Әбйәлилдә бүреләр һарыҡтарҙы тамаҡлаған

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәүселәр бүреләрҙең малға һөжүм итеүен видеоға төшөргән. Унда күренеүенсә, ауыл янында йыртҡыстар бер кәзәне йыҡҡан һәм уны һөйрәп алып китергә маташа.
Һуңғы аҙнала ғына бүреләр Иҫке Балапан һәм Йәнекәй ауылдарында унлап баш ваҡ малды ҡырған.
«Иртәнсәк ирем тышҡа сыҡты ла, ҡапыл өйгә йүгереп инде. Тау башында эттәр һарыҡтарҙы баҫтыра шикелле, ти. Телефон камераһын асып ҡараһам, ҡот осҡос күренеш күҙемә салынды: бүреләр кәзәгә һөжүм иткән. Ошо уҡ йыртҡыстар Иҫке Балапанда ла һарыҡтарҙы ҡырған, бөтәһе һигеҙ баш ваҡ малды ашанылар. Әле ауыл һунарсылары бүреләрҙе атып алырға уйлай», — тип һөйләне «Башинформ»ға Йәнекәй ауылында йәшәүселәр.
Быға тиклем Йылайыр районында бүреләр һарыҡтарҙы ҡырғайны.