Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән30.10.2026

Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән

Фото: Алан Марзаев | шәхси архив

13 йылға иркенән мәхрүм ителгән Башҡортостан хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Алан Марзаев Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Хәҙер ул махсус хәрби операция биләмәһендә. Был хаҡта уның «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге шәхси сәхифәһендә хәбәр ителә. Марзаев үҙ ғәйебен кире ҡаға. Ул Рәсәй Федерацияһының Юғары судына кассация шикәйәте яҙған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл август айында Һамарҙа Алтынсы кассация суды үҙенең ҡарары менән Марзаевҡа беренсе инстанция суды тартып алған маҡтаулы исемдәрен һәм наградаларын кире ҡайтарҙы, әммә 13 йыл срокты көсөндә ҡалдырҙы. 2025 йылдың ноябрендә Өфөнөң Ленин районы суды Алан Марзаевты ришүәт алыуҙа ғәйепле тип тапты һәм 13 йылға ҡаты режимлы колонияға, 561 миллион һум штрафҡа хөкөм итте.



Вернуться назад