Башҡортостанда мәктәп автобусы аварияға эләккән

Бөгөн иртән республика райондарының береһендә мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Мәктәпкә юл тотҡан автобустың артҡы яғына МАЗ килеп бәрелгән. Автобуста туғыҙ уҡыусы булған, тип хәбәр итте ЮР хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Уның һүҙҙәренсә, бер кем дә зыян күрмәгән.
«Бөтә балалар ҙа хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктергән булған. Был бик мөһим – тап ошондай ябай ҡағиҙәләр етди эҙемтәләрҙән һаҡлап алып ҡала. Медиктар балаларҙы ҡараған. Ялыуҙар юҡ. Әле балалар уҡытыусылар күҙәтеүендә. Ата-әсәләргә һәм водителдәргә тағы бер тапҡыр шуны әйтергә теләйем: хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерегеҙ. Хәүефһеҙлек ҡайышы ысынлап та ғүмерҙе ҡотҡара ала», – тип билдәләне Урал Килсенбаев.