БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Стәрлетамаҡтағы «Ҡояшлы» сауҙа-сервис комплексында сыҡҡан янғын тураһында оператив мәғлүмәт бирҙеләр.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, беренсе подразделениелар килеп етеүгә бинаның эсен ут ялмап алған булған. Янғынды һүндереүгә һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуға 47 кеше һәм 16 берәмек техника йәлеп ителгән.
Янған бинанан 17 кеше, шул иҫәптән бер бала эвакуацияланған. 2100 квадрат метр майҙанда асыҡ ут һүндерелгән.
«Һигеҙ кеше зыян күргән, шуларҙың дүртәүһе һәләк булған, ә дүртәүһе дауаханаға оҙатылған. Янғын урынына БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Владимир Горин юлланды», — тип белдерҙеләр БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Мах-каналдарында өс апалы-һеңлеле янғын ҡорбаны булған тигән мәғлүмәт тарала. Улар сауҙа үҙәгендә әсәйҙәренең тыуған көнөнә бүләк һайлап йөрөгән. Уларҙы апалы-һеңлеләрҙең береһенең ире алып килгән. Ир әле шок хәлендә.