Рәсәй төбәктәрендә 244 БПЛА бәреп төшөрөлгән – оборона министрлығы21.09.2026

Рәсәй төбәктәрендә 244 БПЛА бәреп төшөрөлгән – оборона министрлығы

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Уҙған төндә Рәсәй төбәктәрендә һауа һөжүмдәренән һаҡланыу дежур көстәре самолет тибындағы 244 пилотһыҙ осоу аппаратын юҡ иткән. Был хаҡта оборона министрлығы хәбәр итә. Белгород, Брянск, Воронеж, Волгоград, Калуга, Курск, Орел, Ырымбур, Ростов, Рязань, Һамар, Һарытау, Тверь, Тула, Ульяновск өлкәләрендә, Краснодар крайында, Адыгея, Башҡортостан, Татарстан Республикалары һәм Ҡара диңгеҙ акваторияһы территорияларында БПЛА бәреп төшөрөлгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртән Башҡортостанда БПЛА хәүеф режимы индерелде. Уны өс сәғәттән һуң ғәмәлдән сығарҙылар.

 

 

 



Вернуться назад