Башҡортостанда Баймаҡтың элекке башлығы изоляторҙан сыҡты

Баймаҡтың элекке башлығын Стәрлетамаҡтың тәфтиш изоляторынан сығарҙылар һәм 5 декабргә тиклем өйҙә һаҡ аҫтында ҡалдырҙылар. Башҡортостандың Юғары суды бөгөн шундай ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта «Башинформ»ға уның адвокаты Роман Петров хәбәр итте.
«Эйе, бөгөн ултырыш үтте. Суд беҙҙең ялыуҙы тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Иртәгә тикшереү эштәре башҡарыла», — тине хоҡуҡ һаҡлаусы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан тикшереү органдары Баймаҡтың элекке башлығын үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләне. БР судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылдың апрелендә, Баймаҡ хакимиәте башлығы булып эшләгән ваҡытта, ғәйепләнеүсе шәхси эшҡыуар менән дөйөм суммаһы 63 мең һумдан ашыу тәшкил иткән алты баннер килтереүгә килешеү төҙөгән, ысынында иһә килешеү буйынса йөкләмәләрҙе үтәмәҫкә күрһәтмә биргән. Документтарға ҡул ҡуйылғандан һуң килешеүҙең тулы хаҡы эшҡыуар иҫәбенә күсерелгән, шуның 50 мең һумы ғәйепләнеүсегә тапшырылған, ул аҡсаны үҙ мәнфәғәте өсөн тотонған.