Йылайыр районында бүреләр ваҡ малды ҡырған

Йылайыр районында бүре өйөрө ауыл малына һөжүм иткән. Сидоровка ауылы янында йыртҡыстар туғыҙ һарыҡты һәм өс кәзәне йыҡҡан. Был хаҡта «Башинформға» ауыл халҡы хәбәр итте.
Республика тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында был ваҡиғаның булғанлығын раҫланылар. «Башинформ» ауыл биләмәһе хакимиәте менән бәйләнешкә сыҡты.
«17 сәғәт тирәһендә бүреләр ауыл көтөүенә һөжүм итә. Мотоциклда булған көтөүсе уларҙы ҡурҡытырға маташа, әммә йыртҡыстар туғыҙ һарыҡ һәм өс кәзәне тамаҡлап өлгөрә. Беҙ ЕДДС-ҡа шылтыраттыҡ, урынға һунарсылар төркөмө менән һунар инспекторы килде. Төндә улар бер бүрене эҙләп табырға өлгөрә. Тағы ла ете бүре ҡаса. Бөгөн һунарсылар эшләүен дауам итә*, — тип хәбәр итте Үрге Ғәле ауыл советы башлығы Вәсил Игебаев „Башинформ"ға.