«Законһыҙ һунар» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Дүртөйлө районында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре төнгө сәғәт өстә Саҡмағош – Иҫке Солтанбәк — Дүртөйлө автомобиль юлының 3-сө километрында «Шевроле Нива» автомобилен туҡтатҡан.
Автомобилде тикшергән ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ҡоралай түшкәһен, пакеттарға һалынған өс ҡуян түшкәһен, тепловизорлы пневматик мылтыҡ тапҡан.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ирҙәрҙең ҡоралай аулауға рөхсәте булмаған. Дәүләткә килтерелгән зыян 43 мең һум. Тәфтишселәр версияһы буйынса, көндөҙ ир-егеттәр Иҫке Солтанбәк ауылы янындағы урманда йәнлектәргә һунар иткән, төндә иһә уларҙы өйҙәренә алып ҡайтып барған.