Урында оператив хеҙмәттәр эшләй һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн тейешле саралар күрә.

Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары Татарстандың көньяҡ-көнсығышына һөжүм иткән. Был хаҡта «Татар-информ» республика рәйесенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Лилиә Ғәлимованың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр итә.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың маҡсаты Әлмәт янындағы нефть һаҡлау резервуарҙары булған. Дауамлы һөжүм ваҡытында бер нисә объектҡа зыян килгән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.