Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды21.09.2026

Аварияла балалар имгәнгән.

Фото: БР прокуратураһы | МАХ

Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлында ВАЗ-2114 ҡаршыға килгән «Чери Тигго» һәм КамАЗ менән бәрелешкән, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».  

Аварияла «ВАЗ» водителе һәм пассажиры һәләк булған. Ошо уҡ еңел машинаның тағы өс пассажиры, шул иҫәптән ике бала төрлө йәрәхәттәр менән дауалау учреждениеларына оҙатылған. Бынан тыш, «Чери Тигго» кроссоверында ултырған ике үҫмер имгәнгән, улар ҙа дауаханаға килтерелгән.

Үлемесле юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлауҙы район прокуратураһы контролдә тота.



Вернуться назад