Салауат ҡалаһында бер иргә киндер йыйған өсөн 10 йылға иректән мәхрүм ителеү янай

Салауатта наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәрҙәре 42 йәшлек ирҙе ҡулға алған, уның ҡулында 460 грамм киндер һалынған пакет булған, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән.
Тотолған ир үҫемлекте үҙе өсөн йыйғанын таныған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, уны 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре мөмкин.
Бынан алдараҡ Йәрмәкәй районында киндер «плантацияһын» табыуҙары тураһында хәбәр иткәйне Башинформ.