Мәсетле районында Әй йылғаһында юғалған үҫмерҙе эҙләү эштәре туҡтатылды26.11.2026

Хоҡуҡ һаҡлаусылар, ирекмәндәр, туғандары һәм яҡындары малайҙы 7 ноябрҙән бирле эҙләне.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Мәсетле районында юғалған үҫмерҙе эҙләү фажиғә менән тамамланды. Башинформға бер нисә сығанаҡ хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡотҡарыусылар малайҙың кәүҙәһен ваҡиға урынынан бер километр алыҫлыҡта, һыуҙа тапҡан.

Мәғлүмәт агентлығы хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм экстрен хеҙмәттәргә рәсми комментарий һорап мөрәжәғәт итте. Яуапты алғас та баҫтырып сығарырбыҙ. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 ноябрҙә Айып ауылынан ике үҫмер төндә Әй йылғаһына балыҡ тоторға киткән. Малайҙарҙың береһе, яҙа баҫып, һыуға ҡолап төшкән. Иптәше уға ярға сығырға ярҙам иткән һәм ярҙам һорап ауыл яғына йүгергән. Өлкәндәр килгәндә, яр буйында бер кем дә булмаған.




Вернуться назад