Башҡортостанда балыҡ тоторға киткән малай юғалған

Мәсетле районы хакимиәте мәғлүмәте буйынса, кисә экстрен хеҙмәттәргә Айып ауылында үҫмерҙең юғалыуы тураһында хәбәр килгән. Кис көнө малай дуҫы менән Әй йылғаһына балыҡ тоторға киткән.
Ваҡиға урынында әле эҙләү эштәре алып барыла. Эҙләүҙә БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте подразделениеһы – үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды, Малаяҙ ауылының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре, полицейскийҙар һәм ирекмәндәр ҡатнаша.