Республикала 22 йәшлек егет дәүләткә хыянат һәм диверсия өсөн хөкөм ителгән

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 22 йәшлек Ишембай егетенең законһыҙ эшмәкәрлеген туҡтатты. Ул дәүләткә хыянат итеүҙә, элемтә һәм транспорт инфраструктураһы объекттарында диверсия ойоштороуҙа ғәйепләнә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда егет Украинаның махсус хеҙмәттәре ҡушыуы буйынса элемтә һәм транспорт инфраструктураһы объекттарына ут төрткән. Аҡса өсөн ул кураторҙарҙың талаптарын үтәгән һәм енәйәт ҡылыуҙы раҫлаған видеоматериалдар ебәргән.
Ул 15 йыл да 9 айға иркенән мәхрүм ителгән, тәүге 4 йылда – төрмәлә, аҙаҡ ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырырға тейеш. Бынан һуң уны, 1 йылға иркен сикләү ҡаралған. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә ингән.