Яҡташыбыҙ мутлашыусыларға булмаған машина өсөн 2,5 миллион һум аҡса күсергән24.11.2026

Баймаҡ районы полицияһына 34 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул интернет аша сит илдән машина һатып алырға уйлаған һәм мутлашыусыларҙың ҡорбаны булған.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Октябрь айында ир интернетта автомобиль һатылыуы тураһында иғланға тап булған. «Менеджер» уны сумманың күпмелер өлөшөн алдан күсерергә һәм таможня йыйымдарын түләргә күндергән. Яҡташыбыҙ енәйәтселәргә 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса биргән, шуның күпмелер өлөшөн кредитҡа алған. Аҡсаны ҡулға төшөргәс, һатыусы бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған.

«Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.



Вернуться назад