Башҡортостан күгендә 50-нән ашыу БПЛА бәреп төшөрөлгән

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Өфө һәм Салауат сәнәғәт зоналарына сираттағы БПЛА һөжүме кире ҡағылды.
Оборона министрлығы, предприятиеларҙы һаҡсылары көсө, БАРС-тың мобиль ут төркөмдәре 50-нән ашыу пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөргән.
«Бөтә заводтар ҙа штат режимында эшләй, етди зыян килмәгән», — тип белдерҙеләр ведомствола.