Дыуан районында электр самокатында йөрөгән үҫмер юл фажиғәһендә һәләк булған17.09.2026

Дыуан районында электр самокатында йөрөгән үҫмер юл фажиғәһендә һәләк булған

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте | Мах

БР Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенең яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, кисә кис көнө Дыуан ауылының Пролетар урамында «ВАЗ-21214» рулендәге 58 йәшлек водитель «М365 PRO» электр самокатына бәрелгән, малай юл ситендә туҡтап торған автомобиль артынан ҡапыл юлға килеп сыҡҡан.

Төрлө йәрәхәттәр алған үҫмер дауахананың реанимация бүлегенә килтерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала вафат булған. 



Вернуться назад