Башҡортостанда машина водителе һәм пассажир һәләк булған23.10.2026

Әбйәлил районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте| Мах

БР Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенең яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн иртән Сермән – Амангилде – Баймаҡ автомобиль юлының 56-сы километрында «УАЗ Патриот»тың 42 йәшлек водителе юл ситенә сығып осҡан һәм машинаһын ауҙарған.  

Аварияла водитель һәм уның 64 йәшлек пассажиры алған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән. Юл фажиғәһе факты буйынса тикшереү үткәрелә, сәбәптәре асыҡлана.




Вернуться назад