Өфөлә 35 кешене алдаған риелтор 7 йылға колонияға ебәрелгән19.11.2026

Өфөлә 35 кешене алдаған риелтор 7 йылға колонияға ебәрелгән

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Совет район суды 41 йәшлек риелторға хөкөм ҡарары сығарған. Ҡатын мутлашыуҙа ғәйепле тип табылған.

БР судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте һәм БР прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың декабренән 2023 йылдың ноябренә тиклем ул 35 гражданға льготалы дәүләт программалары буйынса фатир һатып алырға ярҙам итергә вәғәҙә биргән. Ләкин риелтор кешеләрҙең аҡсаһын үҙенә алған.

Судта ҡатын ғәйепле булыуын таныған һәм аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарған. Суд уны 7 йылға дөйөм режимлы колонияға хөкөм иткән. Риелтор зыян күргән граждандарға 21 миллион һумдан ашыу аҡса түләргә тейеш. Хөкөм ҡарары әлегә көсөнә инмәгән.

 

 



Вернуться назад