Башҡортостанда балыҡҡа китеп юғалған малайҙы БПЛА ярҙамында эҙләйҙәр12.11.2026

Башҡортостанда балыҡҡа китеп юғалған малайҙы БПЛА ярҙамында эҙләйҙәр

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Әй йылғаһына балыҡҡа китеп юғалған үҫмерҙе пилотһыҙ авиация системалары ярҙамында эҙләйҙәр. Был хаҡта Башинформға БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, юғалған баланы эҙләүҙә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары – Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды водолаздары ҡатнаша.

Бынан алдараҡ Башинформ, Мәсетле районы хакимиәте мәғлүмәтенә һылтанып, 8 ноябрь кисендә малайҙың дуҫы менән Әй йылғаһына балыҡ тоторға киткән еренән әйләнеп ҡайтмауы тураһында хәбәр иткәйне. Бала батып үлгән тигән фараз бар. Ваҡиға урынында эҙләү эштәре алып барыла.



Вернуться назад