Өфөләрҙе ҡалала үлтереүсе йөрөй тигән хәбәр ҡурҡыуға һалған22.09.2026

Билдәһеҙҙәр ялған мәғлүмәт таратҡан.

Фото: Владимир Субботин | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы өсөн

Өфөлә йәшәүселәрҙең телефондарына ҡалала үлтереүсе йөрөй тигән хәүефле хәбәрҙәр килә башлаған. Йәнәһе камуфляждағы ир өс көн эсендә өс кешене үлтергән. Енәйәт ҡылынған урамдар бер районда тип күрһәтелән (Печерский, 1, Гагарин, 3 һәм Аврора, 114). Әммә өфөләр Гагарин урамының – Сипайлово биҫтәһендә, ә Аврора урамының Йәшел сауҡалыҡта икәнен яҡшы белә. Печерский урамына килгәндә, беҙҙең ҡалала бындай урам юҡ, Печерский тыҡрығы ғына бар.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанаҡ «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, был мәғлүмәт дөрөҫлөккә килмәй.

Фото: сығанаҡ | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы өсөн


Вернуться назад