Өфө күгендә дошмандың 15 БПЛА-һы юҡ ителгән

Бөгөн иртән Өфө пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды. Был хаҡта 21 сентябрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
Ҡаланың төньяғында урынлашҡан йорттар янындағы парковкала бер нисә шәхси автомобилгә зыян килгән.
«Был юлы кешеләр йәшәгән зонаға яҡынлаштылар, ярсыҡтар автомобилдәргә тейгән», — тине ҡала башлығы Рөстәм Шәрипов.
Радий Хәбиров БПЛА һөжүме эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты, шулай уҡ оборона министрлығы хеҙмәткәрҙәренә эштәре өсөн рәхмәт әйтте.
«Ғафури урамында, Затонда эште тамамланығыҙмы? Быларҙың барыһын да тиҙ арала тергеҙергә өйрәнергә тейешһегеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы ҡала етәкселегенә. — Бөгөн 15 БПЛА-ны юҡ иттеләр. Беҙҙең оборона министрлығына, иптәштәргә, предприятиеларҙың һаҡ хеҙмәтенә рәхмәт әйтегеҙ. Боекомплекттарҙы тулыландырығыҙ, киләһе һөжүмде кире ҡағырға әҙерләнегеҙ».