Республикала ат менән юл фажиғәһе теркәлгән

Кисә кис Стәрлетамаҡ – Белорет — Магнитогорск трассаһының 216-сы километрында «Лада Гранта» водителе юлға килеп сыҡҡан атты бәрҙергән.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был турала сигнал «ЭРА-ГЛОНАСС» системаһы аша килгән. Урынға ҡотҡарыусылар юлланған. Водитель зыян күрмәгән, ҡотҡарыусылар автомобиль янып китмәһен өсөн аккумуляторҙы һүндергән.