышҡан. Бәлки, ундай туҙҙың дегете һәйбәтерәк тип уйлағандарҙыр. Әммә, киреһенсә, ятҡан ағастыҡы ҡуйыраҡ һәм сифатлыраҡ булған. Шулай итеп, дегет ҡайнатҡанда ла башҡорттар үҙенә күрә бер тарихи экологик стандарт буйынса эш иткән. Тап ошо сәбәпле башҡорттоң урманы оҙаҡҡа ҡәҙәр һаҡланған. Ул, нигеҙҙә, тик һуңғы мәлдә ҡырылды, сөнки элек-электән йәшәп килгән тәртипте, йолаларҙы боҙҙоҡ. Тарихыбыҙҙы оноттоҡ. Башҡорт йылға буйында үҫеп ултырған ағасҡа – муйыл булһынмы ул, ерекме – теймәҫкә, әрәмәлекте һаҡлап ҡалырға тырышҡан, шунһыҙ һыуҙы һаҡлап булмаясаҡты ата-бабалар элек-электән белгән. Хатта файҙалы үлән, тамыр һәм емеш-еләк йыйғанда ла Ер-әсәнең тыйыуҙарын боҙмағандар. Мәҫәлән, үлән йыйғанда, уның тамырын ҡалдырғандар, сөнки был үҫемлек киләһе йылда ла кәрәк буласаҡ. Тамыр ҡаҙғанда (мәҫәлән, һарына), аралатып бер нисәүһен ҡалдырғандар. Йәнә лә киләһе йыл тураһында уйлау был. Емеш-еләкте лә, ҡыуаҡлыҡтарҙы һындырмайынса, эйеп йыйырға тырыша торғайнылар. Олатайым халыҡтың нисек емеш-еләк йыйғанын, ғәҙәттә, үҙе тикшерер ине. Шул арҡала йылғабыҙ буйында ағас-ҡыуаҡлыҡтар гөрләп үҫте. Үкенескә ҡаршы, бөгөн бөттөләр. Урындағы халыҡтың тәбиғәткә ҡарата һаҡһыҙлығы, ҡырағай туризм эҙемтәһе был.
Бөгөн "башҡорт балыҡ ашамаған" тип белдереүсе ғалимдарыбыҙ бар. Улар тәрән хаталана: башҡорт борон-борондан балыҡсы булған. Нисек йылға буйында көн итеп тә ҡармаҡ һалмаһын, мурҙа ҡормаһын инде? Әммә уның ҡоралдарын ҡарағыҙ: башҡорт балыҡты башлыса ҡармаҡ йә суртанлыҡ, мурҙа йә һеүән менән аулаған. Был да бит артабан да үрсеһен өсөн, йылғалағы балыҡтың бер өлөшөн ҡалдырыу мөмкинлеген бирә. Шулай итеп, һәр кәсептең ҡағиҙәләре нигеҙендә киләһе йыл, хатта киләсәк быуын тураһында тәрән хәстәрлек ятҡан.
– Әйтегеҙ әле, һеҙ бала һәм үҫмер саҡта урындағы халыҡтың тәбиғәткә мөнәсәбәте нисегерәк була торғайны?
– Һыуға ҡарата мөнәсәбәтте генә алғанда ла, элек халыҡ, үҙебеҙҙең ауылдыҡыларҙы әйтәм, һыуҙы бысратмаҫҡа тырышты. Бер генә миҫал: кемдеңдер һыуға сүп-сар ташлағанын хәтерләмәйем. Ә инде кесе ярау итеү иҫ киткес хәшәрәтлек һаналды. Хәҙерге менән сағыштырғанда, ҡот осҡос айырма, шулай бит? Һис шикһеҙ, Ер-әсәгә бөгөнгөләй мөнәсәбәттең кире эҙемтәләрен бер мәл татырға тура киләсәк. Һыуҙың ҡарғышы төшәсәк, Аллаһы Тәғәлә үҙ язаһын бирәсәк. Олатайым һорай торғайны: бөжәк-фәләнде ни өсөн үлтерәһең, ниңә ағас ботағын һындыраһың, үләнде тапайһың? Эйе, һәр ваҡыт уйланырға кәрәк. Әйткәндәй, үҙе өс йөҙгә яҡын бүре алды. Бер уйлаһаң йыртҡысты үлтереү ҙә дөрөҫ түгел, ул тәбиғәт санитары бит. Шулай ҙа заманында бүреләрҙең өйөрө менән ауыл тирәһендә йыш йөрөүенән халыҡҡа хәүеф тә ҙур булды. Ә баш-баштаҡланып, бер ниндәй сәбәпһеҙ йән эйәһенең ғүмерен ҡыйғандарын хәтерләмәйем. Мәҫәлән, олатайым бер һунарҙан да ун-ун биш ҡор йә һуйыр алып ҡайтманы, ике-өсәүҙән арттырманы. Балыҡты ла беҙҙең халыҡ күбеһенсә бер бешерерлек кенә тотто.
Хәҙер балыҡты нисек аулайҙар? Йыртҡыстарса, башҡа һүҙ юҡ. Баҙарҙа бөгөн ауҙар асыҡтан-асыҡ һатыла, йәнең ниндәйен теләһә, бөтәһе лә бар. Шуларҙы йылғаның арҡырыһына һәм буйына элеп сығалар. Ҡырып-һепереп тигәндәй алалар балыҡты. Шуға ла, минеңсә, ау менән сауҙа итеүҙе ҡәтғи тыйырға кәрәк. Электр ҡармаҡ сығарҙылар, унан да зыян иҫ киткес ҙур: һыу эсендәге бөтә тереклек ҡырыла.
Башҡорттоң тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәте арҡаһында беҙҙә бик һирәк осрай торған бәрҙе, бағры, ҡыҙыл балыҡ кеүек балыҡтар һаҡланғайны. Шуның өсөн дә академик Раил Кузеев: "Башҡортостан – бөтә Уралда үҙенең сафлығын һаҡлап ҡалған берҙән бер төбәк, шуға ла уны артабан да ҡурсаларға кәрәк", – ти торғайны.
– Ә тәбиғәткә ҡарата бөгөнгө мөнәсәбәтте нисек баһалайһығыҙ? Бөрйәнгә йыш ҡайтаһығыҙ, шунда күрәһегеҙҙер: беҙҙең ҡарағайҙы тейәгән йөк машиналарының иҫәбе-хисабы юҡ. Тауҙарыбыҙ яланғасланып ҡалды, йылғаларыбыҙ йылдан-йыл һайыға, ҡорой...
– Бына "Һунар туры" асҡандар. Минеңсә, был – енәйәткә тиң аҙым. Бөгөн, һунар турына һылтанып, бөтә кейекте ҡыралар бит. Йәиһә бер боланға тип лицензия алалар ҙа унауҙы аталар. Быны бит берәү ҙә ентекле тикшереп йөрөмәй. Бөгөн Бөрйәндә ағас, йәнлек, балыҡ бөтә икән, хозур тәбиғәттән бөтөнләйгә ҡолаҡ ҡаҡтыҡ тигән һүҙ. Башҡа төбәктәрҙә урмандағы тереклек былай ҙа ҡалмаған тиерлек. Мәҫәлән, бағры һирәгәйгәндән-һирәгәйә, ә ҡыҙыл балыҡты, йылғаларыбыҙҙа көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләһәң дә, таба алмаясаҡһың. Бынан илле йыл самаһы элек кенә Үҙән йылғаһында ул шул тиклем күп ине. Ә хәҙер...
Йылғалар ни өсөн ҡорой бөгөн? Яр буйҙарында ағастарҙы ҡырҡып бөтөп барабыҙ. Ә элек улай булманы. Һыу ятҡылығынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ағасты ҡырҡыу ҡәтғи тыйыла ине. Хәҙер был тәртипте береһе лә хәтерләмәй. Ағас бөтә икән, һыу ҙа һайыға, ул ҡороно икән, бөтә үҫемлектәр донъяһы, тереклек бөттө тигән һүҙ. Бәләкәйерәк йылғалар күптән ҡороно бит, хәҙер Бөрйәндәге Ағиҙелде ҡарағыҙ: элегерәк йөҙөп сығырлыҡ булмаһа, хәҙер еңел машина менән кисеп үтеп йөрөйҙәр.
Тәбиғәттәге кире үҙгәрештәрҙе бөгөн, күрмәйем тиһәң дә, күрергә, тойорға тура килә. Мәҫәлән, элегерәк Ағиҙелдең теләһә ҡайһы урынынан ятып һыу эсә торғайныҡ. Һыуы таҙа ине. Бөгөн эсә алабыҙмы? Юҡ, сөнки йылғаға туристар, урындағы халыҡ сүп-сар ташлай, башҡа ҡалдыҡтар түгелә...
– Һеҙҙеңсә, тәбиғәтте исраф итеп йәшәүебеҙҙең төп сәбәбе нимәлә, уға ҡарата һаҡсыл ҡараштың бөтөүендә кем ғәйепле? Замана шауҡымымы?
– Экологияны һаҡлау буйынса илдә бихисап закон ҡабул ителде, әммә уларҙың үтәләме-юҡмы икәнен күҙҙә тотоу кәрәк бит.
Туристар, әлбиттә, ҙур зыян килтерә. Миҫал өсөн генә: бер нисә мең турист бер йәйҙә Белорет, Бөрйән райондары буйлап Ағиҙелдән аҡты, ти. Улар кәмендә 15-20 көн була, ошо мәлдә һәр береһе көнөнә бер генә балыҡ тотоп ашаған хәлдә лә, күпме юғалтыу, күпме зыян! Әйткәндәй, бындай туристар һәр ваҡыт тиерлек ҡоралланып төшә: ауы ла, шартлатҡысы ла, электр ҡармағы ла, башҡаһы ла үҙе менән була. Шуға ла ундай бәндәләрҙе һәр ваҡыт ентекләп тикшереү зарур. Ҡармаҡтан бүтәне булырға тейеш түгел! Бөгөн йыш ҡына күҙәтеү етмәй – ошоно әйтергә теләйем.
Тағы миҫал: бер нисә мең турист йылға буйлап аҡҡан мәлдә көн дә бер йомарлам сүп-сар ырғытып барһа ла, уларҙан ни ҡәҙәре ҡыйлыҡ тороп ҡала! Улар туҡтаһын, ял итһен, усаҡ яҡһын өсөн айырым урындар булырға тейеш. Рөхсәт ителмәгән ерҙә туҡтап, тәбиғәтебеҙҙе ҡыйлаған өсөн ҙур штраф һалынырға тейеш. Бында халыҡтың үҙенең контроле булыуы шарт. Шул мәлдә генә тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалай аласаҡбыҙ. Был – ошо урында ғүмер баҡый йәшәгән халыҡтың мәнфәғәтендә.
– Әммә бөгөнгө йәш быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш бик һирәк күҙәтелә бит. Хәҙер халыҡ та икенсе: тәбиғәтенең именлегенә ҡул һелтәп ҡарай, бөгөнгөһө ҡәнәғәтләндерһә, шул еткән... Ағасты йыш ҡына урлап ҡырҡалар, кейеккә рөхсәтһеҙ һунар итәләр. Шундай мәлдә халыҡтың аҡылына ғына ышаныу дөрөҫмө икән?
– Әлбиттә, дөрөҫ булмаясаҡ. Тап шуның өсөн һәр кимәлдә етди контроль булырға тейеш. Мәҫәлән, шул уҡ Бөрйәнде миҫалға алғанда ла, бөгөн унан тирә-яҡҡа бихисап юлдар тарала. Шуларҙан көнөнә генә ағас тейәлгән күпме йөк машинаһы сыға! Әлбиттә, бөтәһен дә тикшереп өлгөрөп тә булмайҙыр, әммә, һис шикһеҙ, быны эшләргә кәрәк. Әгәр урлап ҡырҡылған йәки рөхсәтһеҙ һатылған икән, ағас, бәләкәй генә шик булғанда ла, ҡабат дәүләткә ҡайтарылырға тейеш. Тәүге йылдары ғына ҡатмарлыраҡ буласаҡ, әммә ошондай киҫкен саралар күреп кенә тәртип урынлаштырыу, бурҙарға ҡаршы көрәшеү мөмкин.
Әлбиттә, бында урындағы халыҡтың да хәлен уйларға кәрәк. Мәҫәлән, Бөрйән халҡының башҡа килем алыу өсөн мөмкинлеге лә юҡ тиерлек, һәр кемебеҙ нисектер ғаиләһен тәьмин итергә, йәшәргә тейеш. Әммә урманды ҡырҡаһың икән, уны тергеҙеү сараһын да күр. Ә бөгөн был йүнәлештә әүҙемлек юҡ. Йыш ҡына ҡағыҙҙа ғына бар. Бала саҡта ағас ултыртҡандан һуң, шул ергә бер нисә тапҡыр барып, янындағы ҡый үләндәрен утап сыға инек. Хәйер, элек был йүнәлештә мәктәптәр ҙә ныҡ эшләне. Бөгөн иһә ағас ултыртыу эше йыш ҡына күҙ буяу өсөн генә башҡарыла. Делянкаларҙы ҡарағыҙ – яу яланымы ни!
– Бөрйәндә алтын ятҡылыҡтары табылған тигән һүҙ йөрөй. Әлбиттә, ул биләмәне дәүләт һатасаҡ. Бер аҙҙан ошо алтынды сығара башлауҙары ла ихтимал бит әле. Һеҙҙеңсә, тәбиғәтенең хозурлығы менән дан тотҡан Бөрйән кеүек райондарҙа ошондай сәнәғәт тармаҡтары үҫә башлаһа, уның эҙемтәһе нисек булыр?
– Тәбиғәтебеҙ юҡҡа сығасаҡ тигән һүҙ был. Мәҫәлән, Бөрйәндә бөгөн ике ҡурсаулыҡ бар. Бындай сәнәғәттең уларға зыяны ифрат ҙур буласаҡ. Халыҡтың сәләмәтлегенә лә кире йоғонто яһаясаҡ алтын сығарыу. Ошондай сәнәғәт ойошмаларының артыуы, ағастарҙың самаһыҙ ҡырҡылыуы, техниканың күбәйеүе бөгөндән кире эҙемтәләргә килтерә. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙҙер, һуңғы йылдарҙа яман шеш сиренән яфаланыусылар арта. Был – тәбиғәтебеҙгә, үҙебеҙҙең киләсәгебеҙгә ҡул һелтәп ҡарауҙың һөҙөмтәһе. Кеше тәбиғәтте бөтөрөп кенә ҡалмай, үҙе лә көндән-көн сиргә һабыша бара. Һуңғы йылдарҙа эскелектең киң таралыуының да сәбәбе ошонда.
Әгәр артабан да былай дауам итһә, минеңсә, беҙҙе шор халҡының яҙмышы көтә. Аңлатып китәйем: Алтайҙа шор тигән халыҡ бар ине. Ғалим Сергей Руденко шуларҙың ата-бабаһы төҙөгән ҙур археологик ятҡылыҡты – Пазырык ҡурғандарын – тапҡайны. Бай тарихлы был халыҡ эскелек арҡаһында ғына бөттө. Телен, мәҙәниәттәрен оноттолар, үҙҙәренең шор милләтенән икәнлеген хәҙер оло быуын вәкилдәре генә хәтерләй.
– Был, бәлки, кемдәрҙер тарафынан махсус рәүештә алып барылған сәйәсәт һөҙөмтәһелер? Мәҫәлән, шул уҡ файҙалы ҡаҙылмалары булған ятҡылыҡтарҙы тартып алыу өсөн...
– Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Совет власы дәүерендә Себерҙә генә етмешләгән милләт юҡҡа сыҡҡан. Бына бит цивилизация һөҙөмтәһе. Минеңсә, мәкерле сәйәсәт бөгөн дә дауам итә. Мәҫәлән, паспортыбыҙҙан милләт тураһында мәғлүмәтте алып ташланылар. Йәнәһе, АҠШ-та ла шулай. Әммә АҠШ-ты беҙҙең менән сағыштырыу бөтөнләй дөрөҫ түгел. Был илдә донъяның төрлө төбәгенән күсеп килгән халыҡтар көн итһә, беҙҙә ошонда быуаттар буйы төп хужа булған милләттәр йәшәй. Үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен, тәбиғәтен һаҡларға уларҙың хоҡуғы булырға тейеш. Был мәсьәләләрҙе ҡабаттан күтәреп сығыу зарур.
– Мирза Ғизетдин улы, ошо хәлде нисек үҙгәртергә? Башҡорт халҡы, уның тәбиғәте киләһе быуындарға ла һаҡланып ҡалһын өсөн бөгөн нимә эшләргә кәрәк?
– Бының өсөн һәр беребеҙ бөгөндән көс һалырға тейеш. Көрәшергә бурыслыбыҙ. Бөтә ҙур эш бәләкәйҙән башлана. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе белһәк, тарихыбыҙҙы юғалтмаһаҡ, ата-бабабыҙҙың Ер-әсәгә ҡарата мөнәсәбәтен онотмаясаҡбыҙ, йәнтөйәгебеҙҙе ситтәргә әләф-тәләф итергә юл ҡуймаясаҡбыҙ.
"Башҡортостан" гәзитенә рәхмәт әйтеп үткем килә: заманында тап һеҙҙең баҫмала, еребеҙҙе һатыу мәсьәләһенә кире фекерен белдереп, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре сығыш яһағайны. Үкенескә ҡаршы, был һүҙҙәрҙе өҫтә ишетмәнеләр. Бер урында ереңде һаттыңмы, икенсе, өсөнсө урында ла һатасаҡһың. Бөгөн тап ошо сәбәптән урмандарыбыҙ ситтәр ҡулында тороп ҡалып бара. Хәҙер төп хужа — Мәскәү. Ә ситтәр һинең менән минең мәнфәғәтте уйлап торамы ни?..
– Тәбиғәтебеҙҙе киләһе быуындарға һаҡлап ҡалыу өсөн уға ҡарата мөнәсәбәтте ыңғай яҡҡа үҙгәртеү мөмкинме бөгөн? Әллә капитализм шарттарында, бөтәһе лә күберәк аҡса эшләү маҡсаты менән янған мәлдә, был үтә лә ҡатмарлы бурысмы?
– Иң тәүҙә йәш быуын, шул уҡ мәктәп уҡыусылары менән эшләргә кәрәк. Миҫал өсөн әйтәм: бер туған ҡустым Марат Муллағолов (хәҙер мәрхүм инде) Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән дәүерендә тәбиғәт именлеге өсөн көрәшкән уҡыусыларҙан төркөм булдырғайны. Улар быуаттар дауамында үҫкән ағастарҙы билдәләй, һаҡлай, шулай уҡ ҙур ҡырмыҫҡа иләүҙәрен кәртәләй ине. Емеш-еләк өлгөргән мәлдә халыҡ ҡыуаҡлыҡтарҙы һындырмаймы, тәбиғәткә зыян килтермәйме икәнен асыҡлар өсөн рейдтарға сыҡтылар. Бындай эштәр аҡса талап итмәй бит, әммә йәш быуында тәбиғәткә һөйөү һәм ихтирам уята. Ошо балалар үҙҙәрен Ер-әсәнең төп һаҡсыһы итеп тойоп үҫә. Артабан да, оло тормош юлына аяҡ баҫҡас та, улар тәбиғәтте һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы дауам итә. Мараттың ошо темаға арналған ике китабы баҫылып сығып, ҙур баһаға лайыҡ булғайны. Хатта бер мәл Мәскәү, Новосибирск ҡалаларынан был эш менән яҡындан танышыу маҡсатында ғалимдар килеп төшкәйне.
Икенсенән, ҡабул иткән закондар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, эшләһен. Бөгөн урмансылыҡтарҙың штаты ҡыҫҡартыла, шундай мәлдә улар нисек итеп йөҙәр саҡрымға һуҙылған урманды күҙҙә тотһон, браконьерҙарға ҡаршы көрәшһен инде. Был дөрөҫ аҙым түгел, урмансылар исем өсөн генә ҡалдырылған кеүек. Ҡырағай туризмды туҡтатып, цивилизациялы хәлгә ҡайтарырға тейешбеҙ. Сит илдәрҙә береһе лә диңгеҙ буйында шешә, сүп-сар ҡалдырып йөрөмәй бит, беҙҙә лә шулай булыуы кәрәк. Шул саҡта, саҡ ҡына булһа ла, ыңғай үҙгәрешкә өмөтләнә аласаҡбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 036

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 436

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 292

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 113

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 127

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 211